Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туҙан һөртөп аҡса эшләп буламы?
Туҙан һөртөп аҡса эшләп буламы? …Беҙ белмәгән нәмәләр күп инде ул. Мәҫәлән, бизнес өлкәһендә ниндәй тауар тәҡдим итмәйҙәр ҙә ниндәй генә хеҙмәт күрһәтмәйҙәр. Махсус һауыттарға тултырып “Питер һауаһы”н да һаталар, агротуризм тип, ҡала байҙарынан үҙҙәренән аҡса түләтеп, хатта һарайҙағы тиреҫен дә таҙарттыралар. Өй йыйыштырыу, биналарҙы тәртиптә тотоу өлкәһендә хеҙмәт күрһәтеүҙе иһә бизнес донъяһына яңы килеп инде тип әйтеп булмай. Әйҙә улайһа, хәҙер ҡалабыҙҙа ғына түгел, тотош республикала уңышлы эшләп килгән “Зөһрә Йондоҙ” йәмғиәте хаҡында һөйләшеп алайыҡ әле, уҡыусым.


Рәмзиә Килмөхәмәтованы күптән, йәғни урындағы уҡыу йорттарының береһендә комендант булып эшләгән мәленән үк, беләм. Бинаны тәртиптә тотоу буйынса үҙен яҡшы белгес итеп күрһәтте ул. Шул тәжрибәһе яңы төр бизнесҡа сумырға булышлыҡ иткәндер ҙә. Хәйер, был “ҡарурманға” инер өсөн хеҙмәт төрө буйынса ғына белем аҙ шул, һиҙгерлек, таһыллыҡ һәм үтә лә ныҡышмалылыҡ талап ителә.
— Эште 2010 йылда шәхси клиент­тарҙы хеҙмәтләндереүҙән башланыҡ. Оло йәштәге кешеләр бар, шул уҡ ваҡытта фатирын таҙартып-йыуырға ваҡыты булмағандар ҙа етерлек. Нәҡ улар тәүге клиенттарыбыҙ булды ла инде, — тип Рәмзиә Ғәли ҡыҙы компания тарихының тәүге биттәрен барлай. – Бер мәл танышым: “Һинең өйөмдө тәртипкә килтерерлек йыйыш­тырыусың бармы?” — тип һораны. Шул саҡ башыма “ҡылт” итеп бер уй килеп төштө: ә ниңә ошо хеҙмәт буйынса бизнес ойоштороп ҡарамаҫҡа?
Яңы шөғөл ҡурҡытһа ла, тиҙ арала тәүәккәлләп, ниәтенә тотона эшҡыуар Килмөхәмәтова. Шулай бер нисә хеҙмәткәр менән генә эш башлаған ойошма – бөгөн был өлкәлә уңышлы компанияларҙың береһе. Хәҙер дауа­ханаларҙы, ҡала полицияһы бүлеген, уҡыу йорттарын, баҙар павильондарын 160 кеше хеҙмәтләндерә. Тимәк, туҙан һөртөп тә аҡса эшләп була. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: әлеге төр дәүләт учреждениелары биналарын тәртиптә тотоу өсөн закон буйынса ошондай ойошмаларға мөрәжәғәт итергә тейеш. Был йәһәттән Рәмзиә Ғәли ҡыҙының һиҙгерлеген, алдан күрә белеү һәләтен билдәләмәй булмай. Башҡорт халҡына йүнселлек йәбешеп бармай тиһәләр ҙә, бына ниндәй уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бар беҙҙең!
Тәү ҡарашҡа, был төр бизнес әллә ни ҙур көс тә талап итмәй һымаҡ: шәхси эшҡыуар йәки ойошма булараҡ теркәлеп, клиенттар һәм йыйыштырыусылар табаһың да ең һыҙғанып алға бараһың. Тик барыһы ла шулай еңел генә булһа икән: конкуренттар йоҡлап ятмай.
— Ҡалала беҙҙең һымаҡ хеҙмәт күрһәткән тағы бер нисә компания бар. Бынан тыш, тендер мәлдәре етһә, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡунаҡтары килеп етә. Әлбиттә, улар башта иң түбән хаҡ ҡуйып, конкурста еңеп сыға. Тик аҙаҡ эште барыбер беҙгә башҡарырға тура килә, сөнки “ҡунаҡтар”ҙың эшенә учреждениелар, ғәҙәттә, тәүге аҙнала уҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерә: сифат аҡһай, – тип биз­несының ҡайһы бер серҙәрен дә асты эшҡыуар.
Әлбиттә, бынан тыш та ауырлыҡтар етерлек. Һәммәһен төпсөнөп тормай бер генә миҫал килтерәйек. Ғәҙәттә, беҙ эшкә килеүгә биналар ялт итеп тора, йыйыштырыусылар ҡара таңдан йыуғас ни. Тик эште көйгә һалыусылар ҙа йоҡламай шул был ваҡытта. Мәҫәлән, йыйыштырыусының ҡул аҫтында таҙартыу шыйыҡсаһы бөткән ти…
– Йәмғиәттең директоры Зөлфирә Минәжева, баш бухгалтер Лилиә Гергерт һәм мин – үҙебеҙ етәксе, үҙебеҙ хужалыҡ мөдире, кәрәк саҡта водитель дә, – тип шаярта Рәмзиә Килмөхә­мә­това (хәйер, шаяртыуҙа дөрөҫлөк тә бар. – Авт.) — Шулай ҙа төп эште барыбер йыйыштырыусы-һепереүселәр башҡара. Был йәһәттән Мәҙинә Абдулғәзизова, Римма Насирова, Елена Жиляевалар — төп таянысыбыҙ.
Хеҙмәткәр тигәндән, эшҡыуар­ҙар­ҙың уларға ҡарата мөнәсәбәте төр­лөсә, үкенескә ҡаршы. Кемдер эшсе­һенең ҡәҙерен белһә, бәғзеләр премия, ял биреү һымаҡ өҫтәмә бонус­тарҙы ҡулланыу түгел, хәләл хеҙмәт хаҡын да түләмәй ыҙалата. Әлеге йәһәттән “Зөһрә Йондоҙ”ҙо күптәргә өлгө итеп ҡуйырға мөмкин: байрам­дарҙа бүләктәр, аҡсалата премиялар, тыуған көндәрҙә ҡотлауҙар, милли баҫмаларға бушлай яҙҙырыу һәр кемгә лә тәтемәй. Хәйер, эшең көйлө барһын өсөн бер тендерҙа еңеү һәм клиент­тарҙы табыу ғына аҙ шул. Ошо хаҡта ла уйланһындар ине башҡа йүнсел­дәр…






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523