Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Фекереңде әйт! Был оҫталыҡ мәктәбе түгел, ә заман талабы!
Фекереңде әйт!  Был оҫталыҡ мәктәбе түгел,  ә заман талабы! “Беҙҙә бөтәһе лә эшләй, уйлана, фекер йөрөтә!” – тине осрашыуҙың тәүге минутынан уҡ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, билдәле тәнҡитсе Зәки Әлибаев республика төбәктәренән башҡорт теле буйынса ижади мәктәпкә йыйылғандарға.

Ә хәҙер һәр уҡыусы үҙе менән таныш­тырырға, маҡсаттары, хыялдары тура­һында һөйләргә тейеш! Хәйер, тейеш тә түгел ул, әммә ана шул рәүешле был ижад мәктәбендә ауылдарҙа, төпкөл­дәрҙә йәшәгән башҡорт балалары аралашырға өйрәнә. “Бөгөн йәш­тәр өсөн төпкөл төшөн­сәһе бармы ни ул?” тиерһегеҙ. Тыйнаҡ, ба­ҫалҡы милләтебеҙҙең асылы ХХI быуатта ла үҙе хаҡында хәбәр итә. Улай булмаһа, Мә­лә­үез гимназияһынан килгән ҡыҙ­ҙарҙың ҡыйыуһыҙлығын нимә ме­нән аңлатырға? Тартынып то­рорға ярамай, был ҡылыҡ үҙе үк мөмкинлектәрҙе сикләй, тип әйтке килде уларға. Оялсан инде ҡыҙ­ҙарыбыҙ, бик оялсан. Әммә был сифаттың һаҡланып ҡалыуы ла ниндәйҙер кимәлдә оҡшап китте әле ул!
Уның ҡарауы, баш ҡала мәк­тәптәрендә уҡығандар барыбер үҙҙәрен ҡыйыуыраҡ тота икән, тигән фекергә киленде, Нургиз Усманов, Азат Мәмбә­товтарҙың сығышын күргәндән һуң. Бер генә шағирҙың әҫәрен яттан белеү ҙә егет кешенең һүҙен тәьҫир­ле итә. Улар Р. Назаров менән М. Кәрим­дең шиғырҙарын тасуири уҡып ишеттерҙе. Яҡшы, шулай дауам итегеҙ! Шишмә районынан Андрей Кукаркин да Мостай ағайҙың әҫәрен уҡыны. Фамилияһы, исеме буйынса – аңлап тораһығыҙҙыр, беҙҙең милләттән түгел, әммә башҡорт телен өйрәнеүҙе тыялар тигәндәр ошо егет ме­нән бә­хәскә инеп ҡараһын ине. Әгәр үҙе­беҙ өйҙә, унан ситтә ара­лаш­ҡанда телебеҙҙең мөмкин­лек­тәрен сикләйбеҙ икән, быға етәкселәр ҙә, закондар ҙа сәбәпсе була алмай. Ана, Кукаркин баш­ҡорт телендә иншалар яҙа хатта.
Нефтекаманан Камилла Нуриева, Лилианна Нәбиуллина, Краснокаманан Розалия Рә­ҡи­повалар ҙа үҙҙәре тураһында ентекле мәғлүмәт бирә белеүе менән иғтибарҙы йәлеп итте. Хәйбулла районынан Зөһрә Әхмә­ҙиева, Гөлнур Усманова, Нурзидә Әбүбәкерова шиғыр­ҙарҙы тасуири уҡыу буйынса оҫталыҡ дәресе бирҙе, тиһәк тә була. Эйе, беҙ күреп өйрәнгәнсә ҡысҡырып, ҡулдарын болғап-болғап ятламаны улар әҫәрҙе, киреһенсә, шиғырға һалынған йөкмәткене дөрөҫ итеп халыҡҡа еткерҙе. Был да – үҙенә күрә ижадсының йөҙөн билдәләр телмәр оҫталығы!
Ғөмүмән, шиғыр төҙөлөшө, ижа­ди бәй­ләнеш, ритм, рифма хаҡында уҡыусылар менән мәктәптә фекер алышҡан кеше бик һирәк, бигерәк тә бөгөнгө заманда. Был хаҡта шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина яҙып та сыҡты. Сер түгел: хәҙерге белем усаҡ­тарында ижад усағы ҡабыҙыу һәр кемдең ҡулынан килә торған эш түгел. Әҙәбиәт йылы уңа­йы­нан ойошторолған “Әҙәби нағыш” марафонына байтаҡ йәштәр йә­леп ителде, әммә йыл оҙаҡ­ла­май тамамлана һәм уның менән эш туҡтап ҡалырға тейеш түгел.
Әбйәлил районынан Алена Дятлова, Мәләүездән Алина Пестова ла тел нескәлектәрен яҡшы белеүе менән һоҡландырҙы. Өфөнән Әдилә Әлибаева, тәҡдим ителгән һүҙҙәрҙе ҡулланып, үҙенсәлекле шиғыр ижад итергә лә өлгөрҙө. Классик шиғриәт стилендә түгел ине уның яҙғаны, әммә образы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Беҙ уға ижад емешен Азамат Юлдашбаевҡа күрһәтергә кәңәш иттек. Әйткәндәй, аралашыу барышында М. Яма­лет­диновтың, Ф. Рәхим­ғолованың, Р. Бикбаевтың да шиғырҙары яңғыраны. Гөлсөм Нурыева (Дыуан райо­ны), Айгөл Вәлитова (Шишмә районы), Рәзилә Ғилә­жетдинова (Өфө ҡалаһы), Гөл­фруз Хисмәтуллина (Ишембай ҡала­һы), Альбина Әхмәтова (Дүртөйлө ҡала­һы), Ләйсән Байморатова (Бөрйән районы) – һәр береһе төбәгендә төрлө ижади конкурстарҙа уңышҡа өлгәшкән йәштәр. Әйткәндәй, был сараға килгәндәр – IX –XI класс уҡыу­сылары. Бер ҡараһаң, уларҙы башҡалар алдында үҙеңде тоторға өйрәтергә, ҡыйыуыраҡ булыу хаҡында фекер алышыуға саҡырырға ла кәрәкмәй ине һы­маҡ, әммә ...улай ғына ла түгел, тап ошондай тренинг-дәрестәр, ижади семинарҙар уҙғарыуға беҙҙең балалар бик мохтаж икән дә! Кемдер һүҙен әйтә алмай то­ра икән, уға берәү ҙә “2” билдәһе ҡуймай, йә булмаһа дәрестән ҡыуып сығармай. Киреһенсә, шәхси миҫалдар нигеҙендә заман телендә һөйләшергә, ара­лашырға өйрәтәләр бында.
М. Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университеты даими рәүештә башҡорт гимназияларында, ауыл мәктәп­тәрендә уҡығандар менән ошондай саралар үткәреп, уларға үҙҙәренә ситтән ҡарарға өйрәтә. Бында әлегә еңеүсе лә, еңелеүсе лә юҡ. Ижади конкурстарҙы иҫәпкә алмай фекер йөрөтөп әйтәм быныһын! Әммә әллә ни күп ваҡыт та үтмәҫ, тап ошо семинарҙарҙа үҙҙәрен ҡыйыуһыҙ тотҡандарҙы республика, төбәк-ара, Рәсәй конкурстарында еңеүсе, хатта ки ниндәйҙер ҙур сараларҙы ойоштороусы итеп күреп, бер аҙ аптырап та торорбоҙ, бәлки. Бына ошо мәлдә эштең һөҙөмтәһе күренә лә башлар. Ҡыйыулыҡ, үҙ йөҙөңдә милләтеңде күтәреү әрһеҙлек тигән һүҙ менән ауаздаш түгел, шуға күрә, йәштәр, әйҙәгеҙ, алға, яңы идеялар менән яңы маҡсаттарға! Әрһеҙлек – ул әҙәпһеҙлек, ә беҙ итәғәтле аралашыу тураһында һөйләйбеҙ!
Этика, әҙәп, ти башҡорттар, эстетика тигән матурлыҡты то­йорға, ижад итергә, булдырырға өйрәткән фәндәр бар.



Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





«Башинформ» агентлығының баш мөхәррире абруйлы премияға лайыҡ булды

«Башинформ» агентлығының баш мөхәррире абруйлы премияға лайыҡ булды 09.11.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының баш мөхәррире абруйлы премияға лайыҡ булды...

Тотош уҡырға 3

10 ноябрҙән Өфөнән Таиландҡа һәм Шри-Ланкаға тура рейстар башлана

10 ноябрҙән Өфөнән Таиландҡа һәм Шри-Ланкаға тура рейстар башлана 09.11.2026 // Йәмғиәт

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Таиландҡа һәм Шри-Ланкаға тура рейстар аса. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара ......

Тотош уҡырға 3

Ҡыш бабай поезы Рәсәй буйлап ҙур сәйәхәткә сыҡты

Ҡыш бабай поезы Рәсәй буйлап ҙур сәйәхәткә сыҡты 09.11.2026 // Йәмғиәт

Ҡыш бабай поезы Рәсәй буйлап ҙур сәйәхәткә сыҡты...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың Мораҡ ауылында МХО яугирҙәре иҫтәлегенә мемориал асылды

Башҡортостандың Мораҡ ауылында МХО яугирҙәре иҫтәлегенә мемориал асылды 09.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Мораҡ ауылында МХО яугирҙәре иҫтәлегенә мемориал асылды...

Тотош уҡырға 2

Лилит, Арас һәм Фотех: Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Лилит, Арас һәм Фотех: Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 09.11.2026 // Йәмғиәт

Лилит, Арас һәм Фотех: Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 7

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 6

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 9

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 7

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 8

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә