Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Инженер булыу еңелме?
Инженер булыу еңелме? Һуңғы арала киң мәғлүмәт сараларында “Илгә йәш белгестәр, инженерҙар етешмәй” тигән фекер йыш яңғырай. Был тәбиғи, сөнки бөгөн ҡайһы бер һөнәрҙәрҙе “тоҙларға” ла була, әммә шул уҡ ваҡытта теүәл фәндәрҙе үҙләштергән йәштәр аҙ кимәлдә. “Үҙебеҙҙә етештереү” менән бер рәттән, үҙебеҙҙә асыштар яһарға ла кәрәк бит.
Инженер һөнәре, мәҫәлән. Беренсенән, химия, математика һәм физика һәр кемгә еңел бирелмәй. Икенсенән, инженерға уҡыу еңелме-түгелме икәнен белер өсөн, һорауҙы ошо өлкәлә буласаҡ белгес Алһыу Ибәтуллинаға төбәнек.
Ул Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалында “Органик матдәләрҙең химик технологияһы” йүнәлеше буйынса III курста белем ала. Уҡыу йортон осраҡлы һайламаған – мәктәп йылдарынан уҡ әҙерләнеп килгән. Иң мөһиме, бөгөн инженер-технологтарға ихтыяж ҙур. Теләк бер, әммә уҡыу өсөн ныҡлы нигеҙ, төплө белем кәрәк. Был йәһәттән Алһыуға әллә ни ҡыйынға тура килмәгән.
– Стәрлетамаҡтың Владимир Ленин исемендәге 2-се лицей-интернатында физика-химия йүнәлешендәге класта уҡыуым һөҙөмтә бирҙе. Химия дәресендә иҫәпләүҙәр, лаборатор эштәр оҡшай ине. Бәлки, шуға ла теүәл фәндәрҙе һайлағанмындыр, – ти ул.
Студенттар араһында рәсми булмаған бер ҡанун йәшәй: тәүге курста һин – зачетка өсөн, ҡалғандарында зачетка һинең өсөн эшләй. Атап әйткәндә, беренсе йылда уҡ үҙеңде яҡшы яҡтан күрһәтһәң, артабанғы курстарҙа уҡытыусылар эштәреңде шул тырышлығыңа нигеҙләнеп баһалай, йәнәһе. Әммә инженерҙарға был ҡағыламы икән?
– “Нефть эшкәртеү технологияһы”, “Химик процесс” йүнәлештәрен үҙ итәм, төп уҡыуымдан тыш техник инглиз теле курсына йөрөнөм, “Химик анализ лаборанты” һөнәрен үҙләштерҙем. Төрлөсә була, уҡыуы еңел, тип әйтеп булмай. Ауыр бирелгән саҡтар ҙа бар, ятаҡта йәшәүе күңелле, әммә ул да “дөйөм” бит. Уның ҡарауы, буласаҡ һөнәрем бик оҡшай, – ти Алһыу. – Ғөмүмән, ышаныслы белгес булыр өсөн студент һәр саҡ үҫергә, камиллашырға, өйрәнергә тейеш.
Буласаҡ инженерҙың көн тәртибе өҙлөкһөҙ формула ятлау, китапхананан, тәжрибә бүлмәһенән сыҡмауҙан ғына тормай. Буш ваҡытында ул, мәҫәлән, “Фьюжн” бейеү студияһында шөғөлләнә – хип-хоп стилен үҙләштерә.
– Һәр минутымды ҡыҙыҡлы, файҙалы үткәрергә тырышам, – ти студент.
Инженер һөнәре еңел бирелмәй: уға мәктәптән үк әҙерләнергә, студент булғас та бер туҡтауһыҙ эшләргә, эҙләнергә кәрәк. Һәм, әлбиттә, рухи яҡтан да камиллашыу зарур. Ә көс түгеү бушҡа булмаҫ, инженерҙар һәр саҡ абруйҙа.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521