…Беҙ белмәгән нәмәләр күп инде ул. Мәҫәлән, бизнес өлкәһендә ниндәй тауар тәҡдим итмәйҙәр ҙә ниндәй генә хеҙмәт күрһәтмәйҙәр. Махсус һауыттарға тултырып “Питер һауаһы”н да һаталар, агротуризм тип, ҡала байҙарынан үҙҙәренән аҡса түләтеп, хатта һарайҙағы тиреҫен дә таҙарттыралар. Өй йыйыштырыу, биналарҙы тәртиптә тотоу өлкәһендә хеҙмәт күрһәтеүҙе иһә бизнес донъяһына яңы килеп инде тип әйтеп булмай. Әйҙә улайһа, хәҙер ҡалабыҙҙа ғына түгел, тотош республикала уңышлы эшләп килгән “Зөһрә Йондоҙ” йәмғиәте хаҡында һөйләшеп алайыҡ әле, уҡыусым.
Рәмзиә Килмөхәмәтованы күптән, йәғни урындағы уҡыу йорттарының береһендә комендант булып эшләгән мәленән үк, беләм. Бинаны тәртиптә тотоу буйынса үҙен яҡшы белгес итеп күрһәтте ул. Шул тәжрибәһе яңы төр бизнесҡа сумырға булышлыҡ иткәндер ҙә. Хәйер, был “ҡарурманға” инер өсөн хеҙмәт төрө буйынса ғына белем аҙ шул, һиҙгерлек, таһыллыҡ һәм үтә лә ныҡышмалылыҡ талап ителә.
— Эште 2010 йылда шәхси клиенттарҙы хеҙмәтләндереүҙән башланыҡ. Оло йәштәге кешеләр бар, шул уҡ ваҡытта фатирын таҙартып-йыуырға ваҡыты булмағандар ҙа етерлек. Нәҡ улар тәүге клиенттарыбыҙ булды ла инде, — тип Рәмзиә Ғәли ҡыҙы компания тарихының тәүге биттәрен барлай. – Бер мәл танышым: “Һинең өйөмдө тәртипкә килтерерлек йыйыштырыусың бармы?” — тип һораны. Шул саҡ башыма “ҡылт” итеп бер уй килеп төштө: ә ниңә ошо хеҙмәт буйынса бизнес ойоштороп ҡарамаҫҡа?
Яңы шөғөл ҡурҡытһа ла, тиҙ арала тәүәккәлләп, ниәтенә тотона эшҡыуар Килмөхәмәтова. Шулай бер нисә хеҙмәткәр менән генә эш башлаған ойошма – бөгөн был өлкәлә уңышлы компанияларҙың береһе. Хәҙер дауаханаларҙы, ҡала полицияһы бүлеген, уҡыу йорттарын, баҙар павильондарын 160 кеше хеҙмәтләндерә. Тимәк, туҙан һөртөп тә аҡса эшләп була. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: әлеге төр дәүләт учреждениелары биналарын тәртиптә тотоу өсөн закон буйынса ошондай ойошмаларға мөрәжәғәт итергә тейеш. Был йәһәттән Рәмзиә Ғәли ҡыҙының һиҙгерлеген, алдан күрә белеү һәләтен билдәләмәй булмай. Башҡорт халҡына йүнселлек йәбешеп бармай тиһәләр ҙә, бына ниндәй уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бар беҙҙең!
Тәү ҡарашҡа, был төр бизнес әллә ни ҙур көс тә талап итмәй һымаҡ: шәхси эшҡыуар йәки ойошма булараҡ теркәлеп, клиенттар һәм йыйыштырыусылар табаһың да ең һыҙғанып алға бараһың. Тик барыһы ла шулай еңел генә булһа икән: конкуренттар йоҡлап ятмай.
— Ҡалала беҙҙең һымаҡ хеҙмәт күрһәткән тағы бер нисә компания бар. Бынан тыш, тендер мәлдәре етһә, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡунаҡтары килеп етә. Әлбиттә, улар башта иң түбән хаҡ ҡуйып, конкурста еңеп сыға. Тик аҙаҡ эште барыбер беҙгә башҡарырға тура килә, сөнки “ҡунаҡтар”ҙың эшенә учреждениелар, ғәҙәттә, тәүге аҙнала уҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерә: сифат аҡһай, – тип бизнесының ҡайһы бер серҙәрен дә асты эшҡыуар.
Әлбиттә, бынан тыш та ауырлыҡтар етерлек. Һәммәһен төпсөнөп тормай бер генә миҫал килтерәйек. Ғәҙәттә, беҙ эшкә килеүгә биналар ялт итеп тора, йыйыштырыусылар ҡара таңдан йыуғас ни. Тик эште көйгә һалыусылар ҙа йоҡламай шул был ваҡытта. Мәҫәлән, йыйыштырыусының ҡул аҫтында таҙартыу шыйыҡсаһы бөткән ти…
– Йәмғиәттең директоры Зөлфирә Минәжева, баш бухгалтер Лилиә Гергерт һәм мин – үҙебеҙ етәксе, үҙебеҙ хужалыҡ мөдире, кәрәк саҡта водитель дә, – тип шаярта Рәмзиә Килмөхәмәтова (хәйер, шаяртыуҙа дөрөҫлөк тә бар. – Авт.) — Шулай ҙа төп эште барыбер йыйыштырыусы-һепереүселәр башҡара. Был йәһәттән Мәҙинә Абдулғәзизова, Римма Насирова, Елена Жиляевалар — төп таянысыбыҙ.
Хеҙмәткәр тигәндән, эшҡыуарҙарҙың уларға ҡарата мөнәсәбәте төрлөсә, үкенескә ҡаршы. Кемдер эшсеһенең ҡәҙерен белһә, бәғзеләр премия, ял биреү һымаҡ өҫтәмә бонустарҙы ҡулланыу түгел, хәләл хеҙмәт хаҡын да түләмәй ыҙалата. Әлеге йәһәттән “Зөһрә Йондоҙ”ҙо күптәргә өлгө итеп ҡуйырға мөмкин: байрамдарҙа бүләктәр, аҡсалата премиялар, тыуған көндәрҙә ҡотлауҙар, милли баҫмаларға бушлай яҙҙырыу һәр кемгә лә тәтемәй. Хәйер, эшең көйлө барһын өсөн бер тендерҙа еңеү һәм клиенттарҙы табыу ғына аҙ шул. Ошо хаҡта ла уйланһындар ине башҡа йүнселдәр…