Йәш сәсәндәрҙең “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса VI республика конкурсы был юлы Өфөлә уҙҙы. Ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының “ЮНЕСКО” эштәре буйынса комитеты, Мәғариф министрлығы һәм Башҡортостан социаль технологиялар институты. Төрлө төбәктәрҙән йыйылған уҡыусыларҙың маһирлығын башҡорт теленән тыш инглиз, немец, француз, норвег, мари, сыуаш, әрмән, грек, азербайжан, таджик, удмурт, вьетнам, татар телдәрендә ишетергә мөмкин ине.Конкурсанттарҙың оҫталығы шундай талаптар буйынса баһаланды: тасуири уҡыу, артислыҡ һәләте, костюм һәм тексты аңлау. Йәш айырмаһы төрлө булғас, башланғыс, уртансы, өлкән класс уҡыусылары һәм студенттарға бүленеп көс һынаштылар. Араларында “Урал батыр” эпосын төрлө күләмдә яттан белгәндәр менән бер нисә телдә һөйләүселәр ҙә булды. Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты менән Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты уҡыусыларының сығыштары бик сағыу ине, Сибай ҡалаһының, Ишембай, Әбйәлил, Белорет райондары вәкилдәренең әүҙемлеге лә ҡыуандырҙы.
Халыҡ эпосы менән бергә боронғонан килгән башҡорт һүҙе тағы бер һулыш алғандай булды.
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ,
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш
тартмағыҙ, –
тигән һүҙҙәр генә ни тора! Кешелеклелектең дә асылы ошо түгелме һуң? Башҡорт халҡының күңел түрендә һаҡланып килгән ихласлыҡ, батырлыҡ, тоғролоҡ һәм башҡа матур сифаттарҙы үҙ эсенә ала был өндәү. Тимәк, яҡшылыҡҡа ынтылырға, ә уның өсөн яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшергә кәрәк.