Алтынға бысраҡ йоҡмаҫ09.12.2015
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ошо көндәрҙә йәмәғәтселеккә асыҡ хат менән мөрәжәғәт итте.
“Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙең төрлө киң мәғлүмәт сараларында Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың шәхесенә ҡара яғырға маташыу осраҡтары йышайҙы. Быға асыҡ дәлил – 5 декабрҙә Үҙәк телеканалдарҙың береһендә сыҡҡан “Хәрби сер” тапшырыуы. Сюжетта арҙаҡлы ғалим һәм дәүләт эшмәкәрен илебеҙҙең дошманы тип атарға маташалар, фашистик Германия менән хеҙмәттәшлек итеүҙә ғәйепләйҙәр”, – тиелә унда.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов билдәләүенсә, сюжет уйҙырмаларға ғына ҡоролған.
– Дәлил булырлыҡ бер документҡа ла һылтанма яһалмай. Архив эштәре һәм фонд һандары күрһәтелмәгән. Шунһыҙ документтарҙың дөрөҫлөгөн тикшереү мөмкин түгел. Тапшырыуҙа “эксперт” булып сығыш яһаусылар ҙа үҙҙәренең исем-шәрифен атамай. Бындай юл менән эш иткәндә, саҡ ҡына уйҙырма ҡушып, теләһә ниндәй кешене теләһә ниндәй разведкаға хеҙмәт итә тип ғәйепләргә була, – ти ул.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған кеүек бөйөк шәхестең биографияһын һәм хеҙмәттәрен оҙаҡ йылдар дауамында Башҡортостандың ғына түгел, сит илдәрҙең дә ғалимдары өйрәнә. Өфөнән М. Фаршатов, Ҡазандан И. Ғиләжев, Германиянан Патрик Цюр Мюлен, СССР-ҙың Дәүләт именлеге комитетынан генерал-майор Р. Соцков кеүектәрҙең хеҙмәттәренә таянып эш итмәгән тапшырыу авторҙары. Германия, Австрия, Венгрия, Финляндия, АҠШ һәм Төркиәнең, Мәскәү һәм Ҡазандың архивтарындағы документтар Вәлидиҙең Германия Хөкүмәте менән бәйләнештә торғанын тулыһынса инҡар итә. Эйе, Рәсәйҙән сыҡҡан ҡайһы бер эмигранттарҙың яла яғыуы арҡаһында Әхмәтзәки Вәлиди гестапо күҙәтеүенә эләгә. Әммә әлеге тапшырыу бөтөнләй икенсе мәғлүмәт бирә: йәнәһе, Әхмәтзәки Вәлиди 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә СС ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, Гитлерҙың кәңәшсеһе булған. Уға офицер дәрәжәһе биргәндәр һәм бүләкләгәндәр, имеш... Был ғәйепләүҙәр – төптө ялған.
Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығындағы элекке етәксе Виктор Палагин биргән мәғлүмәт буйынса, архив документтары Әхмәтзәки Вәлидиҙең фашистар менән хеҙмәттәшлектә булыуын инҡар итә. Әгәр ғалимыбыҙ Совет власына ниндәйҙер ҡурҡыныс менән янаһа, уны юҡ итерҙәр ине, бындай мөмкинлек бер нисә тапҡыр булған. “Әхмәтзәки Вәлиди кеүек кеше илгә кәрәк булған, әммә уны ни өсөн һаҡлап тотҡандары билдәле, тик бөтөн кәрттәрҙе өҫтәлгә асып һалыу мәле етмәгән әле”, – тип билдәләй Виктор Палагин үҙ сығышында.
Әхмәтзәки Вәлиди – Рәсәй Федерацияһы составында тәүге автономиялы республикаға һәм Рәсәйҙә федерализмға нигеҙ һалған шәхес. Көнсығыш илдәрен өйрәнеүсе ғалим булараҡ уның исеме бөтөн донъяға билдәле.
“Башҡорт халҡының данлы тарихы, быуаттан быуатҡа ҡәҙерләп тапшырылған йолалары, тәрән тамырҙары бар, һәм беҙ ата-бабалар аманатына тоғролоҡто һаҡлаясаҡбыҙ. Бындай мәғлүмәтте нәшер итеүселәр һәм эфирға сығарыусылар беҙҙең берҙәмлеккә аяҡ салырға маташа, йәштәрҙе төрлө провокацияларға этәрергә уйлай. Әлеге шарттарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уйлап һәм закон сиктәрендә генә эш итергә саҡыра”, – тип билдәләнә асыҡ хатта.