Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ!”
“Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ!” Йәш сәсәндәрҙең “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса VI республика конкурсы был юлы Өфөлә уҙҙы. Ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының “ЮНЕСКО” эштәре буйынса комитеты, Мәғариф министрлығы һәм Башҡортостан социаль технологиялар институты. Төрлө төбәктәрҙән йыйылған уҡыусыларҙың маһирлығын башҡорт теленән тыш инглиз, немец, француз, норвег, мари, сыуаш, әрмән, грек, азербайжан, таджик, удмурт, вьетнам, татар телдәрендә ишетергә мөмкин ине.
Конкурсанттарҙың оҫталығы шундай талаптар буйынса ба­һа­ланды: тасуири уҡыу, артис­лыҡ һәләте, костюм һәм тексты аңлау. Йәш айырмаһы төрлө булғас, башланғыс, уртансы, өлкән класс уҡыусылары һәм студенттарға бүленеп көс һы­наш­тылар. Араларында “Урал батыр” эпосын төрлө күләмдә яттан белгәндәр менән бер нисә телдә һөйләүселәр ҙә булды. Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге 1-се баш­ҡорт республика гимназия-интернаты ме­нән Ғәзиз Әлмөхәмәтов исе­мендәге республика гимназия-интернаты уҡыусыларының сы­ғыш­та­ры бик сағыу ине, Си­бай ҡалаһының, Ишембай, Әб­йәлил, Белорет райондары вә­килдәре­нең әүҙемлеге лә ҡыуандырҙы.
“Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ!”Халыҡ эпосы менән бергә боронғонан килгән башҡорт һүҙе тағы бер һулыш алғандай булды.
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ,
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш
тартмағыҙ, –
тигән һүҙҙәр генә ни тора! Кешелеклелектең дә асылы ошо түгелме һуң? Башҡорт халҡының күңел түрендә һаҡ­ланып килгән ихласлыҡ, батыр­лыҡ, тоғролоҡ һәм башҡа матур сифаттарҙы үҙ эсенә ала был өндәү. Тимәк, яҡшылыҡҡа ын­ты­лырға, ә уның өсөн яуызлыҡ­ҡа ҡаршы көрәшергә кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 1 237

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 970

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 161

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 267

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 1 085

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 1 276

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 1 062

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 349

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 372

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 309

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 318

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 263