Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Маҡсат билдәләү – ярты эш
Маҡсат билдәләү –  ярты эш Үҙ-үҙен аңламай йәшәүҙең мәғәнәһенә төшөнә алмай аҙапланғандар ҙа осрап ҡуя ҡайһы саҡ. Шуныһы һөйөнөслө: һәр мәсьәләнән сығыу юлдарын табырға була. Маҡсат билдәләү өсөн түбәндәге ете һорауға яуаптар ярҙамға килер.
1. Бала саҡта нимәләр менән ҡыҙыҡһындың?
Элек иғтибарыңды тотошлай үҙенә тартып алған әйберҙәрҙе иҫеңә төшөр. Бәлки, һин хикәйәләр яҙғанһыңдыр, йә балсыҡтан һын­дар яһағанһыңдыр? Ғәҙәттә, бала һәр саҡ нимә менәндер мәшғүл була. Тик ғүмер үтә тора, кеше лә ошо яратып башҡарған шөғөл­дәренән баш тарта, ә сәбәбен ваҡыт етмәү, башҡа­ларҙың фекере йә бүтән нәмә менән аңлата һәм ниндәйҙер “етди” эшкә тотона. Бәләкәй саҡта һине нимәләр ҡыҙыҡһындырғаны тураһында ныҡлап уйла, барыһын иҫеңә төшөр. Хәҙер ошо шөғөлдәреңә тоғроһоңмо? Юҡ икән, ни өсөн? Элек ихлас башҡарған кәсебең әле лә йәлеп итәме, дәрт-илһам өҫтәйме?
2. Әгәр эшкә барыу бурысы тормаһа, буш ваҡытыңды ни­мә­гә тотонор инең?
Көн аҙағында йә шәмбелә, йәкшәмбелә, ғәҙәттә, тынысланып, ял ғына итке килә. Шулай ҙа, әгәр беҙ бик күп ваҡытҡа эйә булһаҡ, уны файҙалы, һөҙөмтәле кәсепкә йәлеп итер инек, эйеме? Ошо һорауға яуап рәүешендә яҙған планың менән танышып сыҡ һәм киләһе ялдарҙа уны тормошҡа ашыра башла.
3. Бар донъяны онотоп, ва­ҡыт уҙғанын да һиҙмәй баш­ҡарған эшегеҙ барҙыр бит?!
Ошондай мәлдә кеше хатта тамаҡ ялғарға ла онота, бары тик осона сыҡҡас, һөҙөмтәне күргәс кенә “аңына килә”. Һинең менән дә тап әлегесә хәл булғандыр бит, иҫеңә төшөр.
4. Ниндәй өлкә буйынса мәғ­лү­мәт, яңылыҡ белеү оҡшай?
Китап, журнал уҡырға ярата­һыңдыр, бәлки, күңелеңде балыҡ тотоу йә аш-һыу серҙәре йәлеп итәлер, ниндәйҙер бизнес ҡыҙыҡ­һындыралыр. Әгәр был һорауға аныҡ ҡына яуап бирә алмаһаң, борсолма, ихлас өйрәнә торған өлкәңде билдәләр өсөн бер аҙ ваҡыт кәрәк булыуы ла ихтимал.
5. Иң яҡын дуҫтарың менән, ғә­ҙәттә, нимә хаҡында һөйлә­шәһең?
Яҡшы, яҡын таныштар янында булғанда үҙебеҙҙе ысын мәғәнәлә ҡыҙыҡһындырған, күңелде күтәргән әйберҙәр тураһында әңгәмә­ләшәбеҙ. Ҡайһы саҡ тап ошо темаларҙа йәшеренгән була ла инде асылыбыҙ. Бынан тыш, дуҫтар йыш ҡына кәңәшләшергә теләп мөрәжәғәт итә. Уларҙың нимә тураһында һорауына иғтибар итегеҙ, сөнки тап ошо өлкәлә улар һине белгес тип һанай.
6. Тормошта башҡарып өлгө­рөргә теләгән эштәрең исемле­генә һуңғы тапҡыр ҡасан күҙ йүгертеп сыҡтың?
Бындай яҙма бөтөнләй юҡ икән, тиҙ арала булдыр, сөнки ошо исемлек һинең ни теләгәнеңде, маҡ­саттарыңды һәм уңыш тауына күпмегә яҡынлағаныңды күрһәтер.
7. Һис шикһеҙ уңыш яулая­сағыңды белһәң, ниндәй йүнә­леште һайлар инең?
Күптәр, кире һөҙөмтәнән ҡурҡып, үҙ хыялын тормошҡа ашырмай ҡала. Уй-ниәттәрегеҙгә ыңғай ҡарашта бул. “Бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ”, – тип ҡайғырыр урынға маҡсатты тормошҡа ашырыу юлдарын эҙлә, тырыш. Аҙна һайын төп маҡсатыңа, хыялыңа илткән бер генә булһа ла эш атҡар. Һәм иҫеңдә тот: барыһы ла яҡшы буласаҡ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523