Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер олоно, бер кесене тыңла!
 Бер олоно, бер кесене тыңла! Олоно оло итегеҙ,
Кәңәш алып йөрөгөҙ;
Кесене кесе, тиегеҙ,
Кәңәш биреп йөрөгөҙ,
– тигән хаҡ һүҙҙәр бар мәшһүр “Урал батыр” эпосында. Бер олоно, бер кесене тыңла тигән халыҡ аҡылына таянып, “Беҙ – Башҡортостан киләсәге!” тигән исем менән I Республика балалар ҡоролтайын уҙғарыу ҙа тап шул хәҡиҡәтте раҫлай. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты ошо мәртәбәле йыйынға төрлө төбәктәрҙән һәләтле уҡыусыларҙы тупланы. Унда туған телде, милләтте һаҡлау, мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләләре күтәрелде.

— Сараны ойоштороуҙың әһәмиәте ҙур, сөнки был залға халҡыбыҙҙың киләсәге йыйыл­ған, – тине Башҡортос­тандың мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева. – Һеҙҙе борсо­ған мәсьә­ләләр буйынса фекер туплап, юғары даирәгә еткерергә тейешбеҙ. Ә инде балалар килә­сәк­тә лә халҡыбыҙ яҙмышына битараф булмаһын ине.
 Бер олоно, бер кесене тыңла!Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынба­ҫа­ры, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәр­рире Гөл­фиә Янбаева иһә йәштәрҙең Ирек Зарипов, Сабир һәм Хәбир Сөләй­мәновтарҙан өлгө алып, юғары уңыш­тар­ға ынтылыуын теләне. Эйе, тап шун­дай үрҙәр яулаған замандаш­та­рыбыҙ Рә­сәй, хатта донъя кимәлендә милләтебеҙҙе таныта.
Уҡыусыларҙың сығыштары ла төптән уйланғанлығы, эшлекле тәҡ­димдәре менән күптәрҙе ҡы­ҙыҡ­һындырҙы. Мәҫә­лән, Бөр­йән районының Байназар мәк­тәбе уҡыусыһы Юлиә Мансурова Урал батырға һәйкәл ҡуйыу тәҡдиме менән сығыш яһаны.
– Башҡорттарҙың был эпосы кеүек ҡырғыҙҙарҙың “Манас”ы бар, – тине Юлиә. – Улар Манас­ты мәңгеләштереү йәһәтенән байтаҡ эш башҡарған. Ҡырғыҙ­станда һәйкәл ҡуйылған, хатта университет, аэропорт, илдең иң юғары ордены уның исемен йөрөтә. Бөрйәндә Урал батырға һәйкәл ҡуйыу – изге бурысыбыҙ.
Республика башҡорт лицей-интерна­тының Х класс уҡыусы­һы Азат Хоҙай­ғолов иһә туған телде киңерәк ҡулланыу мәсьә­лә­һенә туҡталды.
– Тиҫтерҙәрем араһында башҡорт те­ле­нең кәрәклеге хаҡындағы һүҙҙәрҙе йыш ише­тәм, – ти Азат. – Минеңсә, уның мәртәбәһен арттырыу йәһәтенән дәүләт кимәлендә яңы ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк. Әгәр Баш­ҡортостанда етәксе вазифаһын биләгән һәр түрә ике телде лә – башҡортса ла, урыҫса ла – мотлаҡ белергә тейеш тигән шарт ҡуйылһа, рухи ҡиммәте­беҙ­ҙең ҡулланыу даирәһе киңәйер ине.
“Башҡортса һөйләшеү йәштәр ара­һын­да модаға инергә тейеш” тигән шәп фекер ҙә яңғыраны кәңәшмәлә. Сара һөҙөмтәһе буйынса уҡыусылар резолюция ҡабул итеп, уны оло Ҡоролтайға юлланы.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521