Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иртәгә — һайлайбыҙ!
Ниһайәт, тип әйтергәме икән, иртәгә Рәсәй халҡы үҙенә яңы Президент һайлаясаҡ. Бынан тыш, республикала урындағы ҡала Советтарына депутаттар өсөн дә тауыш биреү буласаҡ. Был мөһим сәйәси ваҡиғаға ҡарата гәзит уҡыусыларҙың фекерен дә белешергә булдыҡ. Һеҙ һайлауға бараһығыҙмы һәм ниндәй кәйеф менән?

Илгизәр УЙЫЛДАНОВ, пенсионер, Баймаҡ районы:
— Мин — Совет заманы осоро кешеһе. Ул саҡтарҙа һайлау байрам кеүек үтә торғайны. Өй-ҡаралты тәртипкә килтерелә, ҡатын байрамса табын әҙерләй, кәйеф күтәренке. Тауыш биреү йәшенә еткән бөтә ғаилә ағзалары бергәләшеп китә инек. Ошо ғәҙәтте әле лә ташламайым. Матур итеп кейенеп клубтағы участкабыҙға барасаҡбыҙ, күптән күрмәгән ауылдаштар менән дә унда аралашып алырбыҙ, моғайын.

Әлфинә ҠУСҠАРОВА, уҡытыусы, Өфө ҡалаһы:
— Әлбиттә, барам. Беҙ бит ил Президентын ғына түгел, ә үҙебеҙҙең ҡала Советына депутаттар ҙа һайлаясаҡбыҙ. Миңә, Өфөлә йәшәүсе кеше өсөн, ошо һайлау мөһимерәк кеүек. Әле ҡалаға йәш, дәртле, яңы башлыҡ килде. Хәҙер уға үҙе янына көслө команда тупларға кәрәк. Әйтеүҙәре буйынса, баш ҡаланы киләсәктә һәйбәт үҙгәрештәр көтә, мин быға ышанам. Лайыҡлы команда һайлау беҙҙең ҡулда, Конституция менән бирелгән хоҡуғымды мотлаҡ тормошҡа ашырасаҡмын.

Фәриҙә ӘКРӘМОВА, бюджет өлкәһе хеҙмәткәре, Нефтекама ҡалаһы:
— Һайлау һәр ваҡыт яңыға өмөт итеү осоро бит ул. Мин дә илемдең яҡты киләсәгенә ышанам. Шуға күрә үҙемә оҡшаған кандидаттар өсөн тауыш бирергә мотлаҡ барасаҡмын. Быны үҙемдең гражданлыҡ бурысым тип иҫәпләйем. Дөйөм алғанда, һайлауға күптәр барыр тип уйлайым, ил Президентын һайлау мөһим ғәмәл бит.

Фәнилә һәм Тәлғәт ҒӘЛИУЛЛИНДАР, Ейәнсура районы:
— Ғаиләбеҙ менән һайлауға үтә яуаплы ҡарайбыҙ. Себерҙә эшләп йөрөгән улым ялға ҡайтҡанда уҡ ситтән тороп һайлау хоҡуғы биргән таныҡлыҡ алып китте, иртәгә эш урынында гражданлыҡ бурысын үтәйәсәк. Ҡыҙыбыҙ Әҙиләгә яңы ғына 18 йәш тулды. Ул был көндө тулҡынланып көтә, тәүге тапҡыр барасаҡ бит. Кәйефебеҙ күтәренке, халыҡ үҙенә лайыҡлы Президент һайларына ышанам.

Марс БИКӘНОВ, водитель, Өфө ҡалаһы:
— Барам. Айырыуса Өфө ҡала Советына депутаттар һайлау ҡыҙыҡһындыра. Нисек кенә аҡланһалар ҙа, һуңғы йылдарҙа баш ҡалаға иғтибар етеңкерәмәне. Хәҙер уны йылдам үҫтереү кәрәк. Яҡын арала, мәҫәлән, Мостай Кәрим урамынан “Өфө Арбаты” яһарға йыйыналар. Бик хуп. Ғөмүмән, ҡалабыҙҙы үҙгәртеү, үҫтереү өсөн программалар күп. Уларҙы тормошҡа ашырыу ҡала Советы депутаттары иңенә лә төшәсәк бит. Лайыҡлылары өсөн тауыш бирәсәкмен. Президент итеп кемде һайларға икәнен дә үҙемә әллә ҡасандан билдәләп ҡуйҙым.
Уй-фекерҙәрҙе Әлфиә ӘЙҮПОВА белеште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519