Яңыраҡ ҡыҙыҡлы һорау менән мөрәжәғәт итте миңә “Бәйләнештә” социаль селтәрендә 12 йәшлек үҫмер. Һорауы яп-ябай ине, әммә ҡапылғара яуап бирә алмай ҡаушап ҡалдым. Ә бит бала, ысынлап та, йәмғиәттәге ҙур проблеманы күтәрә.Бына нимә тип яҙған ул: “Беҙҙең класта яулыҡ ябынып йөрөгән ҡыҙыҡай бар. Сәсенән тартҡан өсөн генә ул миңә шул тиклем ҡурҡыныс нәмәләр әйтте. Имеш, был ҡылығым өсөн тамуҡта янасаҡмын. Яулығы сиселеп киткәйне шул. Апай, миңә ни эшләргә?” Ысынлап та, тота килеп был һорауға яуап биреүе еңел түгел. Шуныһы аңлашылып тора: элек нисек уҡығандар, артабан да шулай дауам итергә кәрәк. Әлбиттә, малайҙарға “тәртиплерәк бул” тип әйтеү менән генә улар тап үҙҙәренә оҡшаған ҡыҙҙың сәсенән тартыуын туҡтатамы икән, юҡмы – уныһын белмәйем. Әммә ҡыҙҙарға ҡарата ихтирамлы булыу – һәр ир баланы биҙәй торған сифат, ҡыҙҙарҙы ла инсафлы итеп күрергә теләк юҡ түгел. Хатта ҙур! Мәктәптә уҡыған йылдарҙа сәс тартышмаһаҡ, коридорҙар буйлап йүгерешмәһәк, ҡасан эшләргә һуң был шаянлыҡтарҙы?
Дини ҡағиҙәләргә, тәғлимәттәргә тығылмай ғына (сөнки был профессионалдар эше тип иҫәпләйем), ситуацияға ситтән ҡарайыҡ. Аллаға шөкөр, һуңғы йылдарҙа халыҡ дәррәү рәүештә иманға килә, намаҙға баҫа, дини байрамдарҙы ҡаршылай. Әммә бының менән генә бөтәме икән имани тәрбиә? Ҡыҙыҡайға яулыҡ ябындырғандар, әммә тәрбиә бирергә онотҡандарҙыр, бәлки. Йәмғиәткә иман тәрбиәһе бирер өсөн беҙгә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың быйыл август айында әйткән фекеренә таяныу ҙа һис зыян итмәҫ ине: “Теология кафедраларын асыу юғары уҡыу йорттарының үҙ ҡарамағында”. РФ-тың Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы Юғары аттестация комиссияһы ла Рәсәйҙә “теология” ғилми дисциплинаһын уҡытыуҙы раҫланы. Ә был фән дин тарихын ғына түгел, ә тап этика, эстетика, әҙәп, әхлаҡ тәрбиәләрен биреүҙе күҙ уңында тота.
Йәнә яулыҡ ябынған ҡыҙҙарға йәмғиәттең үҙенең дә талабы ҙур. Бәлки, башҡа ҡыҙыҡай малай менән бәхәскә инһә, насар һүҙ әйтһә, иғтибар ҙа ителмәҫ, был хәл күҙ уңына ла алынмаҫ ине. Ә инде яулыҡ ябынып, үҙебеҙҙе мосолман өммәте тип танытабыҙ икән, беҙгә талаптар ҙа юғары.
Яңыраҡ Өфөлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының йыйыны үтте. Шуныһы үкенесле: иман тәрбиәһе хаҡында һүҙ, юғары белемле дин әһелдәренең сығышы булманы. Был хаҡта беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, өндәшмәһәк, кем әйтер? Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йола тәрбиәһенә иғтибар итмәһәк, йәштәребеҙгә ҡарап зарланыуҙан ни файҙа?