Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Двигателде йыуырға кәрәкме?
Двигателде йыуырға кәрәкме? “Ҡорос ат”ына күп иғтибар бүлгән ир-атҡа хөрмәтем шул тиклем ҙур. Әйткәндәй, “кеше шикелле машинаның да йәне бар, уға тере йән эйәһе итеп ҡарарға кәрәк” тигән һүҙҙәрҙе бер нисә водителдән ишеткәнем бар.
Мәҫәлән, двигателде йыуыу мотлаҡмы? Автосервиста берәүҙең двигателен таҙарттыр­ғанына шаһит булдым.
– Кәрәкме ул? – тип һораным.
– Ә һеҙ иртәнсәк битегеҙҙе йыумайһығыҙмы әллә? – тип һорауыма һорау менән яуап бирҙе ул.
Бысраҡ двигатель, ғөмүмән, машинаға ул хәтлем үк ҙур зыян килтереүен-килтермәй. Шулай ҙа машинаның эске механизмдарын таҙа тотоу күпкә отошло. Двигателдәге бысраҡ техник шыйыҡсаларҙың йөрөшөнә ҡама­саулай, үҙ сиратында контроль лампаларының алдап күрһә­теүенә килтерәсәк. Әгәр ҙә берәй ваҡыт “тимер ат”ығыҙ сөскөрә башлаһа, ауырыуҙың нимәнән икәнен асыҡлай алмаясаҡһығыҙ. Ә инде тиҙ генә йүнәтеп ебәреү тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Улай ғынамы, бысраҡ ҡатлам двига­телдең теге йәки был детал­дәренең насар йөрөшөнә булыш­лыҡ итәсәк, был осраҡта үҙе саманан тыш ҡыҙып китәсәк. Быларҙың барыһы ла “ҡорос ат”ты хәлһеҙләндерә, уның ҡеүәтен кәметә. Унан инде яғыулыҡ артыҡ сарыф ителә, был туранан-тура машинаның туҙыуына килтерә.
Электр сымдарының ҡайһы­лай эшләүен беҙҙең белмәүебеҙ ҙә ихтимал, тик машина йөрөһөн генә. Бына уларға әгәр бысраҡ яғылып тора икән, машина тоҡандырыуы ауырға тура килә. Таҙа двигатель янғынды булдырмау өсөн дә отошло. Әйтәйек, шул уҡ патрубоктарҙан аҡҡан май, бүтән төрлө шыйыҡсалар, хатта ҡасандыр ағып төшкән бензин да янғынға килтерә. Хәйер, капотты асҡанда таҙа движокка ҡарауы ниндәй кинәнес! Ҡайһы бер автосервистарҙың бысраҡ двигателле машинаны хеҙмәт­ләндереүҙән баш тартыуы ла ихтимал.
Двигателде автосалондарҙа йыуалар, артыҡ аҡса сығарғансы, быны үҙаллы ла эшләргә мөмкин. Хәҙер ниндәй генә химик таҙартҡыстар һатылмай! Мәҫә­лән, автошампунь ярҙам итә, күперткесле таҙартҡыстар ҙа уңайлы.
Уны дөрөҫ йыуыу шулай уҡ оҫталыҡ талап итә. Бының өсөн генератор, һауа фильтры кеүек нәмәләрҙе полиэтилен менән ябырға кәрәк. Машинаны бер нисә минут эшләтеп алыу отош­ло, двигатель йылы булһын, аккумуляторҙы алып ҡуйығыҙ. Көслө һиптерткән түгел, ә талғын аҡҡан һыуҙа йыуығыҙ. Унан инде компрессор йәки саң һурҙыртҡыс менән ҡоротоғоҙ. Һуңынан ҡоро сепрәк менән һөртөп сыҡһаң, бигерәк тә яҡшы. Двигателде ике йылға бер йыуыу зарур.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523