Яҙмышын медицина менән бәйләп, утыҙ йылға яҡын ғүмерен халыҡтың сәләмәтлеген ҡайғыртыуға арнаған табип-фтизиатр Фәйрүзә Хәлимованы Сибайҙа ғына түгел, ғөмүмән, Урал аръяғында яҡшы беләләр. Ҡасандыр атаһының фатихаһы менән бер туған Фәрзәнә апаһының юлын дауам итергә теләк белдергән ҡыҙ үҙе һайлаған һөнәргә тоғро ҡалғанына һис үкенмәй.Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, юғары категориялы табип Фәйрүзә Зекериә ҡыҙы Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында тыуып үҫә. Атаһы ҡыҙҙарының медицина юлын һайлауын бик теләй, бәләкәйҙән уларҙы: “Буласаҡ докторҙарым!” – тип иркәләй. Шуғалыр ҙа урта мәктәпте тамамлағас та, Фәйрүзә Хәлимова һис икеләнеүһеҙ документтарын Башҡорт дәүләт медицина институтына тапшыра. Хәйер, был ваҡытта Фәрзәнә апаһы тап ошо уҡыу йортон тамамлап, ҡулына табип дипломы ала. Белемгә ынтылған тырыш ҡыҙға уҡыу еңел бирелә, шулай уҡ йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.
Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, 1986 йылда йүнәлтмә буйынса Баймаҡ ҡалаһы дауаханаһына терапевт булып ҡайта. Бер аҙҙан Илеш егете Рәмзилгә кейәүгә сығып, уның тыуған яҡтарына килен булып төшә, Үрге Йәркәй дауаханаһында бер аҙ эшләй. Ирен Сибай ҡалаһына тәғәйенләгәстәр, йәш ғаилә күсенеп ҡайтырға теләк белдерә.
Фәйрүзә тәүҙә ҡала дауаханаһының кардиология бүлегендә, артабан Сибай район-ара туберкулезға ҡаршы диспансерында эшен дауам итә. 1992 йылдан алып бөгөнгәсә бүлек мөдире, оло хөрмәткә лайыҡ табиптарҙың береһе.
— Башҡа ауырыуҙарҙан айырмалы, пациенттар был дауаханала оҙаҡ дауалана. Бәғзеләре хатта йылдар дауамында ятырға мәжбүр. Шуға күрә кәйефтәренең йыш боҙолоуына, психикаһының ҡаҡшауына аптырайһы түгел. Һәр береһе менән шәхсән аралашып, проблемаларын хәл итеү юлын табабыҙ. Табип дарыуҙар менән генә түгел, йылы һүҙ, яҡты йөҙ менән дә дауаларға бурыслы, сөнки сирлегә ышаныс, өмөт уятыу мөһим. Юғиһә, туберкулез диагнозын ишетһә, күптәр ҡурҡып ҡалыусан. Уны булдырмау өсөн йыл һайын флюорографик тикшеренеү үтеү, сәләмәт тормош алып барыу кеүек ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ.
Шуны оноторға ярамай: туберкулез, билдәле булыуынса, йоғошло сир. Уны кешеләрҙең теләһә ҡайһы ерҙә, теләһә ҡайһы йәштә йоҡтороуы ихтимал. Айырыуса иммунитеты түбәндәргә, шәкәр диабеты, ашҡаҙан йәрәхәте, яман шеш кеүек сирҙәрҙән яфаланыусыларға был ауырыуҙың эләгеүе бар. Йәнә алама ғәҙәттәрҙе үҙ итеүселәр, насар туҡланыусылар, уңайлы шарттар булмаған ерҙә көн күреүселәр, стресс кисереүселәр хәүеф төркөмөнә ҡарай. Ауырыуҙың тәүге билдәләре: күкрәк ҡыҫыу, хәл бөтөү, сәбәпһеҙгә тирләү, кәүҙә ауырлығын юғалтыу, аппетит булмау, йоҡо баҫыу. Былар бар икән, кисекмәҫтән табипҡа күренергә кәрәк.
Бөгөн сирҙе еңергә мөмкин, бының өсөн диспансерҙа бар шарттар булдырылған, дәүләт яғынан да тейешле ярҙам күрһәтелә. Һәр кемдең сәләмәтлеге үҙенең ҡулында, һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ, – ти тәжрибәле табип Фәйрүзә Хәлимова.
Әлбиттә, еңел түгел Фәйрүзә Зекериә ҡыҙына. Һәр пациентҡа шәхсән ҡараш, үҙенсә дауалау алымдары талап ителә. Күпселек осраҡта эштә тотҡарланып, ял, байрам көндәрен дә унда үткәрергә тура килә. Әммә ул һайлаған һөнәренә тоғро ҡала, ғаиләһендә лә уны аңлап торалар. Буш ваҡытында геройым йорто янындағы баҡсаһында ҡаҙынырға ярата: йәшелсә, еләк-емеш үҫтерә, сәскәләр ярата. Бигерәк тә георгин, петуния, раузаларға өҫтөнлөк бирә, ялан сәскәләренән иһә ромашкаларҙы оҡшата.
Ҡыҙҙары Лилиә менән Айгөл күңелдәренә оҡшаған һөнәргә эйә. Лилиә Сибай институтының сит телдәр факультетын тамамлай, әле ҡыҙ үҫтерә. Айгөл Рәми Ғарипов исемендәге гимназиянан һуң белем алыуын Мәскәүҙә дауам итә.