Мине бик насар һүгенеү һүҙҙәре менән кәмһеттеләр. Ошоноң өсөн кешене язаға тарттырып буламы?З. Ғәбитов.Икенсе бер шәхесте һүгенеп кәмһеткән, рәнйеткән өсөн административ һәм гражданлыҡ-хоҡуҡи яуаплылыҡ ҡаралған.
Әлеге ғәмәлдәр граждандар тарафынан ҡылынған осраҡта, уларға 3-тән 5 мең һумға ҡәҙәр административ штраф һалына. Ә инде һеҙҙе вазифалы кеше йәки юридик берәмек рәнйеткән икән, уларға ҙурыраҡ сумма янай. Әйтәйек, вазифалы кешегә – 30 меңдән 50 меңгә, ойошмаға – 100 меңдән алып 500 мең һумға ҡәҙәр. Кешенең шәхесен кәмһетеүгә бәйле административ хоҡуҡ боҙоуҙар прокурор һәм судьялар тарафынан тикшерелә. Бының өсөн һеҙгә шәхесегеҙҙе кәмһеткән яҙманы нисек тә булһа күсереп алыу, йәғни интернет-блогта сығыу фактын документта нығытыу ысулын (монитор экранындағы скриншотты, фото/видео ҡулланыу) табырға кәрәк. Һәм әлеге документты теркәгәндән һуң, һеҙҙе кәмһеткән кешене Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексы нигеҙендә яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һорап, прокурорға мөрәжәғәт итегеҙ.
Бынан тыш, һеҙ суд аша шәхесегеҙгә тап төшөрөүсе мәғлүмәтте инҡар итеүҙе, юҡҡа сығарыуҙы, йәғни исемегеҙҙе аҡлауҙы талап итергә хоҡуҡлы. Сөнки шәхесегеҙҙе кәмһеткән мәғлүмәттәр инде Интернет селтәренә эләккән, кемдер уҡып-танышып өлгөргән. Һеҙ әлеге мәғлүмәттең юҡҡа сығарылыуын, инҡар ителеүен, аҡланыу фактының Интернет селтәрен файҙаланыусылар иғтибарына еткерелеүен дә талап итә алаһығыҙ. Кәмһетеүгә дусар ителгән зат үҙенең яуабын шул уҡ мәғлүмәт сараһында нәшерләргә лә хоҡуҡлы. Судҡа мөрәжәғәт иткәндә, һеҙгә, дәғүәсе булараҡ, һүгенеү менән кәмһетеү фактын раҫлау, дәлилләү яуаплылығы йөкмәтелә. Әлеге ғәмәл үрҙә әйтелгән ысулдар ярҙамында башҡарыла.
Һеҙ шулай уҡ суд аша әхлаҡи зыянды түләтеүҙе талап итергә хоҡуҡлы. Бындай ғаризаларҙың ғәмәлдә булыу ваҡыты – әлеге ялған мәғлүмәт Интернет селтәренә сыҡҡан көндән алып бер йылға ҡәҙәр.
Әгәр һанап үтелгән талаптар менән бер рәттән, үҙегеҙҙе кәмһеткән заттың суд аша ғәфү үтенеүен талап итергә йыйынһағыҙ, суд үтенесегеҙҙе ҡәнәғәтләндермәйәсәк. Сөнки Рәсәй Конституцияһы кешене быға тиклем әйткәндәренән баш тартырға мәжбүр итергә нигеҙ бирмәй. Ғәфү үтенеү Рәсәйҙең Гражданлыҡ кодексы, башҡа нормалар тарафынан шәхестең намыҫын, абруйын яҡлаған суд сараһы булараҡ ҡулланылмай.