Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һаҡ булығыҙ: кибер-енәйәтселәр!
Башҡортостанда кибер-енәйәтселек осраҡтары артҡан. Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала быйыл ике ай эсендә Интернет аша 264, телефон ҡулланып 168 мутлашыу осрағы теркәлгән.

Мобиль операторҙарҙың төбәк бүлексәһе директорҙарының береһе Дамир Байгилдин әйтеүенсә, алдаҡсыларҙың тоҙағына эләкмәйем тиһәң, бер нисә ҡағиҙәне теүәл үтәү шарт.
— Беренсенән, тыныс ҡалырға тырышығыҙ. Телефон аша туғанығыҙҙың юл фажиғәһенә эләгеүе йәки картағыҙ эшмәкәрлеге сикләнеүе хаҡында хәбәр килһә, кисекмәҫтән сара күрергә тотонмағыҙ, үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ, — ти ул. — Туғанығыҙ, банк менән бәйләнешкә инеп, хәлдең айышына төшөнөгөҙ. Мобиль операторға алдаҡсылар хаҡында хәбәр итергә лә онотмағыҙ.
Бынан тыш, Дамир Байгилдин Интернет аша теге йәки был әйберҙе һатып алғанда өҫтәмә банк картаһын алырға кәңәш итә. Был картаны әйбер хаҡына ҡарап тулыландырып торорға мөмкин. Әммә ул “Мобиль банк” хеҙмәтенә тоташтырылған булһа, енәйәтселәргә банктағы башҡа иҫәптәрегеҙгә лә юл асыла.

Лагерь хужаһы
штраф түләгән



Башҡортостандың Юғары суды балалар лагеры етәкселегенә ҡулын һындырған сабыйҙың әсәһенә компенсация түләү бурысын йөкмәтте. Республика Прокуратураһы ошо турала хәбәр итте.

Асыҡланыуынса, лагерҙа ял иткән осорҙа бала өҫтәлдән ҡолап төшөп, беләк һөйәген һындырған. Учреждениелағы фельдшер уны травма пунктына ебәрмәгән. Фажиғәнең иртәгәһенә әсә сабыйын район дауаханаһына килтергән, бында уға тейешле медицина ярҙамы күрһәткәндәр.
Ваҡиғаға бәйле, Ишембай районы Прокуратураһы суд аша ойошманан әхлаҡи зыян өсөн компенсация түләүҙе талап иткән. Яуап тотоусы беренсе инстанция судының ҡарары менән ризалашмаған, ғәйебен танымаған. Республика Юғары суды иһә ялыуҙағы дәлилдәрҙе кире ҡағып, балалар лагеры хужаһынан 30 мең һум түләтеү хаҡында ҡарар сығарған.


Уғрылар
урамда ла
ҡорбан эҙләй


Баш ҡаланың Октябрь районында урамда ике ҡыҙ 50 йәшлек ҡатынға ярҙам итеү һылтауы менән уның фатирын талаған.

Ике әхирәт урамда осраған иҫерек ҡатынды өйөнә тиклем оҙатып ҡуя. Фатирға инеүгә хужабикә шунда уҡ йоҡоға тала, ә ҡыҙҙарҙың береһе уның өс кеҫә телефонын, кейем-һалымын, өйҙәге аҙыҡ-түлекте, йомшаҡ уйынсыҡты урлай. Зыян күләме 30 мең һумдан ашыу тәшкил итә.
Иртәгәһенә фатир хужабикәһе тәртип һаҡсыларына мөрәжәғәт итә. Эҙләү саралары барышында енәйәтсе асыҡлана. Әле ул ҡулға алынған, ғәйебен таныған, әйберҙәрҙең бер өлөшөн кире ҡайтарған. “Уғрылыҡ” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Л. ДӘҮЛИЕВА
әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521