Олоно оло итегеҙ,
Кәңәш алып йөрөгөҙ;
Кесене кесе, тиегеҙ,
Кәңәш биреп йөрөгөҙ,
– тигән хаҡ һүҙҙәр бар мәшһүр “Урал батыр” эпосында. Бер олоно, бер кесене тыңла тигән халыҡ аҡылына таянып, “Беҙ – Башҡортостан киләсәге!” тигән исем менән I Республика балалар ҡоролтайын уҙғарыу ҙа тап шул хәҡиҡәтте раҫлай. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты ошо мәртәбәле йыйынға төрлө төбәктәрҙән һәләтле уҡыусыларҙы тупланы. Унда туған телде, милләтте һаҡлау, мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләләре күтәрелде.— Сараны ойоштороуҙың әһәмиәте ҙур, сөнки был залға халҡыбыҙҙың киләсәге йыйылған, – тине Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева. – Һеҙҙе борсоған мәсьәләләр буйынса фекер туплап, юғары даирәгә еткерергә тейешбеҙ. Ә инде балалар киләсәктә лә халҡыбыҙ яҙмышына битараф булмаһын ине.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева иһә йәштәрҙең Ирек Зарипов, Сабир һәм Хәбир Сөләймәновтарҙан өлгө алып, юғары уңыштарға ынтылыуын теләне. Эйе, тап шундай үрҙәр яулаған замандаштарыбыҙ Рәсәй, хатта донъя кимәлендә милләтебеҙҙе таныта.
Уҡыусыларҙың сығыштары ла төптән уйланғанлығы, эшлекле тәҡдимдәре менән күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Мәҫәлән, Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы Юлиә Мансурова Урал батырға һәйкәл ҡуйыу тәҡдиме менән сығыш яһаны.
– Башҡорттарҙың был эпосы кеүек ҡырғыҙҙарҙың “Манас”ы бар, – тине Юлиә. – Улар Манасты мәңгеләштереү йәһәтенән байтаҡ эш башҡарған. Ҡырғыҙстанда һәйкәл ҡуйылған, хатта университет, аэропорт, илдең иң юғары ордены уның исемен йөрөтә. Бөрйәндә Урал батырға һәйкәл ҡуйыу – изге бурысыбыҙ.
Республика башҡорт лицей-интернатының Х класс уҡыусыһы Азат Хоҙайғолов иһә туған телде киңерәк ҡулланыу мәсьәләһенә туҡталды.
– Тиҫтерҙәрем араһында башҡорт теленең кәрәклеге хаҡындағы һүҙҙәрҙе йыш ишетәм, – ти Азат. – Минеңсә, уның мәртәбәһен арттырыу йәһәтенән дәүләт кимәлендә яңы ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк. Әгәр Башҡортостанда етәксе вазифаһын биләгән һәр түрә ике телде лә – башҡортса ла, урыҫса ла – мотлаҡ белергә тейеш тигән шарт ҡуйылһа, рухи ҡиммәтебеҙҙең ҡулланыу даирәһе киңәйер ине.
“Башҡортса һөйләшеү йәштәр араһында модаға инергә тейеш” тигән шәп фекер ҙә яңғыраны кәңәшмәлә. Сара һөҙөмтәһе буйынса уҡыусылар резолюция ҡабул итеп, уны оло Ҡоролтайға юлланы.