Ниһайәт, тип әйтергәме икән, иртәгә Рәсәй халҡы үҙенә яңы Президент һайлаясаҡ. Бынан тыш, республикала урындағы ҡала Советтарына депутаттар өсөн дә тауыш биреү буласаҡ. Был мөһим сәйәси ваҡиғаға ҡарата гәзит уҡыусыларҙың фекерен дә белешергә булдыҡ. Һеҙ һайлауға бараһығыҙмы һәм ниндәй кәйеф менән?
Илгизәр УЙЫЛДАНОВ, пенсионер, Баймаҡ районы:— Мин — Совет заманы осоро кешеһе. Ул саҡтарҙа һайлау байрам кеүек үтә торғайны. Өй-ҡаралты тәртипкә килтерелә, ҡатын байрамса табын әҙерләй, кәйеф күтәренке. Тауыш биреү йәшенә еткән бөтә ғаилә ағзалары бергәләшеп китә инек. Ошо ғәҙәтте әле лә ташламайым. Матур итеп кейенеп клубтағы участкабыҙға барасаҡбыҙ, күптән күрмәгән ауылдаштар менән дә унда аралашып алырбыҙ, моғайын.
Әлфинә ҠУСҠАРОВА, уҡытыусы, Өфө ҡалаһы: — Әлбиттә, барам. Беҙ бит ил Президентын ғына түгел, ә үҙебеҙҙең ҡала Советына депутаттар ҙа һайлаясаҡбыҙ. Миңә, Өфөлә йәшәүсе кеше өсөн, ошо һайлау мөһимерәк кеүек. Әле ҡалаға йәш, дәртле, яңы башлыҡ килде. Хәҙер уға үҙе янына көслө команда тупларға кәрәк. Әйтеүҙәре буйынса, баш ҡаланы киләсәктә һәйбәт үҙгәрештәр көтә, мин быға ышанам. Лайыҡлы команда һайлау беҙҙең ҡулда, Конституция менән бирелгән хоҡуғымды мотлаҡ тормошҡа ашырасаҡмын.
Фәриҙә ӘКРӘМОВА, бюджет өлкәһе хеҙмәткәре, Нефтекама ҡалаһы:— Һайлау һәр ваҡыт яңыға өмөт итеү осоро бит ул. Мин дә илемдең яҡты киләсәгенә ышанам. Шуға күрә үҙемә оҡшаған кандидаттар өсөн тауыш бирергә мотлаҡ барасаҡмын. Быны үҙемдең гражданлыҡ бурысым тип иҫәпләйем. Дөйөм алғанда, һайлауға күптәр барыр тип уйлайым, ил Президентын һайлау мөһим ғәмәл бит.
Фәнилә һәм Тәлғәт ҒӘЛИУЛЛИНДАР, Ейәнсура районы:— Ғаиләбеҙ менән һайлауға үтә яуаплы ҡарайбыҙ. Себерҙә эшләп йөрөгән улым ялға ҡайтҡанда уҡ ситтән тороп һайлау хоҡуғы биргән таныҡлыҡ алып китте, иртәгә эш урынында гражданлыҡ бурысын үтәйәсәк. Ҡыҙыбыҙ Әҙиләгә яңы ғына 18 йәш тулды. Ул был көндө тулҡынланып көтә, тәүге тапҡыр барасаҡ бит. Кәйефебеҙ күтәренке, халыҡ үҙенә лайыҡлы Президент һайларына ышанам.
Марс БИКӘНОВ, водитель, Өфө ҡалаһы:— Барам. Айырыуса Өфө ҡала Советына депутаттар һайлау ҡыҙыҡһындыра. Нисек кенә аҡланһалар ҙа, һуңғы йылдарҙа баш ҡалаға иғтибар етеңкерәмәне. Хәҙер уны йылдам үҫтереү кәрәк. Яҡын арала, мәҫәлән, Мостай Кәрим урамынан “Өфө Арбаты” яһарға йыйыналар. Бик хуп. Ғөмүмән, ҡалабыҙҙы үҙгәртеү, үҫтереү өсөн программалар күп. Уларҙы тормошҡа ашырыу ҡала Советы депутаттары иңенә лә төшәсәк бит. Лайыҡлылары өсөн тауыш бирәсәкмен. Президент итеп кемде һайларға икәнен дә үҙемә әллә ҡасандан билдәләп ҡуйҙым.
Уй-фекерҙәрҙе Әлфиә ӘЙҮПОВА белеште.