Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡтыҡы — халыҡҡа
Халыҡтыҡы — халыҡҡа Ауыл халҡына медицина ярҙамы. Мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе эшкә урынлаштырыу. Балалар баҡсаһына сират. Тарихи һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау. Ер мәсьәләһе... Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының эшмәкәрлегенә ҡағылмаған тармаҡ бармы икән? Юҡтыр. Хәйер, асылда шулай булырға тейештер ҙә. Халыҡтыҡы — халыҡҡа...


Асыҡлыҡ... Тоғролоҡ... Намыҫлы­лыҡ... Кисә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе сираттағы тапҡыр киҫкен мәсьәләләр буйынса фекер алы­шырлыҡ, һәр кемдең тауышына ҡолаҡ һалырлыҡ майҙансыҡҡа әүерелде. Форум эшендә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының йөҙгә яҡын делегаты, республикабыҙҙың власть органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм эксперттар ҡатнашты. Конференцияла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2012 йылдың майындағы указдары үтәлеше, дәүләт башлығының бойороҡтары һәм Һаулыҡ һаҡлау форумында билдәләнгән бурыстар, төбәк штабының алдағы йылға эш планы тикшерелде.
Өс майҙансыҡ. Алты эш төркөмө. Фекер алышыуға сығарылған һәр мәсьәлә — “Йәмәғәт һәм власть”, “Мәғариф һәм мәҙәниәт”, “Социаль ғәҙеллек”, “Көндәлек тормош сифаты”, “Асыҡ иҡтисад”, “Экология һәм урмандарҙы һаҡлау” — көнүҙәк. Мәҫәлән, “Социаль ғәҙеллек” эшсе төркөмө эксперты Ирек Зарипов республика мәктәптәренә бүленгән маҡсатлы финанс ярҙамының мөмкинлектәре сикләнгән балалар­ҙың уҡыу шарттарын яҡшыртыуға түгел, ә йыш ҡына бөтөнләй икенсе йүнәлештә ҡулланылыуын әсенеп һөйләне.
— Был тармаҡҡа ҡағылышлы етешһеҙлектәр тәү сиратта ҡануниәт­тең йомшаҡлығына бәйле. Законды камиллаштырмай тороп, бер етәксе лә мәсьәләгә етди ҡарамаясаҡ. Бер-ике мең һум күләмендәге штраф берәүҙе лә ҡурҡытмай бөгөн. “Уңайлы мөхит” программаһы 2020 йылға саҡлы оҙайтылды, һәм уның һөҙөмтәһе реаль эштәрҙә күренһен ине, — тине Ирек Айрат улы.
Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ҡағылышлы проблемаларҙы Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортос­тандағы төбәк бүлексәһе ағзаһы Олег Ротов та күтәреп сыҡты. Асылда ул эшкә урынлаштырыуға ҡағылышлы дәғүәһен белдерҙе.
— Күп эш биреүселәр төрлө инстанцияларҙан, хеҙмәт урынында тейешле шарттарҙы ойоштороуҙан, яуаплылыҡтан ҡурҡып мөмкинлектә­ре сикләнгәндәрҙе эшкә алып бармай. Был – кеше хоҡуҡтарын боҙоу тигән һүҙ, — тип, ул Пермь крайының өлгөһөн өйрәнергә саҡырҙы.
Фекер алышыу башҡа майҙансыҡтарҙа ла ҡыҙыу барҙы. Төп маҡсат – граждандарҙың власть менән бәйләнешен юлға һалыу, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды форумда ҡатна­шыусылар. Белгестәр әйтеүенсә, “был бәйләнеште яҡтар бер-береһен ишетә алырлыҡ, файҙалы итеп ойошторорға кәрәк”.
Әлеге ваҡытта ошо бурысты асылда йәмәғәт мониторингы үтәп килә. Генераль штаб шундай өс үҙәк ойошторған да инде. Беренсеһе һатып алыу өлкәһендә дәүләт средстволарын тотоноу һөҙөмтәлелеген тикшерә. Был юҫыҡта бөгөн “Намыҫлы һатып алыу өсөн” порталы әүҙем эшләп килә, унда һәр кеше власҡа үҙенең һорауын, теләген яҙып ҡалдыра ала. Икенсе мөһим йүнәлеш – мәғариф системаһы һәм социаль тармаҡ мониторингы, өсөнсөһө – Владимир Путиндың указдарын тормошҡа ашырыу мониторингы. Бөгөнгө форум да эҙһеҙ үтмәйәсәк — белгестәр йыйында ҡаралған һәр мәсьәлә буйынса республика Башлығына тәҡдим менән сығасаҡ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 334

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521