“Көмөш Аҡбуҙат” фестивале быйыл Өфөлә икенсе тапҡыр үтәсәк. Үкенес, был юлы ла үҙебеҙҙең тулы метражлы фильмдарҙы күрһәтә алмаясаҡбыҙ. Тик шулай ҙа ғорурланырлыҡ ҡыҫҡа метражлы нәфис һәм документаль фильмдарыбыҙ бар. Шуларҙың өсәүһе хаҡында мәғлүмәт биргем килә.“Әсә”.
Режиссеры –
Айнур Асҡаров.Быйыл фестивалдә Айнур ҡатнашыусы ғына түгел, ә сара барышында үтәсәк тәүге питчингты ойоштороусы һәм үткәреүсе буласаҡ. Дебютанттар питчингы (“pitch” – инглизсә “һатыуға ҡуйыу”) – инвесторҙар табыу ниәтендә кинопроект презентацияһы республикала тәүге тапҡыр уҙғарыласаҡ. Әле Айнур – иң уңышлы башҡорт режиссеры ғына түгел, Башҡортостан Кинематографистар союзы янындағы йәштәр үҙәге етәксеһе лә.
“Арҡайым продакшн” студияһында (етәксеһе – Фәнил Ғәлимов) төшөрөлгән “Әсә” – Айнурҙың етенсе фильмы. Республика Башлығының биш миллионлыҡ грантына төшөрөлгән был фильм йәш режиссерҙың “өлгөрөү аттестаты” тиһәк тә була. Унан алдағы кинолары студент эштәре булғаны өсөн дә түгел. Тейешле финанслау булғас, Айнур, үҙе теләгән ижади төркөм туплап, кинәнеп, киноһын урынына еткереп эшләүгә өлгәште. Кинофильм бер нисә халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашты, төрлө номинацияларға ла лайыҡ булды.
Был фильмдың беҙҙең өсөн тағы бер мөһим яғын әйтеп үтке килә. Бик күп фильмдар кеүек, төшөрөлөп, бер нисә тапҡыр телевидениенан күрһәтелеп кенә ҡалманы ул, ә республикабыҙҙың район-ауылдарына сығарылды, милләттәштәребеҙҙе ҡыуандырҙы, юҡҡа сыҡҡан кинопрокатты тергеҙеүгә ҙур өлөш индерҙе. Хәҙерге ваҡытта илебеҙҙә яҡут киноһы феномены хаҡында күп һөйләйҙәр. Ошо феномен, һис шикһеҙ, башҡорт ерлегендә лә булырына шик юҡ. Һәм уның пионерҙары – Айнур Асҡаров менән Фәнил Ғәлимов.
“Ике лә генә егет...”
Режиссеры –
Таңсулпан Бураҡаева.Был фильм – Таңсулпандың диплом эше. Быйыл ул Санкт-Петербург кино һәм телевидение институтын тамамланы, хәҙер киностудияла инде дипломлы режиссер булараҡ эшен дауам итә. Таңсулпанды автор фильмдары режиссеры тип әйтһәк тә, яңылышмаҫбыҙ, сөнки ул фильмдарын үҙ идеяһына ҡороп, яҙған сценарийҙары буйынса төшөрә. Ижади багажында тулы метражлы “Минең йондоҙом”, “Башҡорт милли ҡатын-ҡыҙҙар кейеме” фәнни-популяр, фестивалдәрҙә уңышлы ҡатнашҡан “Кәләш алам” фильмдары ла бар. Был осраҡта ла режиссер идеяһынан башлап, бик күп ҡыйынлыҡтар менән булһа ла, төшөрөү һәм уны презентациялауға тиклем үҙ көсө менән башҡарҙы. Урал аръяғы башҡорттарының холҡон юмор аша асҡан был фильмда Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүил Ғәлин һәм Хәйбулла районының баш агрономы, үҙешмәкәр артист Зиннур Байбулатов ҡатнаша. Геройҙары – XIX быуатта йәшәгән ике күрше. Бер ҡорт күсен бүлешә алмай, улар бер арбаға ултыра ла Ырымбурға судҡа китә...
Тарихи ерлек, актерҙарҙың килешле уйнауы, Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың “Ике лә генә егет...” йыры яңғырауы һәм башҡа бик күп яҡтары менән был фильм, һис шикһеҙ, тамашасы күңеленә хуш киләсәк һәм милли кинобыҙҙың бер ынйыһы булып балҡыясаҡ.
“Өс хат”.
Режиссеры –
Руслан Юлтаев.Әгәр ҙә беҙҙең быуын башҡорт режиссерҙары тәүҙә теорияны өйрәнеп, йәғни С. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй кинематография институты, Санкт-Петербург кино һәм телевидение институты аша үтеп эшкә тотонһа, Руслан Юлтаев ашыҡмай ғына, бер проект артынан икенсе проект сығарып, кинорежиссер булыуға өлгәште. “Күңелле йәшәйбеҙ!” юмористик программаһы, “Сируси” сериалын иҫкә төшөрәйек тә был тырыш һәм һәләтле егетебеҙҙең, ниһайәт, ҙур киноға тотоноуына ҡыуанайыҡ, сөнки Русландың иң яҡты ижади өмөттәре, ысынлап та, милли кинобыҙға бәйле. “Өс хат”тағы ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында бара. Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкилә Ҡалмантаева, республиканың атҡаҙанған артисы Физәлиә Рәхимова һәм Зиләрә Юлтаева башҡорт ауылында йәшәгән ҡатын-ҡыҙ образдарын күңелгә үтерлек итеп башҡара. Улар фронтҡа киткән ир-егеттәренән зарығып хаттар көтә. Әммә бәхет килтерерме почтальон ҡыҙ, әллә үлем хәбәреме – бер кем дә белмәй...