Башҡортостанда кибер-енәйәтселек осраҡтары артҡан. Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала быйыл ике ай эсендә Интернет аша 264, телефон ҡулланып 168 мутлашыу осрағы теркәлгән. Мобиль операторҙарҙың төбәк бүлексәһе директорҙарының береһе Дамир Байгилдин әйтеүенсә, алдаҡсыларҙың тоҙағына эләкмәйем тиһәң, бер нисә ҡағиҙәне теүәл үтәү шарт.
— Беренсенән, тыныс ҡалырға тырышығыҙ. Телефон аша туғанығыҙҙың юл фажиғәһенә эләгеүе йәки картағыҙ эшмәкәрлеге сикләнеүе хаҡында хәбәр килһә, кисекмәҫтән сара күрергә тотонмағыҙ, үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ, — ти ул. — Туғанығыҙ, банк менән бәйләнешкә инеп, хәлдең айышына төшөнөгөҙ. Мобиль операторға алдаҡсылар хаҡында хәбәр итергә лә онотмағыҙ.
Бынан тыш, Дамир Байгилдин Интернет аша теге йәки был әйберҙе һатып алғанда өҫтәмә банк картаһын алырға кәңәш итә. Был картаны әйбер хаҡына ҡарап тулыландырып торорға мөмкин. Әммә ул “Мобиль банк” хеҙмәтенә тоташтырылған булһа, енәйәтселәргә банктағы башҡа иҫәптәрегеҙгә лә юл асыла.
Лагерь хужаһы
штраф түләгәнБашҡортостандың Юғары суды балалар лагеры етәкселегенә ҡулын һындырған сабыйҙың әсәһенә компенсация түләү бурысын йөкмәтте. Республика Прокуратураһы ошо турала хәбәр итте.
Асыҡланыуынса, лагерҙа ял иткән осорҙа бала өҫтәлдән ҡолап төшөп, беләк һөйәген һындырған. Учреждениелағы фельдшер уны травма пунктына ебәрмәгән. Фажиғәнең иртәгәһенә әсә сабыйын район дауаханаһына килтергән, бында уға тейешле медицина ярҙамы күрһәткәндәр.
Ваҡиғаға бәйле, Ишембай районы Прокуратураһы суд аша ойошманан әхлаҡи зыян өсөн компенсация түләүҙе талап иткән. Яуап тотоусы беренсе инстанция судының ҡарары менән ризалашмаған, ғәйебен танымаған. Республика Юғары суды иһә ялыуҙағы дәлилдәрҙе кире ҡағып, балалар лагеры хужаһынан 30 мең һум түләтеү хаҡында ҡарар сығарған.
Уғрылар
урамда ла
ҡорбан эҙләйБаш ҡаланың Октябрь районында урамда ике ҡыҙ 50 йәшлек ҡатынға ярҙам итеү һылтауы менән уның фатирын талаған.
Ике әхирәт урамда осраған иҫерек ҡатынды өйөнә тиклем оҙатып ҡуя. Фатирға инеүгә хужабикә шунда уҡ йоҡоға тала, ә ҡыҙҙарҙың береһе уның өс кеҫә телефонын, кейем-һалымын, өйҙәге аҙыҡ-түлекте, йомшаҡ уйынсыҡты урлай. Зыян күләме 30 мең һумдан ашыу тәшкил итә.
Иртәгәһенә фатир хужабикәһе тәртип һаҡсыларына мөрәжәғәт итә. Эҙләү саралары барышында енәйәтсе асыҡлана. Әле ул ҡулға алынған, ғәйебен таныған, әйберҙәрҙең бер өлөшөн кире ҡайтарған. “Уғрылыҡ” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Л. ДӘҮЛИЕВА
әҙерләне.