Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауыҙыңды үлсәп ас
Ауыҙыңды  үлсәп ас Мине бик насар һүгенеү һүҙҙәре менән кәмһеттеләр. Ошоноң өсөн кешене язаға тарттырып буламы?
З. Ғәбитов.

Икенсе бер шәхесте һүгенеп кәмһеткән, рәнйеткән өсөн административ һәм гражданлыҡ-хоҡуҡи яуаплылыҡ ҡаралған.
Әлеге ғәмәлдәр граждандар тарафынан ҡылынған осраҡта, уларға 3-тән 5 мең һумға ҡәҙәр административ штраф һалына. Ә инде һеҙҙе вазифалы кеше йәки юридик берәмек рәнйеткән икән, уларға ҙурыраҡ сумма янай. Әйтәйек, вазифалы кешегә – 30 меңдән 50 меңгә, ойошмаға – 100 меңдән алып 500 мең һумға ҡәҙәр. Кешенең шәхесен кәмһетеүгә бәйле административ хоҡуҡ боҙоуҙар прокурор һәм судьялар тарафынан тикшерелә. Бының өсөн һеҙгә шәхесегеҙҙе кәмһеткән яҙманы нисек тә булһа күсереп алыу, йәғни интернет-блогта сығыу фактын документта нығытыу ысулын (монитор экранындағы скриншотты, фото/видео ҡулланыу) табырға кәрәк. Һәм әлеге документты теркәгәндән һуң, һеҙҙе кәм­һеткән кешене Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексы ниге­ҙендә яуаплылыҡҡа тарттырыу­ҙы һорап, прокурорға мөрәжәғәт итегеҙ.
Бынан тыш, һеҙ суд аша шәхе­се­геҙгә тап төшөрөүсе мәғлүмәтте инҡар итеүҙе, юҡҡа сығарыуҙы, йәғни исемегеҙҙе аҡлауҙы талап итергә хоҡуҡлы. Сөнки шәхесегеҙҙе кәмһет­кән мәғлүмәттәр инде Интернет селтәренә эләккән, кемдер уҡып-танышып өлгөргән. Һеҙ әлеге мәғлүмәттең юҡҡа сығарылыуын, инҡар ителеүен, аҡланыу фактының Интернет селтәрен файҙаланыусылар иғтибарына еткерелеүен дә талап итә алаһығыҙ. Кәмһетеүгә дусар ителгән зат үҙенең яуабын шул уҡ мәғлүмәт сараһында нәшерләргә лә хоҡуҡлы. Судҡа мөрәжәғәт иткәндә, һеҙгә, дәғүәсе булараҡ, һүгенеү менән кәмһетеү фактын раҫлау, дәлилләү яуаплылығы йөкмәтелә. Әлеге ғәмәл үрҙә әйтелгән ысулдар ярҙамында башҡарыла.
Һеҙ шулай уҡ суд аша әхлаҡи зыянды түләтеүҙе талап итергә хоҡуҡлы. Бындай ғаризалар­ҙың ғәмәлдә булыу ваҡыты – әлеге ялған мәғлүмәт Интернет селтәренә сыҡҡан көндән алып бер йылға ҡәҙәр.
Әгәр һанап үтелгән талаптар менән бер рәттән, үҙегеҙҙе кәмһеткән заттың суд аша ғәфү үтенеүен талап итергә йыйын­һағыҙ, суд үтенесегеҙҙе ҡәнә­ғәтләндермәйәсәк. Сөнки Рәсәй Конституцияһы кешене быға тиклем әйткәндәренән баш тартырға мәжбүр итергә нигеҙ бирмәй. Ғәфү үтенеү Рәсәйҙең Гражданлыҡ кодексы, башҡа нормалар тарафынан шәхестең намыҫын, абруйын яҡлаған суд сараһы булараҡ ҡулланылмай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 330

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519