Фекереңде әйт! Был оҫталыҡ мәктәбе түгел, ә заман талабы!11.12.2015
Фекереңде әйт!  Был оҫталыҡ мәктәбе түгел,  ә заман талабы! “Беҙҙә бөтәһе лә эшләй, уйлана, фекер йөрөтә!” – тине осрашыуҙың тәүге минутынан уҡ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, билдәле тәнҡитсе Зәки Әлибаев республика төбәктәренән башҡорт теле буйынса ижади мәктәпкә йыйылғандарға.

Ә хәҙер һәр уҡыусы үҙе менән таныш­тырырға, маҡсаттары, хыялдары тура­һында һөйләргә тейеш! Хәйер, тейеш тә түгел ул, әммә ана шул рәүешле был ижад мәктәбендә ауылдарҙа, төпкөл­дәрҙә йәшәгән башҡорт балалары аралашырға өйрәнә. “Бөгөн йәш­тәр өсөн төпкөл төшөн­сәһе бармы ни ул?” тиерһегеҙ. Тыйнаҡ, ба­ҫалҡы милләтебеҙҙең асылы ХХI быуатта ла үҙе хаҡында хәбәр итә. Улай булмаһа, Мә­лә­үез гимназияһынан килгән ҡыҙ­ҙарҙың ҡыйыуһыҙлығын нимә ме­нән аңлатырға? Тартынып то­рорға ярамай, был ҡылыҡ үҙе үк мөмкинлектәрҙе сикләй, тип әйтке килде уларға. Оялсан инде ҡыҙ­ҙарыбыҙ, бик оялсан. Әммә был сифаттың һаҡланып ҡалыуы ла ниндәйҙер кимәлдә оҡшап китте әле ул!
Уның ҡарауы, баш ҡала мәк­тәптәрендә уҡығандар барыбер үҙҙәрен ҡыйыуыраҡ тота икән, тигән фекергә киленде, Нургиз Усманов, Азат Мәмбә­товтарҙың сығышын күргәндән һуң. Бер генә шағирҙың әҫәрен яттан белеү ҙә егет кешенең һүҙен тәьҫир­ле итә. Улар Р. Назаров менән М. Кәрим­дең шиғырҙарын тасуири уҡып ишеттерҙе. Яҡшы, шулай дауам итегеҙ! Шишмә районынан Андрей Кукаркин да Мостай ағайҙың әҫәрен уҡыны. Фамилияһы, исеме буйынса – аңлап тораһығыҙҙыр, беҙҙең милләттән түгел, әммә башҡорт телен өйрәнеүҙе тыялар тигәндәр ошо егет ме­нән бә­хәскә инеп ҡараһын ине. Әгәр үҙе­беҙ өйҙә, унан ситтә ара­лаш­ҡанда телебеҙҙең мөмкин­лек­тәрен сикләйбеҙ икән, быға етәкселәр ҙә, закондар ҙа сәбәпсе була алмай. Ана, Кукаркин баш­ҡорт телендә иншалар яҙа хатта.
Нефтекаманан Камилла Нуриева, Лилианна Нәбиуллина, Краснокаманан Розалия Рә­ҡи­повалар ҙа үҙҙәре тураһында ентекле мәғлүмәт бирә белеүе менән иғтибарҙы йәлеп итте. Хәйбулла районынан Зөһрә Әхмә­ҙиева, Гөлнур Усманова, Нурзидә Әбүбәкерова шиғыр­ҙарҙы тасуири уҡыу буйынса оҫталыҡ дәресе бирҙе, тиһәк тә була. Эйе, беҙ күреп өйрәнгәнсә ҡысҡырып, ҡулдарын болғап-болғап ятламаны улар әҫәрҙе, киреһенсә, шиғырға һалынған йөкмәткене дөрөҫ итеп халыҡҡа еткерҙе. Был да – үҙенә күрә ижадсының йөҙөн билдәләр телмәр оҫталығы!
