Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тарихыңды белмәйенсә ышаныс яулау икеле”
“Тарихыңды белмәйенсә ышаныс яулау икеле” Радик БАҺАУЕТДИНОВ Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. Шунда урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын БДУ-ның Сибай институты филиалында башлай. Аспирантураға инеп, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2007 йылдан әлегәсә БДУ-ның Башҡортостан Республикаһы тарихы, археология һәм этнология кафедраһында эшләй. Радик Олег улы менән бөгөнгө йәштәрҙең фәнгә, тарихҡа ҡарашы хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Тарих фәне менән ҡыҙыҡ­һыныуығыҙ ҡасан башлан­ды?
– Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ ошо йүнәлештә ғилем эстәү оҡшай ине. Буш ваҡытымды башлыса тарихи китаптар менән танышыуға, өйрәнеүгә арнаным.
– Урта мәктәпте тамамла­ғас, мотлаҡ тарих факультетына барасағығыҙ алдан хәл ителгән булған, тимәк?
– Беҙ юғары уҡыу йортона инергә ниәтләгән ваҡытта хәҙерге кеүек Берҙәм дәүләт имтиханы булманы. Университетҡа килеп һынау тотаһың да дүрт күҙ менән һөҙөмтәләр иғлан ителәсәк көндө көтә башлайһың. Уҡырға ҡабул ителгән студенттар исемлегендә үҙ фамилиямды күргәс, ҡыуа­нысымдың сиге булманы. Шулай итеп, 1996 йылда юғары уҡыу йортона аяҡ баҫтым. Күптәнге хыялым тормошҡа ашҡас, тырышып уҡыу менән бер рәттән, ғилми конференцияларҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаштым.
– Студент көйөнсә генә ныҡлап ғилми эшкә тотон­ғанһығыҙ. Ошо хаҡта һөйләп үтһәгеҙсе...
– Аспирантурала өс йыл уҡыным. Башҡорттарҙың Граждандар һуғышында аҡтар ҙа, ҡыҙылдар ҙа яғында ҡатнашыуы ҡыҙыҡһындырҙы. Был хаҡта күберәк мәғлүмәт йыйыр өсөн оҙаҡ ҡына Мәскәү, Себер, Алыҫ Көнсығыш архивтарында ултырҙым, эҙләндем. “Граждандар һуғышында башҡорттарҙың аҡтар яғында ҡатнашыуы” тигән темаға кандидатлыҡ диссерта­цияһын яҡланым, ғилми етәксем тарих фәндәре докторы, профессор Марат Ҡолшәрипов булды. Докторлыҡ диссертацияһына иһә “Башҡорттар граждандар һуғы­шын­да” тигән теманы һайланым. Әйтергә кәрәк, был мәсьәлә көнүҙәк һәм ҡыҙыҡлы.
– Фән менән шөғөлләнеү еңел­дән түгел, күп уҡырға, эҙләнергә кәрәк. Етмәһә, был өлкәлә эш хаҡы ла маҡтаныр­лыҡ түгел. Тарихты һайлауы­ғыҙға үкенмәйһегеҙме?
– Хәҙер йәштәр юғары уҡыу йорто дипломын алыу менән эш хаҡы һәйбәт түләнгән ерҙе генә эҙләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фән менән шөғөлләнгәндәр һирәгәйә бара. Тарихты һайлауыма һис кенә лә үкенмәйем, сөнки уны өйрәнеү ныҡ оҡшай. Аҡсаны аҙ түләйҙәр тип бойоғоп, бер урында тапанып тороу килешмәй. Һәр ҡайһыбыҙға үҫешергә, камилла­шырға кәрәк. Көсөбөҙҙө, зиһене­беҙҙе йәлләмәй, ғилем тауына үрләргә тырышабыҙ. Бөгөн тарих менән ихлас шөғөлләнгән, ҡы­ҙыҡ­һыныу белдергән йәштәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Күптәре милләтебеҙҙең, Баш­ҡорт­ос­тандың тарихын ныҡлап белмәй.
– Радик Олег улы, йәш бы­уынға әйтер теләк-тәҡдимдә­регеҙ барҙыр?
– Халҡыбыҙҙың киләсәге бул­ған егет һәм ҡыҙҙарҙы илдең, рес­публиканың, милләтебеҙҙең тарихына битараф булмаҫҡа, уны ентекле өйрәнергә әйҙәр инем. Үҙ тарихыңды белмәй тороп донъя кимәлендә ниндәйҙер ғил­ми эштәр атҡарыу, үҫеш өсөн етди мөнәсәбәттәр булдырыу, ихтирам, ышаныс яулау икеле. Халҡыбыҙҙың үткәне – яуҙар, мөһим даталар ғына түгел, тотош бер донъя. Унда ғилем дә, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре лә, йәмғиәт ҡанундары ла берҙәй мөһим, иғтибарға лайыҡ. Ололарҙы ололап, кеселәрҙе кеселәп, атай-әсәйҙәребеҙгә, остаздарыбыҙға рәхмәтле булыу – уңышҡа өлгә­шеүҙең бер шарты. Ошо йәһәттән миңә белем алырға, һайлаған йүнәлешемдә оҫталыҡ тупларға мөмкинлек булдырғандары өсөн атай-әсәйемә, етәксем Марат Мәхмүт улына ихлас рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521