
Үҙ-үҙен аңламай йәшәүҙең мәғәнәһенә төшөнә алмай аҙапланғандар ҙа осрап ҡуя ҡайһы саҡ. Шуныһы һөйөнөслө: һәр мәсьәләнән сығыу юлдарын табырға була. Маҡсат билдәләү өсөн түбәндәге ете һорауға яуаптар ярҙамға килер.
1. Бала саҡта нимәләр менән ҡыҙыҡһындың?
Элек иғтибарыңды тотошлай үҙенә тартып алған әйберҙәрҙе иҫеңә төшөр. Бәлки, һин хикәйәләр яҙғанһыңдыр, йә балсыҡтан һындар яһағанһыңдыр? Ғәҙәттә, бала һәр саҡ нимә менәндер мәшғүл була. Тик ғүмер үтә тора, кеше лә ошо яратып башҡарған шөғөлдәренән баш тарта, ә сәбәбен ваҡыт етмәү, башҡаларҙың фекере йә бүтән нәмә менән аңлата һәм ниндәйҙер “етди” эшкә тотона. Бәләкәй саҡта һине нимәләр ҡыҙыҡһындырғаны тураһында ныҡлап уйла, барыһын иҫеңә төшөр. Хәҙер ошо шөғөлдәреңә тоғроһоңмо? Юҡ икән, ни өсөн? Элек ихлас башҡарған кәсебең әле лә йәлеп итәме, дәрт-илһам өҫтәйме?
2. Әгәр эшкә барыу бурысы тормаһа, буш ваҡытыңды нимәгә тотонор инең?
Көн аҙағында йә шәмбелә, йәкшәмбелә, ғәҙәттә, тынысланып, ял ғына итке килә. Шулай ҙа, әгәр беҙ бик күп ваҡытҡа эйә булһаҡ, уны файҙалы, һөҙөмтәле кәсепкә йәлеп итер инек, эйеме? Ошо һорауға яуап рәүешендә яҙған планың менән танышып сыҡ һәм киләһе ялдарҙа уны тормошҡа ашыра башла.
3. Бар донъяны онотоп, ваҡыт уҙғанын да һиҙмәй башҡарған эшегеҙ барҙыр бит?!
Ошондай мәлдә кеше хатта тамаҡ ялғарға ла онота, бары тик осона сыҡҡас, һөҙөмтәне күргәс кенә “аңына килә”. Һинең менән дә тап әлегесә хәл булғандыр бит, иҫеңә төшөр.
4. Ниндәй өлкә буйынса мәғлүмәт, яңылыҡ белеү оҡшай?
Китап, журнал уҡырға яратаһыңдыр, бәлки, күңелеңде балыҡ тотоу йә аш-һыу серҙәре йәлеп итәлер, ниндәйҙер бизнес ҡыҙыҡһындыралыр. Әгәр был һорауға аныҡ ҡына яуап бирә алмаһаң, борсолма, ихлас өйрәнә торған өлкәңде билдәләр өсөн бер аҙ ваҡыт кәрәк булыуы ла ихтимал.
5. Иң яҡын дуҫтарың менән, ғәҙәттә, нимә хаҡында һөйләшәһең?
Яҡшы, яҡын таныштар янында булғанда үҙебеҙҙе ысын мәғәнәлә ҡыҙыҡһындырған, күңелде күтәргән әйберҙәр тураһында әңгәмәләшәбеҙ. Ҡайһы саҡ тап ошо темаларҙа йәшеренгән була ла инде асылыбыҙ. Бынан тыш, дуҫтар йыш ҡына кәңәшләшергә теләп мөрәжәғәт итә. Уларҙың нимә тураһында һорауына иғтибар итегеҙ, сөнки тап ошо өлкәлә улар һине белгес тип һанай.
6. Тормошта башҡарып өлгөрөргә теләгән эштәрең исемлегенә һуңғы тапҡыр ҡасан күҙ йүгертеп сыҡтың?
Бындай яҙма бөтөнләй юҡ икән, тиҙ арала булдыр, сөнки ошо исемлек һинең ни теләгәнеңде, маҡсаттарыңды һәм уңыш тауына күпмегә яҡынлағаныңды күрһәтер.
7. Һис шикһеҙ уңыш яулаясағыңды белһәң, ниндәй йүнәлеште һайлар инең?
Күптәр, кире һөҙөмтәнән ҡурҡып, үҙ хыялын тормошҡа ашырмай ҡала. Уй-ниәттәрегеҙгә ыңғай ҡарашта бул. “Бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ”, – тип ҡайғырыр урынға маҡсатты тормошҡа ашырыу юлдарын эҙлә, тырыш. Аҙна һайын төп маҡсатыңа, хыялыңа илткән бер генә булһа ла эш атҡар. Һәм иҫеңдә тот: барыһы ла яҡшы буласаҡ!