Совет осоронда башҡорт аттарын төрлө илдәргә һатыу тәжрибәһе таралғайны. Башҡортостандан, мәҫәлән, ит өсөн йылына 50-шәр мең баш йылҡы малы ситкә оҙатылып торған. Шулай ҙа уның Америкаға сығарылыуы тураһында мәғлүмәттәр юҡ. Әммә шуныһы ҡыҙыҡ: АҠШ-та борон-борондан “Башҡорт аты” тип йөрөтөлгән тоҡом бар! Инглизсә уның исеме “American Bashkir Curly Horse” – “Американские башкирские кучерявые лошади” тип атала. АҠШ-та уны ябай итеп “керли” тип йөрөтәләр. Әллә башҡорт аттары һымаҡ кәүҙәгә әллә ни бейек булмағанға, кәрлә ҡушаматы алғандармы?Иң ғәжәбе шунда: американдар үҙҙәре лә ул аттарҙың ҡайҙан килеп сығыуын белмәй. Был хаҡта ғалимдарҙың, тарихсыларҙың әллә күпме фаразы бар. Ә бына генетиктар фекеренсә, аттарҙа бөҙрәлек сифаттарының һирәк-һаяҡ килеп сығып тороуы гендарҙағы үҙгәрештәргә бәйле. Совет осороноң 30-сы йылдарында хатта бөҙрә тоҡом сығарыу эше алып барылып, уларҙы ҡаракүл һарыҡтары һымаҡ сит илдәргә экспортлау маҡсаты ла ҡуйылған булған. Бының өсөн бөҙрә йөн ныҡ таралған Тажикстандағы “локай” тоҡомло аттар алынған. Үҙ ваҡытында Чарльз Дарвин да төрлө тоҡомло аттарҙа кинәт бөҙрә ҡолондар тыуып тороуы хаҡында күҙәтеүҙәр яһаған. Әҙерәк үҫә биргәс, улар ҡаракүл кеүек бөҙрәлеген ташлай, әммә йөндәре барыбер тулҡынлы булып ҡала (әйткәндәй, ҡаракүл һарыҡтары ла оло йәштә бөҙрә түгел).
1898 йылда американ Джон Демеле ғаиләһе Невада штатында ранчо алып, бөҙрә йөнлө аттар үрсетергә тотона. Уларҙы төрлө ваҡытта Америка ҡитғаһына килтерелеп, уңайлы шарттарҙа ҡырағайланып киткән аттар араһынан табып алалар. Билдәле булыуынса, аттар йылы шарттарҙа бик тиҙ ҡырағайланып, өйөрҙәргә ойошоп, үҙаллы йәшәргә һәләтле. “АҠШ бөҙрәһе”нең дә башҡорттоҡо менән уртаҡлығы күп. Улар бик сыҙамлы, әрһеҙ, кәүҙәгә ҙур түгел, холҡо ла күндәм һәм йыуаш. Өҫтәүенә уларҙың йомшаҡ һәм бөҙрә йөнө аллергик сир менән ауырыған кешеләрҙә аллергия тыуҙырмай, имеш. Шуға был аттарҙы балаларҙы һыбай йөрөтөү өсөн киң файҙаланалар.
1938 йылда башҡорт тоҡомло аттың фотоһы “Nature magazine” журналында аттар тураһында мәҡәләлә баҫылып сыға. Шунан рәссам Джон Хикс шул фотонан открытка яһай. Уға “Рәсәйҙәге башҡорт тоҡомло ат” тип яҙылған була. Ғаилә архивында һаҡланған шул открыткаға ҡарап, йылҡысылыҡ заводы хужалары ғаиләһендә, ҡасандыр атайымдар үрсетә башлаған был бөҙрә тоҡом Рәсәйҙән килтерелгән, тигән фараз яһайҙар. Төрлө тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә был аттың башҡорт атынан килеп сығышы дәлилләнмәһә лә, ул тәүге исемен һаҡлап ҡала – 1971 йылда был тоҡом рәсми рәүештә теркәлә һәм “Америка башҡорт аттары регистраторы” тигән ойошма булдырыла. Аҙаҡтан үткәрелгән ДНК-анализдар был тоҡомдоң ҡанында бик боронғо ат гендары ла барлығын асыҡлай (хәйер, Ер йөҙөндә һәр йән эйәһенең тәү ата-инәһе бар), әммә төп һорау һаман да яуапһыҙ ҡала: нисек һәм ҡайҙан килеп эләккән ул Америкаға? Борон ат төп транспорт булған замандарҙа йылҡы малының бар донъя буйлап сәйәхәт итеүе бер кемде лә аптыратмаған, хәйер. Был хаҡта әллә күпме фараз һәм гипотезалар ҡорорға мөмкин, әммә ғалимдарға дәлилдәр генә кәрәк шул.