Бөйөк мәғрифәтсе, оло аҡыл эйәһе, ҡабатланмаҫ шәхес Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 175 йыл тулыу уңайынан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты һәләтле уҡыусылар араһында “Мәғрифәтсе, ғалим һәм шағир М. Өмөтбаев” тигән темаға республика дистанцион конкурсы ойошторҙо.Бәйгелә ҡатнашыусыларға фәнни проект, презентация әҙерләү, ижади эш (инша, эссе, шиғыр яҙыу), руссанан башҡортсаға һәм киреһенсә тәржемә итеү номинациялары буйынса үҙҙәренең көсөн һынап ҡарау мөмкинлеге бирелде. Ошо көндәрҙә ойоштороу комиссияһы конкурсҡа йомғаҡ яһаны, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.
Әйткәндәй, конкурста барлығы 46 уҡыусы ҡатнашты. Ун биш эште ойоштороу комиссияһы маҡтауға лайыҡ тип тапты. “Презентация” номинацияһында Гран-приға Өфөләге М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының IX класы уҡыусыһы Айһылыу Маликова лайыҡ булды. Еңеүселәр исемлегендә шулай уҡ Азамат Бекчанов (Туймазы ҡалаһының 8-се мәктәбе, V класс), Юлиә Мурзина (Яңауыл ҡалаһы лицейы, VII класс), Камилә Закирова (Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы) бар. Ә инде “Ижади эш” номинацияһында Гран-приҙы Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар мәктәбенең XI класы уҡыусыһы Аделина Мөьминова яуланы. Уның һеңлеһе, IX класс уҡыусыһы Әлиә Мөьминова, ошо уҡ номинацияла еңеүсе булды. Шулай уҡ Ишембай ҡалаһынан Рәзил Байрамғәлин, Баймаҡтан Алмас Ниғмәтуллин, Нефтекаманан Алһыу Сабирова, Көйөргәҙе районынан Ләйсән Ғәлиева еңеүселәр тип табылды. “Тәржемә” номинацияһында Салауат районының Янғантау мәктәбенән Азалия Тажетдинова, ә “Фәнни проект” номинацияһында Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһынан Азамат Зәйнетдиновҡа етеүсе булманы.
Конкурста еңеүселәр, уларҙың етәкселәре, университет уҡытыусылары Ҡырмыҫҡалы тарафтарына юлланды. Сираттағы сара – “Мәғрифәтсе, ғалим һәм шағир М. Өмөтбаев” тигән темаға Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты менән Бишауыл-Уңғар мәктәбе берлектә ойошторған күсмә семинар. Юл ыңғайы М. Өмөтбаевтың тыуған ауылы Ибраһимда мәғрифәтсенең йорт-музейында булғандан һуң, Бишауыл-Уңғар мәктәбендә семинарҙы дауам иттеләр.
Сарала ҡатнашыусыларҙы мәктәп етәксеһе Ильяс Вәлиев уҡыу-уҡытыу һәм тәрбиә эштәре барышында өлгәшелгән уңыштар менән таныштырҙы, мәктәп йөҙөн билдәләгән күренекле шәхестәр хаҡында һөйләне. Башҡорт дәүләт университеты профессоры, билдәле яҙыусы һәм драматург Тимерғәле Килмөхәмәтов, М. Өмөтбаевтың күп яҡлы эшмәкәрлеген юғары баһалап, уны шәхес, башҡорт халҡының Ломоносовы тип баһаланы. Бишауыл-Уңғар мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмилә Исхаҡова, М. Өмөтбаевтың фәнни, публицистик һәм әҙәби эшмәкәрлеген мәктәптә өйрәнеүҙең ҡайһы бер алымдарына туҡталып, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Быуаттан ашыу ғүмер айырып торһа ла, Өмөтбаевтың фекерҙәре бөгөнгө көнгә лә ауаздаш. Оло аҡыл эйәһенең әйткәндәрен заманыбыҙ раҫлап тора. Уның ни тиклем алдан күрә белгәнлегенә һоҡланмау мөмкин түгел.
Күп һөнәрҙәргә эйә булырға, күп телдәр өйрәнергә саҡыра М. Өмөтбаев замандаштарын. Ошолай итеп киләсәкте лә төҫмөрләгән ул. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап ятмайынса, башҡа халыҡтар, илдәр менән бәйләнеш булдырыуҙы мотлаҡ һанап, тормошто алдан күргән.