“Ватандаш” – ул туған тел, илһөйәрлек, милли аң22.03.2016
Ике тиҫтә йыл элек барлыҡҡа килеп, туған тел һағына баҫҡан, “Ватандаш” журналы Башҡортостан уҡытыусыларының иң яҡын дуҫына, ярҙамсыһына әйләнде.
Журналдың бер һанын да ҡалдырмай уҡып барам. Ундағы тәүге мәҡәләм иһә 2001 йылда донъя күрҙе. Бөгөнгәсә әүҙем уҡыусы, автор булыуыма һөйөнәм. Бер яҙмам “Любите свой язык!” тип аталған. “Язык – сильное оружие любого народа, это его будущее, его жизнь, красота и богатство. Родной язык – это сокровище народа. Равные права на него имеют и большие и малые, и старые и молодые, и служит он всем одинаково. Язык невозможно ни подарить, ни делить, он передается родителями, его можно оставлять потомкам. И в то же время родной язык и родные песни у человека можно отнять. И тем самым очень легко можно постепенно уничтожить целые народы, но у такого народа уже не будет будущего” тигән юлдар теҙгәнмен унда. Был иһә “Ватандаш” журналының 15 йыл элек тә телебеҙҙе һаҡлауға шаҡтай иғтибар бүлеүен дәлилләй.
Мәктәптә эшләгән йылдарҙа журналда нәшер ителгән һәр мәҡәләне йотлоғоп уҡып, кәрәклеләрен эшемдә ҡулландым. Ф.Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында хеҙмәт иткән йылдарҙа “Ватандаш” башҡа милли баҫмалар менән бер рәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында ятыр ине, уны хатта малай һәм ҡыҙҙар алып уҡыны, инша, реферат яҙғанда, дәрестәргә әҙерләнгәндә әүҙем ҡулланды.
Хеҙмәт юлым барышында башҡорт теленән дә, журналистика буйынса ла белем бирҙем. Ике йүнәлеш пар ҡанаттарым кеүек булды, бер-береһен тулыландырып йәшәне. Белем усағында ниндәй генә сара үткәрмә, һәр ҡайһыһында башҡорт гәзит-журналдары, тел мәсьәләләренә арналған яҙмалар ҙур ярҙам, таяныс ине. Төрлө бәйгеләрҙә еңгән уҡыусыларға “Ватандаш”ты хатта бүләк итеп тә тапшыра инек. Журналды махсус рәүештә өйгә һәм эшемә яҙҙырып алдыра торғайным.
Ошо уҡытыусы хеҙмәтенә арнап яҙған юлдарымды тағы бер ҡат билдәләп үтеү яҙыҡ булмаҫ: “Многоязычие показывает интеллектуальный уровень современного цивилизованного человека, но никому еще не помешало, а наоборот, повышало авторитет человека и его эрудицию. И тот, кто уважает свой родной язык, всегда с уважением отнесется к языкам и других народов. Учитывая это, в нашей гимназии изучаются русский, башкирский и английский языки. Но с тех пор как сократили часы башкирского языка и литературы – осталось всего четыре часа на изучение языка и литературы, – учителям стало трудно работать. А ведь им надо и программу проходить, научить ученика читать, писать, говорить и всему остальному. Поэтому очень хотелось бы, чтобы Министерство образования обратило внимание на эту проблему, ведь этих часов так не хватает для воспитания городских башкир в национальном духе!” Минеңсә, был һүҙҙәрҙә ябай мәктәп уҡытыусыһының саң ҡағыуы, йөрәк тауышы ишетелгәндәй. Улар әһәмиәтле лә яңғырай: баҫма уҡытыусының мәҡәләһен баҫып, берҙән, уның тауышын Мәғариф министрлығына еткерһә, икенсенән, баш ҡалала туған тел яҙмышы өсөн борсолған остаздарҙың берҙәмлеген көсәйтә, борсолоуҙарын, уй-фекерҙәрен, ниәт-тәҡдимдәрен сағылдыра. Һәм был иң мөһимелер, сөнки туған тел, әҙәбиәт уҡытыусылары әлегәсә – милләттең интеллектуаль көсө, фекерләү көҙгөһө, матбуғат киләсәген ҡайғыртыусы. “Ватандаш” журналы иһә артабан да мәғариф мәсьәләләрен киң яҡтыртыр, иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫ, тигән өмөттәмен.
Әлеге мәҡәләлә: “Меня волнует еще то, что до сих пор у нас отсутствуют альтернативные программы и учебники по башкирскому языку и литературе” тигән юлдар ҙа бар. Тимәк, баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы әле бынан ун биш йыл элек үк альтернатив дәреслектәр һәм программалар булмауға, иҫке, тормоштан артта ҡалған һәм ваҡыт үтеү менән әһәмиәте кәмегән нәмәләргә йәбешеп ятыуҙан арынырға, яңыларын яҙырға саҡырған. Ә бит был проблема әле лә бар. Уҡытыусылар һаман элекке дәреслектәр менән эшләй, заманса әсбаптар яҙыусы ғалимдарыбыҙ юҡ кимәлдә. Был ултырып иларлыҡ проблема түгелме ни?
