Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Америкала... башҡорт аты
Америкала...  башҡорт аты Совет осоронда башҡорт аттарын төрлө илдәргә һатыу тәжрибәһе таралғайны. Башҡортостандан, мәҫәлән, ит өсөн йылына 50-шәр мең баш йылҡы малы ситкә оҙатылып торған. Шулай ҙа уның Америкаға сығарылыуы тураһында мәғлүмәттәр юҡ. Әммә шуныһы ҡыҙыҡ: АҠШ-та борон-борондан “Башҡорт аты” тип йөрөтөлгән тоҡом бар! Инглизсә уның исеме “American Bashkir Curly Horse” – “Американские башкирские кучерявые лошади” тип атала. АҠШ-та уны ябай итеп “керли” тип йөрөтәләр. Әллә башҡорт аттары һымаҡ кәүҙәгә әллә ни бейек булмағанға, кәрлә ҡушаматы алғандармы?

Иң ғәжәбе шунда: американдар үҙҙәре лә ул аттарҙың ҡайҙан килеп сығыуын белмәй. Был хаҡта ғалимдарҙың, тарихсыларҙың әллә күпме фаразы бар. Ә бына генетиктар фекеренсә, аттарҙа бөҙрәлек сифаттарының һирәк-һаяҡ килеп сығып тороуы гендарҙағы үҙгәрештәргә бәйле. Совет осороноң 30-сы йылдарында хатта бөҙрә тоҡом сығарыу эше алып барылып, уларҙы ҡаракүл һарыҡтары һымаҡ сит илдәргә экспортлау маҡсаты ла ҡуйылған булған. Бының өсөн бөҙрә йөн ныҡ таралған Тажикстандағы “локай” тоҡомло аттар алынған. Үҙ ваҡытында Чарльз Дарвин да төрлө тоҡомло аттарҙа кинәт бөҙрә ҡолондар тыуып тороуы хаҡында күҙәтеүҙәр яһаған. Әҙерәк үҫә биргәс, улар ҡаракүл кеүек бөҙрәлеген ташлай, әммә йөндәре барыбер тулҡынлы булып ҡала (әйткәндәй, ҡаракүл һарыҡтары ла оло йәштә бөҙрә түгел).
1898 йылда американ Джон Демеле ғаиләһе Невада штатында ранчо алып, бөҙрә йөнлө аттар үрсетергә тотона. Уларҙы төрлө ваҡытта Америка ҡитғаһына килтерелеп, уңайлы шарттарҙа ҡырағайланып киткән аттар араһынан табып алалар. Билдәле булыуынса, аттар йылы шарттарҙа бик тиҙ ҡырағайланып, өйөрҙәргә ойошоп, үҙаллы йәшәргә һәләтле. “АҠШ бөҙрәһе”нең дә башҡорттоҡо менән уртаҡлығы күп. Улар бик сыҙамлы, әрһеҙ, кәүҙәгә ҙур түгел, холҡо ла күндәм һәм йыуаш. Өҫтәүенә уларҙың йомшаҡ һәм бөҙрә йөнө аллергик сир менән ауырыған кешеләрҙә аллергия тыуҙырмай, имеш. Шуға был аттарҙы балаларҙы һыбай йөрөтөү өсөн киң файҙаланалар.
1938 йылда башҡорт тоҡомло аттың фотоһы “Nature magazine” журналында аттар тураһында мәҡәләлә баҫылып сыға. Шунан рәссам Джон Хикс шул фотонан открытка яһай. Уға “Рәсәйҙәге башҡорт тоҡомло ат” тип яҙылған була. Ғаилә архивында һаҡланған шул открыткаға ҡарап, йылҡысылыҡ заводы хужалары ғаиләһендә, ҡасандыр атайымдар үрсетә башлаған был бөҙрә тоҡом Рәсәйҙән килтерелгән, тигән фараз яһайҙар. Төрлө тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә был аттың башҡорт атынан килеп сығышы дәлилләнмәһә лә, ул тәүге исемен һаҡлап ҡала – 1971 йылда был тоҡом рәсми рәүештә теркәлә һәм “Америка башҡорт аттары регистраторы” тигән ойошма булдырыла. Аҙаҡтан үткәрелгән ДНК-анализдар был тоҡомдоң ҡанында бик боронғо ат гендары ла барлығын асыҡлай (хәйер, Ер йөҙөндә һәр йән эйәһенең тәү ата-инәһе бар), әммә төп һорау һаман да яуапһыҙ ҡала: нисек һәм ҡайҙан килеп эләккән ул Америкаға? Борон ат төп транспорт булған замандарҙа йылҡы малының бар донъя буйлап сәйәхәт итеүе бер кемде лә аптыратмаған, хәйер. Был хаҡта әллә күпме фараз һәм гипотезалар ҡорорға мөмкин, әммә ғалимдарға дәлилдәр генә кәрәк шул.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521