Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атай һүҙен йыҡмайынса
Атай һүҙен йыҡмайынса Яҙмышын медицина менән бәйләп, утыҙ йылға яҡын ғүмерен халыҡтың сәләмәтлеген ҡайғыртыуға арнаған табип-фтизиатр Фәйрүзә Хәлимованы Сибайҙа ғына түгел, ғөмүмән, Урал аръяғында яҡшы беләләр. Ҡасандыр атаһының фатихаһы менән бер туған Фәрзәнә апаһының юлын дауам итергә теләк белдергән ҡыҙ үҙе һайлаған һөнәргә тоғро ҡалғанына һис үкенмәй.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, юғары категориялы табип Фәйрүзә Зекериә ҡыҙы Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында тыуып үҫә. Атаһы ҡыҙҙарының медицина юлын һайла­уын бик теләй, бәләкәйҙән уларҙы: “Буласаҡ док­торҙарым!” – тип иркәләй. Шуғалыр ҙа урта мәктәпте тамамлағас та, Фәйрүзә Хәлимова һис икеләнеүһеҙ документтарын Башҡорт дәүләт медицина институтына тапшыра. Хәйер, был ва­ҡытта Фәрзәнә апаһы тап ошо уҡыу йортон тамамлап, ҡулына табип дипломы ала. Белемгә ынтылған тырыш ҡыҙға уҡыу еңел бирелә, шулай уҡ йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.
Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, 1986 йыл­да йүнәлтмә буйынса Баймаҡ ҡалаһы дауа­ха­наһына терапевт булып ҡайта. Бер аҙҙан Илеш егете Рәмзилгә кейәүгә сығып, уның тыуған яҡтарына килен булып төшә, Үрге Йәркәй дауа­ханаһында бер аҙ эшләй. Ирен Сибай ҡалаһына тәғәйенләгәстәр, йәш ғаилә күсенеп ҡайтырға теләк белдерә.
Фәйрүзә тәүҙә ҡала дауаханаһының кардиоло­гия бүлегендә, артабан Сибай район-ара тубер­кулезға ҡаршы диспансерында эшен дауам итә. 1992 йылдан алып бөгөнгәсә бүлек мөдире, оло хөрмәткә лайыҡ табиптарҙың береһе.
— Башҡа ауырыуҙарҙан айырмалы, пациенттар был дауаханала оҙаҡ дауалана. Бәғзеләре хатта йылдар дауамында ятырға мәжбүр. Шуға күрә кәйефтәренең йыш боҙолоуына, психика­һы­ның ҡаҡшауына аптырайһы түгел. Һәр береһе менән шәхсән аралашып, проблемаларын хәл итеү юлын табабыҙ. Табип дарыуҙар менән генә түгел, йылы һүҙ, яҡты йөҙ менән дә дауаларға бу­рыслы, сөнки сирлегә ышаныс, өмөт уятыу мө­һим. Юғиһә, туберкулез диагнозын ишетһә, күптәр ҡурҡып ҡалыусан. Уны булдырмау өсөн йыл һайын флюорографик тикшеренеү үтеү, сәләмәт тормош алып барыу кеүек ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ.
Шуны оноторға ярамай: туберкулез, билдәле булыуынса, йоғошло сир. Уны кешеләрҙең теләһә ҡайһы ерҙә, теләһә ҡайһы йәштә йоҡтороуы ихтимал. Айырыуса иммунитеты түбәндәргә, шәкәр диабеты, ашҡаҙан йәрәхәте, яман шеш кеүек сир­ҙәрҙән яфаланыусыларға был ауырыуҙың элә­геүе бар. Йәнә алама ғәҙәттәрҙе үҙ итеүселәр, насар туҡланыусылар, уңайлы шарттар булмаған ерҙә көн күреүселәр, стресс кисереүселәр хәүеф төркөмөнә ҡарай. Ауырыуҙың тәүге билдәләре: күкрәк ҡыҫыу, хәл бөтөү, сәбәпһеҙгә тирләү, кәү­ҙә ауырлығын юғалтыу, аппетит булмау, йоҡо ба­ҫыу. Былар бар икән, кисекмәҫтән табипҡа күренергә кәрәк.
Бөгөн сирҙе еңергә мөмкин, бының өсөн дис­пансерҙа бар шарттар булдырылған, дәүләт яғы­нан да тейешле ярҙам күрһәтелә. Һәр кемдең сәләмәтлеге үҙенең ҡулында, һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ, – ти тәжрибәле табип Фәйрүзә Хәлимова.
Әлбиттә, еңел түгел Фәйрүзә Зекериә ҡыҙына. Һәр пациентҡа шәхсән ҡараш, үҙенсә дауалау алымдары талап ителә. Күпселек осраҡта эштә тотҡарланып, ял, байрам көндәрен дә унда үт­кәрергә тура килә. Әммә ул һайлаған һөнәренә тоғро ҡала, ғаиләһендә лә уны аңлап торалар. Буш ваҡытында геройым йорто янындағы баҡса­һында ҡаҙынырға ярата: йәшелсә, еләк-емеш үҫтерә, сәскәләр ярата. Бигерәк тә георгин, петуния, раузаларға өҫтөнлөк бирә, ялан сәскә­ләренән иһә ромашкаларҙы оҡшата.
Ҡыҙҙары Лилиә менән Айгөл күңелдәренә оҡшаған һөнәргә эйә. Лилиә Сибай институтының сит телдәр факультетын тамамлай, әле ҡыҙ үҫтерә. Айгөл Рәми Ғарипов исемендәге гимназиянан һуң белем алыуын Мәскәүҙә дауам итә.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523