Радик БАҺАУЕТДИНОВ Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. Шунда урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын БДУ-ның Сибай институты филиалында башлай. Аспирантураға инеп, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2007 йылдан әлегәсә БДУ-ның Башҡортостан Республикаһы тарихы, археология һәм этнология кафедраһында эшләй. Радик Олег улы менән бөгөнгө йәштәрҙең фәнгә, тарихҡа ҡарашы хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Тарих фәне менән ҡыҙыҡһыныуығыҙ ҡасан башланды?
– Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ ошо йүнәлештә ғилем эстәү оҡшай ине. Буш ваҡытымды башлыса тарихи китаптар менән танышыуға, өйрәнеүгә арнаным.
– Урта мәктәпте тамамлағас, мотлаҡ тарих факультетына барасағығыҙ алдан хәл ителгән булған, тимәк?
– Беҙ юғары уҡыу йортона инергә ниәтләгән ваҡытта хәҙерге кеүек Берҙәм дәүләт имтиханы булманы. Университетҡа килеп һынау тотаһың да дүрт күҙ менән һөҙөмтәләр иғлан ителәсәк көндө көтә башлайһың. Уҡырға ҡабул ителгән студенттар исемлегендә үҙ фамилиямды күргәс, ҡыуанысымдың сиге булманы. Шулай итеп, 1996 йылда юғары уҡыу йортона аяҡ баҫтым. Күптәнге хыялым тормошҡа ашҡас, тырышып уҡыу менән бер рәттән, ғилми конференцияларҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаштым.
– Студент көйөнсә генә ныҡлап ғилми эшкә тотонғанһығыҙ. Ошо хаҡта һөйләп үтһәгеҙсе...
– Аспирантурала өс йыл уҡыным. Башҡорттарҙың Граждандар һуғышында аҡтар ҙа, ҡыҙылдар ҙа яғында ҡатнашыуы ҡыҙыҡһындырҙы. Был хаҡта күберәк мәғлүмәт йыйыр өсөн оҙаҡ ҡына Мәскәү, Себер, Алыҫ Көнсығыш архивтарында ултырҙым, эҙләндем. “Граждандар һуғышында башҡорттарҙың аҡтар яғында ҡатнашыуы” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланым, ғилми етәксем тарих фәндәре докторы, профессор Марат Ҡолшәрипов булды. Докторлыҡ диссертацияһына иһә “Башҡорттар граждандар һуғышында” тигән теманы һайланым. Әйтергә кәрәк, был мәсьәлә көнүҙәк һәм ҡыҙыҡлы.
– Фән менән шөғөлләнеү еңелдән түгел, күп уҡырға, эҙләнергә кәрәк. Етмәһә, был өлкәлә эш хаҡы ла маҡтанырлыҡ түгел. Тарихты һайлауығыҙға үкенмәйһегеҙме?
– Хәҙер йәштәр юғары уҡыу йорто дипломын алыу менән эш хаҡы һәйбәт түләнгән ерҙе генә эҙләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фән менән шөғөлләнгәндәр һирәгәйә бара. Тарихты һайлауыма һис кенә лә үкенмәйем, сөнки уны өйрәнеү ныҡ оҡшай. Аҡсаны аҙ түләйҙәр тип бойоғоп, бер урында тапанып тороу килешмәй. Һәр ҡайһыбыҙға үҫешергә, камиллашырға кәрәк. Көсөбөҙҙө, зиһенебеҙҙе йәлләмәй, ғилем тауына үрләргә тырышабыҙ. Бөгөн тарих менән ихлас шөғөлләнгән, ҡыҙыҡһыныу белдергән йәштәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Күптәре милләтебеҙҙең, Башҡортостандың тарихын ныҡлап белмәй.
– Радик Олег улы, йәш быуынға әйтер теләк-тәҡдимдәрегеҙ барҙыр?
– Халҡыбыҙҙың киләсәге булған егет һәм ҡыҙҙарҙы илдең, республиканың, милләтебеҙҙең тарихына битараф булмаҫҡа, уны ентекле өйрәнергә әйҙәр инем. Үҙ тарихыңды белмәй тороп донъя кимәлендә ниндәйҙер ғилми эштәр атҡарыу, үҫеш өсөн етди мөнәсәбәттәр булдырыу, ихтирам, ышаныс яулау икеле. Халҡыбыҙҙың үткәне – яуҙар, мөһим даталар ғына түгел, тотош бер донъя. Унда ғилем дә, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре лә, йәмғиәт ҡанундары ла берҙәй мөһим, иғтибарға лайыҡ. Ололарҙы ололап, кеселәрҙе кеселәп, атай-әсәйҙәребеҙгә, остаздарыбыҙға рәхмәтле булыу – уңышҡа өлгәшеүҙең бер шарты. Ошо йәһәттән миңә белем алырға, һайлаған йүнәлешемдә оҫталыҡ тупларға мөмкинлек булдырғандары өсөн атай-әсәйемә, етәксем Марат Мәхмүт улына ихлас рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм.