“Ҡорос ат”ына күп иғтибар бүлгән ир-атҡа хөрмәтем шул тиклем ҙур. Әйткәндәй, “кеше шикелле машинаның да йәне бар, уға тере йән эйәһе итеп ҡарарға кәрәк” тигән һүҙҙәрҙе бер нисә водителдән ишеткәнем бар.
Мәҫәлән, двигателде йыуыу мотлаҡмы? Автосервиста берәүҙең двигателен таҙарттырғанына шаһит булдым.
– Кәрәкме ул? – тип һораным.
– Ә һеҙ иртәнсәк битегеҙҙе йыумайһығыҙмы әллә? – тип һорауыма һорау менән яуап бирҙе ул.
Бысраҡ двигатель, ғөмүмән, машинаға ул хәтлем үк ҙур зыян килтереүен-килтермәй. Шулай ҙа машинаның эске механизмдарын таҙа тотоу күпкә отошло. Двигателдәге бысраҡ техник шыйыҡсаларҙың йөрөшөнә ҡамасаулай, үҙ сиратында контроль лампаларының алдап күрһәтеүенә килтерәсәк. Әгәр ҙә берәй ваҡыт “тимер ат”ығыҙ сөскөрә башлаһа, ауырыуҙың нимәнән икәнен асыҡлай алмаясаҡһығыҙ. Ә инде тиҙ генә йүнәтеп ебәреү тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Улай ғынамы, бысраҡ ҡатлам двигателдең теге йәки был деталдәренең насар йөрөшөнә булышлыҡ итәсәк, был осраҡта үҙе саманан тыш ҡыҙып китәсәк. Быларҙың барыһы ла “ҡорос ат”ты хәлһеҙләндерә, уның ҡеүәтен кәметә. Унан инде яғыулыҡ артыҡ сарыф ителә, был туранан-тура машинаның туҙыуына килтерә.
Электр сымдарының ҡайһылай эшләүен беҙҙең белмәүебеҙ ҙә ихтимал, тик машина йөрөһөн генә. Бына уларға әгәр бысраҡ яғылып тора икән, машина тоҡандырыуы ауырға тура килә. Таҙа двигатель янғынды булдырмау өсөн дә отошло. Әйтәйек, шул уҡ патрубоктарҙан аҡҡан май, бүтән төрлө шыйыҡсалар, хатта ҡасандыр ағып төшкән бензин да янғынға килтерә. Хәйер, капотты асҡанда таҙа движокка ҡарауы ниндәй кинәнес! Ҡайһы бер автосервистарҙың бысраҡ двигателле машинаны хеҙмәтләндереүҙән баш тартыуы ла ихтимал.
Двигателде автосалондарҙа йыуалар, артыҡ аҡса сығарғансы, быны үҙаллы ла эшләргә мөмкин. Хәҙер ниндәй генә химик таҙартҡыстар һатылмай! Мәҫәлән, автошампунь ярҙам итә, күперткесле таҙартҡыстар ҙа уңайлы.
Уны дөрөҫ йыуыу шулай уҡ оҫталыҡ талап итә. Бының өсөн генератор, һауа фильтры кеүек нәмәләрҙе полиэтилен менән ябырға кәрәк. Машинаны бер нисә минут эшләтеп алыу отошло, двигатель йылы булһын, аккумуляторҙы алып ҡуйығыҙ. Көслө һиптерткән түгел, ә талғын аҡҡан һыуҙа йыуығыҙ. Унан инде компрессор йәки саң һурҙыртҡыс менән ҡоротоғоҙ. Һуңынан ҡоро сепрәк менән һөртөп сыҡһаң, бигерәк тә яҡшы. Двигателде ике йылға бер йыуыу зарур.