Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт халҡының Ломоносовы
Башҡорт халҡының  Ломоносовы Бөйөк мәғрифәтсе, оло аҡыл эйәһе, ҡабатланмаҫ шәхес Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 175 йыл тулыу уңайынан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты һәләтле уҡыусылар араһында “Мәғрифәтсе, ғалим һәм шағир М. Өмөтбаев” тигән темаға республика дистанцион конкурсы ойошторҙо.

Бәйгелә ҡатнашыусыларға фәнни проект, презентация әҙерләү, ижади эш (инша, эссе, шиғыр яҙыу), руссанан башҡортсаға һәм киреһенсә тәржемә итеү номинациялары буйынса үҙҙәренең көсөн һынап ҡарау мөмкинлеге бирелде. Ошо көндәрҙә ойоштороу комиссияһы конкурсҡа йомғаҡ яһаны, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.
Әйткәндәй, конкурста барлығы 46 уҡыусы ҡатнашты. Ун биш эште ойоштороу комиссияһы маҡтауға лайыҡ тип тапты. “Презентация” номинацияһында Гран-приға Өфөләге М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының IX класы уҡыусыһы Айһылыу Маликова лайыҡ булды. Еңеүселәр исемлегендә шулай уҡ Азамат Бекчанов (Туймазы ҡалаһының 8-се мәктәбе, V класс), Юлиә Мурзина (Яңауыл ҡалаһы лицейы, VII класс), Камилә Закирова (Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы) бар. Ә инде “Ижади эш” номинацияһында Гран-приҙы Ҡыр­мыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар мәктәбенең XI класы уҡыусыһы Аделина Мөьминова яуланы. Уның һеңлеһе, IX класс уҡыусыһы Әлиә Мөьминова, ошо уҡ номинацияла еңеүсе булды. Шулай уҡ Ишембай ҡалаһынан Рәзил Байрамғәлин, Баймаҡтан Алмас Ниғмәтуллин, Нефтекаманан Алһыу Сабирова, Көйөргәҙе районынан Ләйсән Ғәлиева еңеүселәр тип табылды. “Тәржемә” номинацияһында Салауат районының Янғантау мәктәбенән Азалия Тажетдинова, ә “Фәнни проект” номинацияһында Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия­һынан Азамат Зәйнетдиновҡа етеүсе булманы.
Конкурста еңеүселәр, уларҙың етәкселәре, университет уҡытыусылары Ҡырмыҫҡалы тарафтарына юлланды. Сираттағы сара – “Мәғрифәтсе, ғалим һәм шағир М. Өмөтбаев” тигән темаға Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты менән Бишауыл-Уңғар мәктәбе берлектә ойошторған күсмә семинар. Юл ыңғайы М. Өмөтбаевтың тыуған ауылы Ибраһимда мәғрифәтсенең йорт-музейында булғандан һуң, Бишауыл-Уңғар мәктәбендә семинарҙы дауам иттеләр.
Сарала ҡатнашыусыларҙы мәктәп етәксеһе Ильяс Вәлиев уҡыу-уҡытыу һәм тәрбиә эштәре барышында өлгәшелгән уңыштар менән таныш­тырҙы, мәктәп йөҙөн билдәләгән күренекле шәхестәр хаҡында һөйләне. Башҡорт дәүләт университеты профессоры, билдәле яҙыусы һәм драматург Тимерғәле Килмөхәмәтов, М. Өмөтбаев­тың күп яҡлы эшмәкәрлеген юғары баһалап, уны шәхес, башҡорт халҡының Ломоносовы тип баһаланы. Бишауыл-Уңғар мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмилә Исхаҡова, М. Өмөтбаевтың фәнни, публицистик һәм әҙәби эшмәкәрлеген мәктәптә өйрәнеүҙең ҡайһы бер алымдарына туҡталып, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Быуаттан ашыу ғүмер айырып торһа ла, Өмөтбаевтың фекерҙәре бөгөнгө көнгә лә ауаздаш. Оло аҡыл эйәһенең әйткәндәрен заманыбыҙ раҫлап тора. Уның ни тиклем алдан күрә белгәнлегенә һоҡланмау мөмкин түгел.
Күп һөнәрҙәргә эйә булырға, күп телдәр өйрәнергә саҡыра М. Өмөтбаев замандаштарын. Ошолай итеп киләсәкте лә төҫмөрләгән ул. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап ятмайынса, башҡа халыҡтар, илдәр менән бәйләнеш булдырыуҙы мотлаҡ һанап, тормошто алдан күргән.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 330

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519