Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ишлеләргә бәхет ишелә
Ишлеләргә бәхет ишелә Йомарт ерҙең ҡуйынына барыһы ла һыйған: ҡуйы урмандар ҙа, сылбыр булып теҙелеп киткән тауҙар ҙа, икһеҙ-сикһеҙ яландар ҙа... Кешеләрҙең күңеленә лә күскән был киңлек. Тыуған төйәген мөкиббән яратҡан халыҡ мул тормошта күп бала үҫтереп, ихлас донъя көтә.

Мәҫәлән, Яңы Күл ауылынан Регина менән Рәмил Фәрхетди­новтарҙа биш ҡыҙ буй еткерә. Өлкәненә туғыҙ йәш тулһа, бәләкәсенә алты ай ғына әле. Яҙҙың тәүге байрамы 8 Мартты ғаилә башлығы быйыл, үҙе әйт­мешләй, алтылата шатлыҡ менән ҡаршы алған.
– Тыуған нигеҙҙә күп бала үҫтереп йәшәү – үҙе ҙур бәхет, – ти ул. – Әйткәндәй, ошонда уҡ төйәкләнгән Йәмил ағайым­дың ғаиләһендә алты малай буй еткерә! Атай-әсәйемдең рухы шаттыр. “Ғаилә ишле булырға тейеш”, – ти торғайны улар. Үҙҙәре беҙҙе, ете бала­һын, хеҙмәт һөйөргә, әҙерҙе көтөп ултырмаҫҡа, ауырлыҡ­тарҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәтеп үҫтерҙе.
Ошондай мөхиттә буй еткергән Рәмилде эшһеҙлек гелән урап үткәндәй: йүнселгә һәр саҡ йүне сығып тора. Элегерәк ҡырға йөрөп аҡса табырға тура килһә, хәҙер инде үҙҙәрендә асылған “Йәшел ожмах” йәмғиәтендә тракторсы хеҙмәтен лайыҡлы атҡара. Ойошмала йәшел­сә­селек менән шөғөлләнәләр. Үҙе­беҙҙең продукцияны етештереүгә өлөш индерә алыуы менән ғорур механизатор Рәмил Фәрхетдинов.
Ҡатыны Регина иһә – Өфө ҡыҙы.
– Ауылда йәшәрмен, күп бала үҫтерермен тип ғүмерҙә лә уйла­мағайным, – ти ул, йылмайып. – Ә был шул ҡәҙәр ҙур бәхет икән! Һиллек, киңлек, саф һауа... Эргәңдә – яратҡан ирең, “әсәй” тип өҙөлөп торған балаларың, көн-төн тип тормай, ярҙам итергә әҙер туғандарың, көн дә хәлеңде һорашыр күрше­ләрең. Ошондай тормошҡа ни етә?!
Регина Таһир ҡыҙы ауылда үткән бер саранан да ситтә ҡалмай. Әүҙем килен бәйләргә, тегергә, сигергә оҫталығы менән тотош районда танылыу яуларға өлгөргән. Һоҡланғыс ҡул эштәре йортона йылылыҡ, нур өҫтә­гәндәй.
– Районда ойошторолған башҡа конкурстарҙа, төбәк гәзите үткәргән викториналарҙа даими ҡатнашам, – ти уңған хужабикә. – Ғөмүмән, ваҡытты бушҡа уҙғарырға яратмайым. “Балалар күмәк, өлгөрөп булмай” тигән һүҙҙәрҙе һылтау тип ҡабул итәм. Ишле ғаиләлә бар эш тә ишелеп уңа ул. Балабыҙ берәү булған саҡта миңә, киреһенсә, ауыр ине – күп нәмәгә өлгөрә алмай торғай­ным. Хәҙер иһә бөтөн эште бергәләп башҡарабыҙ. Ҡыҙҙа­рыбыҙ бер-береһен ҡарай, тәрбиәләй, сәстәрен үрешә, бәләкәс һеңлеләренең йүргәген алмаштыра, йырлап йоҡлата... Ғөмүмән, хеҙмәткә өйрәнеп үҫәләр. Бер-ике генә балалы ғаиләлә бындай мөмкинлек бармы икән?
Кинйә ҡыҙына өс йәш тулғас, Регина Таһир ҡыҙы үҙ эшен булдырырға ниәтләй. Ни тиһәң дә, юғары белеме бар – заманында Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһын тамам­лаған.
– Хәҙерге йәмғиәттә “тәүҙә – карьера, унан – ғаилә” тигән ҡағиҙә йәшәй, – ти ул. – Минеңсә, был дөрөҫ түгел. Ҡатын-ҡыҙ үҙенә тәғәйенләнгән төп бурысты – бала табыуҙы – тәү сиратта тормошҡа ашы­рырға тейеш. Юғиһә аҙаҡ һуң булыуы ла ихтимал. Үҙемә килгәндә, хәҙер инде ныҡлы көс менән эшкә тотонорға, карьера хаҡында уйларға мөмкин. Иремдең, ҡыҙҙарымдың бөтөн яҡлап терәк булырына иманым камил.
“Районыбыҙҙа күмәк балалы ғаиләләргә иғтибар ҙур”, – ти Фәрхет­диновтар. Улар үҙҙәренә тейешле ташламаларҙы даими файҙалана, дәүләт программа­һына ярашлы заманса яңы йорт та ҡалҡытҡандар.
– Күпләп мал, ҡош-ҡорт үрсетә башларға, баҡсаны тағы ла киңәйтергә ниәтләйбеҙ, – ти Рәмил. – Оло юл буйында ятҡан ауылыбыҙҙа йәшәү өсөн бар­лыҡ уңайлыҡтар бар. Урта мәктәптә 200-ҙән ашыу уҡыусы белем ала, балалар баҡсаһы ла йылдан-йыл тулылана. Тимәк, ирмен тигән ир-аттың бурысы – барҙы һаҡлау, үҫтереү маҡсатындағы тынғыһыҙ хеҙ­мәт­тән туҡталмау.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521