Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәштәрҙән асыштар көтәбеҙ
Йәштәрҙән асыштар көтәбеҙ “Көмөш Аҡбуҙат” фестивале быйыл Өфөлә икенсе тапҡыр үтәсәк. Үкенес, был юлы ла үҙебеҙҙең тулы метражлы фильмдарҙы күрһәтә алмаясаҡбыҙ. Тик шулай ҙа ғорурланырлыҡ ҡыҫҡа метражлы нәфис һәм документаль фильмдарыбыҙ бар. Шуларҙың өсәүһе хаҡында мәғлүмәт биргем килә.

“Әсә”.
Режиссеры –
Айнур Асҡаров.


Быйыл фестивалдә Айнур ҡатна­шыусы ғына түгел, ә сара барышында үтәсәк тәүге питчингты ойоштороусы һәм үткәреүсе буласаҡ. Дебютанттар питчингы (“pitch” – инглизсә “һатыуға ҡуйыу”) – инвесторҙар табыу ниәтендә кинопроект презентацияһы республикала тәүге тапҡыр уҙғарыласаҡ. Әле Айнур – иң уңышлы башҡорт режиссеры ғына түгел, Башҡортостан Кинематографистар союзы янындағы йәштәр үҙәге етәксеһе лә.
“Арҡайым продакшн” студияһында (етәксеһе – Фәнил Ғәлимов) төшөрөлгән “Әсә” – Айнурҙың етенсе фильмы. Республика Башлығының биш миллионлыҡ грантына төшөрөл­гән был фильм йәш режиссерҙың “өлгөрөү аттестаты” тиһәк тә була. Унан алдағы кинолары студент эштәре булғаны өсөн дә түгел. Тейешле финанслау булғас, Айнур, үҙе теләгән ижади төркөм туплап, ки­нә­неп, киноһын урынына еткереп эшләү­гә өлгәште. Кинофильм бер нисә халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашты, төрлө номинацияларға ла лайыҡ булды.
Был фильмдың беҙҙең өсөн тағы бер мөһим яғын әйтеп үтке килә. Бик күп фильмдар кеүек, төшөрөлөп, бер нисә тапҡыр телевидениенан күрһә­телеп кенә ҡалманы ул, ә респуб­ли­ка­быҙҙың район-ауылдарына сыға­рылды, милләттәштәребеҙҙе ҡыуан­дырҙы, юҡҡа сыҡҡан кинопрокатты тергеҙеүгә ҙур өлөш индерҙе. Хәҙерге ваҡытта илебеҙҙә яҡут киноһы феномены хаҡында күп һөйләйҙәр. Ошо феномен, һис шикһеҙ, башҡорт ерлегендә лә булырына шик юҡ. Һәм уның пионерҙары – Айнур Асҡаров менән Фәнил Ғәлимов.

“Ике лә генә егет...”
Режиссеры –
Таңсулпан Бураҡаева.


Был фильм – Таңсулпандың диплом эше. Быйыл ул Санкт-Петербург кино һәм телевидение институтын тамамланы, хәҙер киностудияла инде дипломлы режиссер булараҡ эшен дауам итә. Таңсулпанды автор фильм­дары режиссеры тип әйтһәк тә, яңылышмаҫбыҙ, сөнки ул фильмдарын үҙ идеяһына ҡороп, яҙған сценарийҙары буйынса төшөрә. Ижади багажында тулы метражлы “Минең йондоҙом”, “Башҡорт милли ҡатын-ҡыҙҙар кейеме” фәнни-популяр, фестивалдәрҙә уңышлы ҡатнашҡан “Кәләш алам” фильмдары ла бар. Был осраҡта ла режиссер идеяһынан башлап, бик күп ҡыйынлыҡтар менән булһа ла, төшөрөү һәм уны презен­тациялауға тиклем үҙ көсө менән башҡарҙы. Урал аръяғы башҡорт­тарының холҡон юмор аша асҡан был фильмда Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүил Ғәлин һәм Хәйбулла районының баш агрономы, үҙешмәкәр артист Зиннур Байбулатов ҡатнаша. Геройҙары – XIX быуатта йәшәгән ике күрше. Бер ҡорт күсен бүлешә алмай, улар бер арбаға ултыра ла Ырымбурға судҡа китә...
Тарихи ерлек, актерҙарҙың килешле уйнауы, Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың “Ике лә генә егет...” йыры яңғырауы һәм башҡа бик күп яҡтары менән был фильм, һис шикһеҙ, тамашасы күңеленә хуш киләсәк һәм милли кинобыҙҙың бер ынйыһы булып балҡыясаҡ.

“Өс хат”.
Режиссеры –
Руслан Юлтаев.


Әгәр ҙә беҙҙең быуын башҡорт режиссерҙары тәүҙә теорияны өйрәнеп, йәғни С. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй кинематография институты, Санкт-Петербург кино һәм телевидение институты аша үтеп эшкә тотонһа, Руслан Юлтаев ашыҡмай ғына, бер проект артынан икенсе проект сығарып, кинорежиссер булыуға өлгәште. “Күңелле йәшәйбеҙ!” юмористик программаһы, “Сируси” сериалын иҫкә төшөрәйек тә был тырыш һәм һәләтле егетебеҙҙең, ниһайәт, ҙур киноға тотоноуына ҡыуанайыҡ, сөнки Русландың иң яҡты ижади өмөттәре, ысынлап та, милли кинобыҙға бәйле. “Өс хат”тағы ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында бара. Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкилә Ҡалмантаева, республиканың атҡаҙанған артисы Физәлиә Рәхимова һәм Зиләрә Юлтаева башҡорт ауылында йәшәгән ҡатын-ҡыҙ образдарын күңелгә үтерлек итеп башҡара. Улар фронтҡа киткән ир-егеттәренән зарығып хаттар көтә. Әммә бәхет килтерерме почтальон ҡыҙ, әллә үлем хәбәреме – бер кем дә белмәй...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521