Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Инженерҙар үҙебеҙҙә үҫә!
Инженерҙар  үҙебеҙҙә үҫә! Инженерҙар етмәү мәсьәләһенең көнүҙәккә әүерелеүен, уны хәл итеүгә өлөш индереү мөһимлеген күҙ уңында тотоп, район хакимиәтенең мәғариф идаралығы маҡсатлы эш алып бара. Буласаҡ һөнәр эйәләре “Робот техникаһы” (етәксеһе – Зилә Ғәниева) һәм “Айтишниктар”(етәксеһе – Ришат Хөсәйенов) түңәрәктәрендә әүҙем шөғөлләнә.

Быйыл йәй робот техникаһы менән ҡыҙыҡһынған балалар өсөн профилле лагерь эшләгән. Уҡыусылар унда компьютер буйынса ғилемен камил­лаштырған, төрлө программа төҙөп ҡараған. Етәксе Зилә Ғәниева әйте­үенсә, түңәрәктәрҙә Аҡъяр, Маҡан, Бүребай, Татыр-Үҙәк мәктәптәренән VI – IX класс уҡыусылары шөғөлләнә. Роботтар уйлап сығарып, уларҙы проектлайҙар, аңлатып бирәләр.
Хәйбулланың йәш “инженер”ҙары күптән түгел, Благовещен ҡалаһында ойошторолған “Изге роботтар пла­не­таһы” исемле I республика слетын­да ҡатнашып, ҙур еңеү яулаған. Татыр-Үҙәк мәктәбенән Валерий Ва­лявиндың газ еҫен тойған “Кузя”һы Iурынға лайыҡ булған. “Зәңгәр яғыулыҡ” еҫе сыға башлаһа, был робот газ хеҙмәтенә һәм йорт хужаһының телефонына сигнал бирә икән.
“Сумо” тип аталған ярыш төрөндә иһә Аҡъярҙың 2-се мәктәбенән Тимур Дәүләтбаев менән Нияз Нураев – II, Сиҙәмдән Тарас Исаков III урындарҙы бүлешкән. Был конкурстың маҡсаты – ҡаршыла торған роботты рингтың ситенә этеп сығарыу. Ярыштың үҙ талаптары бар. Мәҫәлән, роботтың ауырлығы бер килограмдан артмаҫҡа, дәүмәле 25х25х25 сантиметр булырға тейеш. “Кегельринг” тигән ярышта ла һынатмаған хәйбуллалар: Сиҙәм мәктәбенән Илнур Байғотлин өсөнсө баҫҡысты яулаған.
Йәш инженерҙарҙың артабан Рәсәй конкурстарында ҡатнашырға теләге ҙур. Түңәрәк ағзалары әле яңы проекттар менән шөғөлләнә, роботтар төҙөй. Быға ҡәҙәр барлыҡ сығым район хакимиәтенең мәғариф идаралығы тарафынан ҡапланған. Хәҙер иһә, балаларының ҡыҙыҡ­һыныуын күреп, ата-әсә роботтарҙы үҙ аҡсаһына һатып алыу теләген белдергән. Район хакимиәте етәк­селеге тарафынан да ярҙам күр­һәтелә.
Яуланған уңыштарға ҡәнәғәт булып, туҡтап ҡалырға йыйынмай мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре. Мәҫәлән, киләсәктә уҡыу технопаркы төҙөү буйынса концепция әҙерләнгән. Проект яҡлау тапһа, һис шикһеҙ, Хәйбулла йәштәре республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә билдәлелек яулар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519