Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алтынға бысраҡ йоҡмаҫ
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ошо көндәрҙә йәмәғәтселеккә асыҡ хат менән мөрәжәғәт итте.
“Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙең төрлө киң мәғлүмәт сараларында Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың шәхесенә ҡара яғырға маташыу осраҡтары йышайҙы. Быға асыҡ дәлил – 5 декабрҙә Үҙәк телеканалдарҙың береһен­дә сыҡҡан “Хәрби сер” тапшырыуы. Сю­жет­та арҙаҡлы ғалим һәм дәүләт эш­мәкәрен илебеҙҙең дошманы тип атарға маташалар, фашистик Германия менән хеҙмәттәшлек итеүҙә ғәйепләйҙәр”, – тиелә унда.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишем­ғолов билдәләүенсә, сюжет уйҙырма­ларға ғына ҡоролған.
– Дәлил булырлыҡ бер документҡа ла һылтанма яһалмай. Архив эштәре һәм фонд һандары күрһәтелмәгән. Шунһыҙ документ­тарҙың дөрөҫлөгөн тикшереү мөмкин түгел. Тапшырыуҙа “эксперт” булып сығыш яһау­сылар ҙа үҙҙәренең исем-шәрифен атамай. Бындай юл менән эш иткәндә, саҡ ҡына уйҙырма ҡушып, теләһә ниндәй кешене теләһә ниндәй разведкаға хеҙмәт итә тип ғәйепләргә була, – ти ул.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған кеүек бөйөк шәхестең биографияһын һәм хеҙмәттәрен оҙаҡ йылдар дауамында Башҡортостандың ғына түгел, сит илдәрҙең дә ғалимдары өйрәнә. Өфөнән М. Фаршатов, Ҡазандан И. Ғиләжев, Германиянан Патрик Цюр Мюлен, СССР-ҙың Дәүләт именлеге комитетынан генерал-майор Р. Соцков кеүектәрҙең хеҙмәттәренә таянып эш итмәгән тапшырыу авторҙары. Германия, Австрия, Венгрия, Финляндия, АҠШ һәм Төркиәнең, Мәскәү һәм Ҡазандың архивтарындағы документтар Вәлидиҙең Германия Хөкүмәте менән бәйләнештә торғанын тулыһынса инҡар итә. Эйе, Рәсәйҙән сыҡҡан ҡайһы бер эмигрант­тарҙың яла яғыуы арҡаһында Әхмәтзәки Вәлиди гестапо күҙәтеүенә эләгә. Әммә әлеге тапшырыу бөтөнләй икенсе мәғлүмәт бирә: йәнәһе, Әхмәтзәки Вәлиди 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә СС ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, Гитлерҙың кәңәшсеһе булған. Уға офицер дәрәжәһе биргәндәр һәм бүләкләгәндәр, имеш... Был ғәйепләүҙәр – төптө ялған.
Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡорт­остан буйынса идаралығындағы элекке етәксе Виктор Палагин биргән мәғлүмәт буйынса, архив документтары Әхмәтзәки Вәлидиҙең фашистар менән хеҙмәттәш­лектә булыуын инҡар итә. Әгәр ғалимыбыҙ Совет власына ниндәйҙер ҡурҡыныс менән янаһа, уны юҡ итерҙәр ине, бындай мөм­кинлек бер нисә тапҡыр булған. “Әхмәтзәки Вәлиди кеүек кеше илгә кәрәк булған, әммә уны ни өсөн һаҡлап тотҡандары билдәле, тик бөтөн кәрттәрҙе өҫтәлгә асып һалыу мәле етмәгән әле”, – тип билдәләй Виктор Палагин үҙ сығышында.
Әхмәтзәки Вәлиди – Рәсәй Федерацияһы составында тәүге автономиялы республи­каға һәм Рәсәйҙә федерализмға нигеҙ һалған шәхес. Көнсығыш илдәрен өйрәнеүсе ғалим булараҡ уның исеме бөтөн донъяға билдәле.
“Башҡорт халҡының данлы тарихы, быуаттан быуатҡа ҡәҙерләп тапшырылған йолалары, тәрән тамырҙары бар, һәм беҙ ата-бабалар аманатына тоғролоҡто һаҡ­лая­саҡбыҙ. Бындай мәғлүмәтте нәшер итеү­се­ләр һәм эфирға сығарыусылар беҙҙең берҙәмлеккә аяҡ салырға маташа, йәштәрҙе төрлө провокацияларға этә­рер­гә уйлай. Әлеге шарттарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уйлап һәм закон сиктәрендә генә эш итергә саҡыра”, – тип билдәләнә асыҡ хатта.


Автор: Л. ҒАФАРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519