Ғөмүмән, шиғыр төҙөлөшө, ижа­ди бәй­ләнеш, ритм, рифма хаҡында уҡыусылар менән мәктәптә фекер алышҡан кеше бик һирәк, бигерәк тә бөгөнгө заманда. Был хаҡта шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина яҙып та сыҡты. Сер түгел: хәҙерге белем усаҡ­тарында ижад усағы ҡабыҙыу һәр кемдең ҡулынан килә торған эш түгел. Әҙәбиәт йылы уңа­йы­нан ойошторолған “Әҙәби нағыш” марафонына байтаҡ йәштәр йә­леп ителде, әммә йыл оҙаҡ­ла­май тамамлана һәм уның менән эш туҡтап ҡалырға тейеш түгел.
Әбйәлил районынан Алена Дятлова, Мәләүездән Алина Пестова ла тел нескәлектәрен яҡшы белеүе менән һоҡландырҙы. Өфөнән Әдилә Әлибаева, тәҡдим ителгән һүҙҙәрҙе ҡулланып, үҙенсәлекле шиғыр ижад итергә лә өлгөрҙө. Классик шиғриәт стилендә түгел ине уның яҙғаны, әммә образы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Беҙ уға ижад емешен Азамат Юлдашбаевҡа күрһәтергә кәңәш иттек. Әйткәндәй, аралашыу барышында М. Яма­лет­диновтың, Ф. Рәхим­ғолованың, Р. Бикбаевтың да шиғырҙары яңғыраны. Гөлсөм Нурыева (Дыуан райо­ны), Айгөл Вәлитова (Шишмә районы), Рәзилә Ғилә­жетдинова (Өфө ҡалаһы), Гөл­фруз Хисмәтуллина (Ишембай ҡала­һы), Альбина Әхмәтова (Дүртөйлө ҡала­һы), Ләйсән Байморатова (Бөрйән районы) – һәр береһе төбәгендә төрлө ижади конкурстарҙа уңышҡа өлгәшкән йәштәр. Әйткәндәй, был сараға килгәндәр – IX –XI класс уҡыу­сылары. Бер ҡараһаң, уларҙы башҡалар алдында үҙеңде тоторға өйрәтергә, ҡыйыуыраҡ булыу хаҡында фекер алышыуға саҡырырға ла кәрәкмәй ине һы­маҡ, әммә ...улай ғына ла түгел, тап ошондай тренинг-дәрестәр, ижади семинарҙар уҙғарыуға беҙҙең балалар бик мохтаж икән дә! Кемдер һүҙен әйтә алмай то­ра икән, уға берәү ҙә “2” билдәһе ҡуймай, йә булмаһа дәрестән ҡыуып сығармай. Киреһенсә, шәхси миҫалдар нигеҙендә заман телендә һөйләшергә, ара­лашырға өйрәтәләр бында.
М. Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университеты даими рәүештә башҡорт гимназияларында, ауыл мәктәп­тәрендә уҡығандар менән ошондай саралар үткәреп, уларға үҙҙәренә ситтән ҡарарға өйрәтә. Бында әлегә еңеүсе лә, еңелеүсе лә юҡ. Ижади конкурстарҙы иҫәпкә алмай фекер йөрөтөп әйтәм быныһын! Әммә әллә ни күп ваҡыт та үтмәҫ, тап ошо семинарҙарҙа үҙҙәрен ҡыйыуһыҙ тотҡандарҙы республика, төбәк-ара, Рәсәй конкурстарында еңеүсе, хатта ки ниндәйҙер ҙур сараларҙы ойоштороусы итеп күреп, бер аҙ аптырап та торорбоҙ, бәлки. Бына ошо мәлдә эштең һөҙөмтәһе күренә лә башлар. Ҡыйыулыҡ, үҙ йөҙөңдә милләтеңде күтәреү әрһеҙлек тигән һүҙ менән ауаздаш түгел, шуға күрә, йәштәр, әйҙәгеҙ, алға, яңы идеялар менән яңы маҡсаттарға! Әрһеҙлек – ул әҙәпһеҙлек, ә беҙ итәғәтле аралашыу тураһында һөйләйбеҙ!
Этика, әҙәп, ти башҡорттар, эстетика тигән матурлыҡты то­йорға, ижад итергә, булдырырға өйрәткән фәндәр бар.




Вернуться назад