Ауыл халҡына медицина ярҙамы. Мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе эшкә урынлаштырыу. Балалар баҡсаһына сират. Тарихи һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау. Ер мәсьәләһе... Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының эшмәкәрлегенә ҡағылмаған тармаҡ бармы икән? Юҡтыр. Хәйер, асылда шулай булырға тейештер ҙә. Халыҡтыҡы — халыҡҡа... Асыҡлыҡ... Тоғролоҡ... Намыҫлылыҡ... Кисә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе сираттағы тапҡыр киҫкен мәсьәләләр буйынса фекер алышырлыҡ, һәр кемдең тауышына ҡолаҡ һалырлыҡ майҙансыҡҡа әүерелде. Форум эшендә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының йөҙгә яҡын делегаты, республикабыҙҙың власть органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм эксперттар ҡатнашты. Конференцияла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2012 йылдың майындағы указдары үтәлеше, дәүләт башлығының бойороҡтары һәм Һаулыҡ һаҡлау форумында билдәләнгән бурыстар, төбәк штабының алдағы йылға эш планы тикшерелде.
Өс майҙансыҡ. Алты эш төркөмө. Фекер алышыуға сығарылған һәр мәсьәлә — “Йәмәғәт һәм власть”, “Мәғариф һәм мәҙәниәт”, “Социаль ғәҙеллек”, “Көндәлек тормош сифаты”, “Асыҡ иҡтисад”, “Экология һәм урмандарҙы һаҡлау” — көнүҙәк. Мәҫәлән, “Социаль ғәҙеллек” эшсе төркөмө эксперты Ирек Зарипов республика мәктәптәренә бүленгән маҡсатлы финанс ярҙамының мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың уҡыу шарттарын яҡшыртыуға түгел, ә йыш ҡына бөтөнләй икенсе йүнәлештә ҡулланылыуын әсенеп һөйләне.
— Был тармаҡҡа ҡағылышлы етешһеҙлектәр тәү сиратта ҡануниәттең йомшаҡлығына бәйле. Законды камиллаштырмай тороп, бер етәксе лә мәсьәләгә етди ҡарамаясаҡ. Бер-ике мең һум күләмендәге штраф берәүҙе лә ҡурҡытмай бөгөн. “Уңайлы мөхит” программаһы 2020 йылға саҡлы оҙайтылды, һәм уның һөҙөмтәһе реаль эштәрҙә күренһен ине, — тине Ирек Айрат улы.
Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ҡағылышлы проблемаларҙы Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе ағзаһы Олег Ротов та күтәреп сыҡты. Асылда ул эшкә урынлаштырыуға ҡағылышлы дәғүәһен белдерҙе.
— Күп эш биреүселәр төрлө инстанцияларҙан, хеҙмәт урынында тейешле шарттарҙы ойоштороуҙан, яуаплылыҡтан ҡурҡып мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе эшкә алып бармай. Был – кеше хоҡуҡтарын боҙоу тигән һүҙ, — тип, ул Пермь крайының өлгөһөн өйрәнергә саҡырҙы.
Фекер алышыу башҡа майҙансыҡтарҙа ла ҡыҙыу барҙы. Төп маҡсат – граждандарҙың власть менән бәйләнешен юлға һалыу, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды форумда ҡатнашыусылар. Белгестәр әйтеүенсә, “был бәйләнеште яҡтар бер-береһен ишетә алырлыҡ, файҙалы итеп ойошторорға кәрәк”.
Әлеге ваҡытта ошо бурысты асылда йәмәғәт мониторингы үтәп килә. Генераль штаб шундай өс үҙәк ойошторған да инде. Беренсеһе һатып алыу өлкәһендә дәүләт средстволарын тотоноу һөҙөмтәлелеген тикшерә. Был юҫыҡта бөгөн “Намыҫлы һатып алыу өсөн” порталы әүҙем эшләп килә, унда һәр кеше власҡа үҙенең һорауын, теләген яҙып ҡалдыра ала. Икенсе мөһим йүнәлеш – мәғариф системаһы һәм социаль тармаҡ мониторингы, өсөнсөһө – Владимир Путиндың указдарын тормошҡа ашырыу мониторингы. Бөгөнгө форум да эҙһеҙ үтмәйәсәк — белгестәр йыйында ҡаралған һәр мәсьәлә буйынса республика Башлығына тәҡдим менән сығасаҡ.