Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ватандаш” – ул туған тел, илһөйәрлек, милли аң
Ике тиҫтә йыл элек барлыҡҡа килеп, туған тел һағына баҫҡан, “Ватандаш” журналы Башҡортостан уҡытыусыларының иң яҡын дуҫына, ярҙамсыһына әйләнде.

Журналдың бер һанын да ҡалдырмай уҡып барам. Ундағы тәүге мәҡәләм иһә 2001 йылда донъя күрҙе. Бөгөнгәсә әүҙем уҡыусы, автор булыуыма һөйөнәм. Бер яҙмам “Любите свой язык!” тип аталған. “Язык – сильное оружие любого народа, это его будущее, его жизнь, красота и богатство. Родной язык – это сокровище народа. Равные права на него имеют и большие и малые, и старые и молодые, и служит он всем одинаково. Язык невозможно ни подарить, ни делить, он передается родителями, его можно оставлять потомкам. И в то же время родной язык и родные песни у человека можно отнять. И тем самым очень легко можно постепенно унич­тожить целые народы, но у такого народа уже не будет будущего” тигән юлдар теҙгәнмен унда. Был иһә “Ватандаш” журналының 15 йыл элек тә телебеҙҙе һаҡлауға шаҡтай иғтибар бүлеүен дәлилләй.
Мәктәптә эшләгән йылдарҙа журналда нәшер ителгән һәр мәҡәләне йотлоғоп уҡып, кәрәклеләрен эшемдә ҡулландым. Ф.Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында хеҙмәт иткән йылдарҙа “Ватандаш” башҡа милли баҫмалар менән бер рәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында ятыр ине, уны хатта малай һәм ҡыҙҙар алып уҡыны, инша, реферат яҙғанда, дәрестәргә әҙерләнгәндә әүҙем ҡулланды.
Хеҙмәт юлым барышында башҡорт теленән дә, журналистика буйынса ла белем бирҙем. Ике йүнәлеш пар ҡанаттарым кеүек булды, бер-береһен тулыландырып йәшәне. Белем усағында ниндәй генә сара үткәрмә, һәр ҡайһыһында башҡорт гәзит-журналдары, тел мәсьәләләренә арналған яҙмалар ҙур ярҙам, таяныс ине. Төрлө бәйгеләрҙә еңгән уҡыусыларға “Ватандаш”ты хатта бүләк итеп тә тапшыра инек. Журналды махсус рәүештә өйгә һәм эшемә яҙҙырып алдыра торғайным.
Ошо уҡытыусы хеҙмәтенә арнап яҙған юлдарымды тағы бер ҡат билдәләп үтеү яҙыҡ булмаҫ: “Многоязычие показывает интеллектуальный уровень современного цивилизованного человека, но никому еще не помешало, а наоборот, повышало авторитет человека и его эрудицию. И тот, кто уважает свой родной язык, всегда с уважением отнесется к языкам и других народов. Учитывая это, в нашей гимназии изучаются русский, башкирский и английский языки. Но с тех пор как сократили часы башкирского языка и литературы – осталось всего четыре часа на изучение языка и литературы, – учителям стало трудно работать. А ведь им надо и программу проходить, научить ученика читать, писать, говорить и всему остальному. Поэтому очень хотелось бы, чтобы Министерство образования обратило внимание на эту проблему, ведь этих часов так не хватает для воспитания городских башкир в национальном духе!” Минеңсә, был һүҙҙәрҙә ябай мәктәп уҡытыусыһының саң ҡағыуы, йөрәк тауышы ишетелгәндәй. Улар әһәмиәтле лә яңғырай: баҫма уҡытыусының мәҡәләһен баҫып, берҙән, уның тауышын Мәғариф министрлығына еткерһә, икенсенән, баш ҡалала туған тел яҙмышы өсөн борсолған остаздарҙың берҙәмлеген көсәйтә, борсолоуҙарын, уй-фекерҙәрен, ниәт-тәҡдимдәрен сағылдыра. Һәм был иң мөһимелер, сөнки туған тел, әҙәбиәт уҡытыусылары әлегәсә – милләттең интеллектуаль көсө, фекерләү көҙгөһө, матбуғат киләсәген ҡайғыртыусы. “Ватандаш” журналы иһә артабан да мәғариф мәсьәләләрен киң яҡтыртыр, иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫ, тигән өмөттәмен.
Әлеге мәҡәләлә: “Меня волнует еще то, что до сих пор у нас отсутствуют альтернативные программы и учебники по башкирскому языку и литературе” тигән юлдар ҙа бар. Тимәк, баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы әле бынан ун биш йыл элек үк альтернатив дәреслектәр һәм программалар булмауға, иҫке, тормоштан артта ҡалған һәм ваҡыт үтеү менән әһәмиәте кәмегән нәмәләргә йәбешеп ятыуҙан арынырға, яңыларын яҙырға саҡырған. Ә бит был проблема әле лә бар. Уҡытыусылар һаман элекке дәреслектәр менән эшләй, заманса әсбаптар яҙыусы ғалимдарыбыҙ юҡ кимәлдә. Был ултырып иларлыҡ проблема түгелме ни?
