Инженерҙар етмәү мәсьәләһенең көнүҙәккә әүерелеүен, уны хәл итеүгә өлөш индереү мөһимлеген күҙ уңында тотоп, район хакимиәтенең мәғариф идаралығы маҡсатлы эш алып бара. Буласаҡ һөнәр эйәләре “Робот техникаһы” (етәксеһе – Зилә Ғәниева) һәм “Айтишниктар”(етәксеһе – Ришат Хөсәйенов) түңәрәктәрендә әүҙем шөғөлләнә. Быйыл йәй робот техникаһы менән ҡыҙыҡһынған балалар өсөн профилле лагерь эшләгән. Уҡыусылар унда компьютер буйынса ғилемен камиллаштырған, төрлө программа төҙөп ҡараған. Етәксе Зилә Ғәниева әйтеүенсә, түңәрәктәрҙә Аҡъяр, Маҡан, Бүребай, Татыр-Үҙәк мәктәптәренән VI – IX класс уҡыусылары шөғөлләнә. Роботтар уйлап сығарып, уларҙы проектлайҙар, аңлатып бирәләр.
Хәйбулланың йәш “инженер”ҙары күптән түгел, Благовещен ҡалаһында ойошторолған “Изге роботтар планетаһы” исемле I республика слетында ҡатнашып, ҙур еңеү яулаған. Татыр-Үҙәк мәктәбенән Валерий Валявиндың газ еҫен тойған “Кузя”һы Iурынға лайыҡ булған. “Зәңгәр яғыулыҡ” еҫе сыға башлаһа, был робот газ хеҙмәтенә һәм йорт хужаһының телефонына сигнал бирә икән.
“Сумо” тип аталған ярыш төрөндә иһә Аҡъярҙың 2-се мәктәбенән Тимур Дәүләтбаев менән Нияз Нураев – II, Сиҙәмдән Тарас Исаков III урындарҙы бүлешкән. Был конкурстың маҡсаты – ҡаршыла торған роботты рингтың ситенә этеп сығарыу. Ярыштың үҙ талаптары бар. Мәҫәлән, роботтың ауырлығы бер килограмдан артмаҫҡа, дәүмәле 25х25х25 сантиметр булырға тейеш. “Кегельринг” тигән ярышта ла һынатмаған хәйбуллалар: Сиҙәм мәктәбенән Илнур Байғотлин өсөнсө баҫҡысты яулаған.
Йәш инженерҙарҙың артабан Рәсәй конкурстарында ҡатнашырға теләге ҙур. Түңәрәк ағзалары әле яңы проекттар менән шөғөлләнә, роботтар төҙөй. Быға ҡәҙәр барлыҡ сығым район хакимиәтенең мәғариф идаралығы тарафынан ҡапланған. Хәҙер иһә, балаларының ҡыҙыҡһыныуын күреп, ата-әсә роботтарҙы үҙ аҡсаһына һатып алыу теләген белдергән. Район хакимиәте етәкселеге тарафынан да ярҙам күрһәтелә.
Яуланған уңыштарға ҡәнәғәт булып, туҡтап ҡалырға йыйынмай мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре. Мәҫәлән, киләсәктә уҡыу технопаркы төҙөү буйынса концепция әҙерләнгән. Проект яҡлау тапһа, һис шикһеҙ, Хәйбулла йәштәре республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә билдәлелек яулар.