Шулай уҡ әлеге мәҡәләлә һәләтле балаларҙы үҫтереү хаҡында ла әйтелә, улар менән эшләү өсөн махсус программалар юҡлығына борсолоу белдерелә – быныһы ла мөһим мәсьәлә.
Һәр йәмғиәттә уҡытыусы менән заман бергә, улай ғына ла түгел, хатта бер аҙым алдараҡ барған, белемле, алдан күрә белгән шәхес булып ҡала. Бер үк ваҡытта балалар, уларҙың ата-әсәләре, өләсәй-олатайҙары һәм мәктәп коллективы менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән уҡытыусының фекерләү ҡеүәһе күпкә юғары, тормош тәжрибәһе лә бай. Мәҡәләмде ошонан сығып әйтелгән юлдар менән дауам итеүҙе урынлы һанайым: “Сегодня перед нами стоит сложная задача – воспитание гражданина нового Башкортостана. От того, каким мы его воспитаем, зависит наше будущее и судьба нашей республики”. Үҙ сиратымда төрлө район һәм республика кимәлендәге семинарҙарҙа, олимпиадаларҙа, ”Йыл уҡытыусыһы” конкурстарында эш тәжрибәм менән бүлешеп йәшәнем, уҡыусыларым алдында Башҡортостандың билдәле яҙыусылары һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре даими сығыш яһаны. Ошондай иҫтәлекле осрашыуҙарҙа Сафуан Әлибаев, Наил Ғәйетбаев, Аҫылғужа Баһуманов, Әмир Әминев, Хәсән Назар, Рауил Ниғмәтуллин, Таңһылыу Кусимова, Фәнил Фәйзуллин, Нәжибә Мәҡсүтова, ҡурайсы Ишморат Илбәков, Рәшиҙә Туйсина, Рамаҙан Йәнбәков, Фәнүнә Сиражетдинова, Хөрмәт Үтәшев, Рәсүл Ҡарабулатовтың сығыш яһауы балаларҙа туған телгә һөйөү уятыуҙа ҙур этәргес булды, рәхмәт уларға!
Мәҡәләлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында туған телдә нәшер ителгән баҫмаларҙы алдырыуыбыҙ һәм уҡыусыларҙың уларҙы уҡып барыуҙары тураһында ла әйтелгән. Күренеүенсә, туған тел, тәрбиә, милли аң һәм илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүгә йүнәлтелгән төп мәсьәләләр “Ватандаш” битендә тулыһынса сағылыш таба. Йәғни йыйып әйткәндә: “...Изо всех сил стараюсь, чтобы дети с уважением относились к родному языку, не стеснялись и не стыдились его. И если бы спросили у них: ”Что для вас самое дорогое?” – хотелось бы, чтобы они ответили: ”Родной язык!”.
Алда әйтелгәндәрҙең барыһы ла “Ватандаш” журналының авторҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләүе, ике тиҫтә йыл туған тел һағында тороуы, уҡыусыларға дәрт-илһам, ышаныс биреүе һәм үҙ бурысын намыҫ менән үтәүе хаҡында һөйләй.
Йомғаҡлау һуңында ҡәләмдәштәргә әйтер теләгем дә бар. Йөрөгән таш шымара, ятҡан таш мүкләнә, тигәндәй, төрлө ерҙә йөрөгәс, шул күренә: хәҙер элекке союздаш республикаларҙа йәшәгән журналистар, сит илдекеләрҙе әйтеп тә тормайым, инглиз телендә иркен һөйләшә һәм аралаша. Йәғни чех мәҡәлендә әйтелгәнсә: “Күпме тел беләһең, һин шунса кеше”. Сит илдә дипломың булыу өҫтөнә әгәр инглизсә һөйләшә, компьютерҙа эшләй һәм машина йөрөтә беләһең икән, аҡсалы һәйбәт урынға эшкә урынлаша алаһың. Әйткәндәй, Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында был эш шулай ҡуйылған да инде, беҙгә лә яҡшыға үрелергә, тырышырға кәрәктер.
Сифатлы журналистар тәрбиәләүгә университеттың журналистика бүлеге уҡытыусылары ла ныҡлы иғтибар итһен ине. Башҡаларҙан артта ҡалмайыҡ. Донъяла ни бар, башҡалар нисек йәшәй – сит телдәрҙә уҡып мәғлүмәт алып, белеп-күреп, аралашып йәшәйек, үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамайыҡ, ҡәләмдәштәр!