Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яулыҡлы ҡыҙ тәрбиәлеме?
Яулыҡлы ҡыҙ тәрбиәлеме? Яңыраҡ ҡыҙыҡлы һорау менән мөрәжәғәт итте миңә “Бәйләнештә” социаль селтәрендә 12 йәшлек үҫмер. Һорауы яп-ябай ине, әммә ҡапылғара яуап бирә алмай ҡаушап ҡалдым. Ә бит бала, ысынлап та, йәмғиәттәге ҙур проблеманы күтәрә.

Бына нимә тип яҙған ул: “Беҙҙең класта яулыҡ ябынып йөрөгән ҡыҙыҡай бар. Сәсенән тартҡан өсөн генә ул миңә шул тиклем ҡурҡыныс нәмәләр әйтте. Имеш, был ҡылығым өсөн тамуҡта янасаҡмын. Яулығы сиселеп киткәйне шул. Апай, миңә ни эшләргә?” Ысынлап та, тота килеп был һорауға яуап биреүе еңел түгел. Шуныһы аңлашылып тора: элек нисек уҡығандар, артабан да шулай дауам итергә кәрәк. Әлбиттә, малайҙарға “тәртиплерәк бул” тип әйтеү менән генә улар тап үҙҙәренә оҡшаған ҡыҙҙың сәсенән тартыуын туҡтатамы икән, юҡмы – уныһын белмәйем. Әммә ҡыҙҙарға ҡарата ихтирамлы булыу – һәр ир баланы биҙәй торған сифат, ҡыҙҙарҙы ла инсафлы итеп күрергә теләк юҡ түгел. Хатта ҙур! Мәктәптә уҡыған йылдарҙа сәс тартышмаһаҡ, коридорҙар буйлап йүгерешмәһәк, ҡасан эшләргә һуң был шаян­лыҡтарҙы?
Дини ҡағиҙәләргә, тәғлимәттәргә тығылмай ғына (сөнки был профессионалдар эше тип иҫәпләйем), ситуацияға ситтән ҡарайыҡ. Аллаға шөкөр, һуңғы йылдарҙа халыҡ дәррәү рәүештә иманға килә, намаҙға баҫа, дини байрамдарҙы ҡаршылай. Әммә бының менән генә бөтәме икән имани тәрбиә? Ҡыҙыҡайға яулыҡ ябындырғандар, әммә тәрбиә бирергә онотҡан­дарҙыр, бәлки. Йәмғиәткә иман тәрбиәһе бирер өсөн беҙгә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың быйыл август айында әйткән фекеренә таяныу ҙа һис зыян итмәҫ ине: “Теология кафедраларын асыу юғары уҡыу йорттарының үҙ ҡарамағында”. РФ-тың Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағын­дағы Юғары аттестация комиссия­һы ла Рәсәйҙә “теология” ғилми дисциплинаһын уҡытыуҙы раҫ­ланы. Ә был фән дин тарихын ғына түгел, ә тап этика, эстетика, әҙәп, әхлаҡ тәрбиәләрен биреүҙе күҙ уңында тота.
Йәнә яулыҡ ябынған ҡыҙҙарға йәмғиәттең үҙенең дә талабы ҙур. Бәлки, башҡа ҡыҙыҡай малай менән бәхәскә инһә, насар һүҙ әйтһә, иғтибар ҙа ителмәҫ, был хәл күҙ уңына ла алынмаҫ ине. Ә инде яулыҡ ябынып, үҙебеҙҙе мосолман өммәте тип танытабыҙ икән, беҙгә талаптар ҙа юғары.
Яңыраҡ Өфөлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының йыйыны үтте. Шуныһы үкенесле: иман тәрбиәһе хаҡында һүҙ, юғары белемле дин әһел­дәренең сығышы булманы. Был хаҡта беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, өндәш­мәһәк, кем әйтер? Ата-бабала­рыбыҙҙан ҡалған йола тәрбиәһенә иғтибар итмәһәк, йәштәребеҙгә ҡарап зарланыуҙан ни файҙа?





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. МИН
    МИН от 27.11.2015, 21:31
    Шулай, тик дин әһелдәре килешерме икән?






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521