Шулай уҡ әлеге мәҡәләлә һәләтле балаларҙы үҫтереү хаҡында ла әйтелә, улар менән эшләү өсөн махсус программалар юҡлығына борсолоу белдерелә – быныһы ла мөһим мәсьәлә.
Һәр йәмғиәттә уҡытыусы менән заман бергә, улай ғына ла түгел, хатта бер аҙым алдараҡ барған, белемле, алдан күрә белгән шәхес булып ҡала. Бер үк ваҡытта балалар, уларҙың ата-әсәләре, өләсәй-олатайҙары һәм мәктәп коллективы менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән уҡытыусының фекерләү ҡеүәһе күпкә юғары, тормош тәжрибәһе лә бай. Мәҡәләмде ошонан сығып әйтелгән юлдар менән дауам итеүҙе урынлы һанайым: “Сегодня перед нами стоит сложная задача – воспитание гражданина нового Башкортостана. От того, каким мы его воспитаем, зависит наше будущее и судьба нашей республики”. Үҙ сиратымда төрлө район һәм республика кимәлендәге семинарҙарҙа, олимпиадаларҙа, ”Йыл уҡытыусыһы” конкурстарында эш тәжрибәм менән бүлешеп йәшәнем, уҡыусыларым алдында Башҡортостандың билдәле яҙыусылары һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре даими сығыш яһаны. Ошондай иҫтәлекле осрашыуҙарҙа Сафуан Әлибаев, Наил Ғәйетбаев, Аҫылғужа Баһуманов, Әмир Әминев, Хәсән Назар, Рауил Ниғмәтуллин, Таңһылыу Кусимова, Фәнил Фәйзуллин, Нәжибә Мәҡсүтова, ҡурайсы Ишморат Илбәков, Рәшиҙә Туйсина, Рамаҙан Йәнбәков, Фәнүнә Сиражетдинова, Хөрмәт Үтәшев, Рәсүл Ҡарабулатовтың сығыш яһауы балаларҙа туған телгә һөйөү уятыуҙа ҙур этәргес булды, рәхмәт уларға!
Мәҡәләлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында туған телдә нәшер ителгән баҫмаларҙы алдырыуыбыҙ һәм уҡыусыларҙың уларҙы уҡып барыуҙары тураһында ла әйтелгән. Күренеүенсә, туған тел, тәрбиә, милли аң һәм илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүгә йүнәлтелгән төп мәсьәләләр “Ватандаш” битендә тулыһынса сағылыш таба. Йәғни йыйып әйткәндә: “...Изо всех сил стараюсь, чтобы дети с уважением относились к родному языку, не стеснялись и не стыдились его. И если бы спросили у них: ”Что для вас самое дорогое?” – хотелось бы, чтобы они ответили: ”Родной язык!”.
Алда әйтелгәндәрҙең барыһы ла “Ватандаш” журналының авторҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләүе, ике тиҫтә йыл туған тел һағында тороуы, уҡыусыларға дәрт-илһам, ышаныс биреүе һәм үҙ бурысын намыҫ менән үтәүе хаҡында һөйләй.
Йомғаҡлау һуңында ҡәләмдәштәргә әйтер теләгем дә бар. Йөрөгән таш шымара, ятҡан таш мүкләнә, тигәндәй, төрлө ерҙә йөрөгәс, шул күренә: хәҙер элекке союздаш республикаларҙа йәшәгән журналистар, сит илдекеләрҙе әйтеп тә тормайым, инглиз телендә иркен һөйләшә һәм аралаша. Йәғни чех мәҡәлендә әйтелгәнсә: “Күпме тел беләһең, һин шунса кеше”. Сит илдә дипломың булыу өҫтөнә әгәр инглизсә һөйләшә, компьютерҙа эшләй һәм машина йөрөтә беләһең икән, аҡсалы һәйбәт урынға эшкә урынлаша алаһың. Әйткәндәй, Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында был эш шулай ҡуйылған да инде, беҙгә лә яҡшыға үрелергә, тырышырға кәрәктер.
Сифатлы журналистар тәрбиәләүгә университеттың журналистика бүлеге уҡытыусылары ла ныҡлы иғтибар итһен ине. Башҡаларҙан артта ҡалмайыҡ. Донъяла ни бар, башҡалар нисек йәшәй – сит телдәрҙә уҡып мәғлүмәт алып, белеп-күреп, аралашып йәшәйек, үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамайыҡ, ҡәләмдәштәр!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 330

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519