Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Телдә генәме икән эш?!
Урындағы ҡоролтайҙарҙың башҡарма комитеттары 21ноябрҙә Өфөлә уҙасаҡ оло йыйынға делегаттар һайлау менән генә мәшғүл түгел, милләтебеҙҙе үҫтереүгә бәйле һәр проблема уларҙың иғтибар үҙәгендә. Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондарындағы башҡорт ҡоролтайҙарының ошо көндәрҙә уҙғарылған ултырыштары – быға асыҡ миҫал. Кәңәшмәләрҙә тел, ер һәм иман мәсьәләләре күтәрелде.

Стәрлетамаҡ районында баш­ҡорт теленең ҡулланыу даи­рә­һен киңәйтеүгә бәйле ҡанун­дар теүәл үтәлеп килә, “Баш­ҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тура­һын­да”ғы Закон ғәмәлгә ашырыла. Бөтә мәктәптәрҙә лә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрә­нелә. Тел һәм әҙәбиәт уҡы­тыусылары белемдәрен даими камиллаштыра, конкурстарҙа еңеү яулай. Муниципалитеттың 29 мәктәбендә йәмғеһе 35 баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы белем бирә. Урындағы ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе, район хаки­миә­тенең мәғариф бүлеге етәксеһе Роберт Кәримов ошо мәғлүмәт­тәрҙе телгә алды.
– Халҡыбыҙҙың милли йолаларын тергеҙеү буйынса ла эҙмә-эҙлекле эш атҡарыла, – тине ул. – “Ҡаҙ өмәһе”, һабан­туйҙар, шәжәрә байрамдары даими үткәрелә.
Милли үҙаңды һаҡлап ҡалыу туған телде, мәҙәниәтте ҡур­са­лау­ға ғына ҡайтып ҡалмай, әл­биттә. Халҡыбыҙҙы ҡазалар һа­ғалап ҡына тора: эскелек, эш­һеҙлек, йәш милләт­тәштә­ре­беҙ­ҙең ауылдарҙан күпләп китеүе. Был күренеш Айыусы ауылын да урап үтмәгән. Ауыл биләмәһе ха­кимиәте башлығы Хәмдиә Вахитова ошо хаҡта һөйләне. Хә­йер, демография һәм ур­ба­ни­зация мәсьәләләре бер Айыусыға ғына ҡағылһа икән ул. Райондың бер генә ҡул бар­маҡтары менән иҫәпләп сығыр­лыҡ башҡорт ауыл­дарының һәммәһенә хас был проблема. Улай ғына ла түгел, ауылда йәшәп тә, балаларын ҡа­ла интернаттарында урыҫса уҡыт­ҡан ата-әсәләр юҡ түгел. Был күренеш бигерәк тә уйландыра: үҙҙәре теләп ебәрәме улар ҡалаға сабыйҙарын, әллә мәжбүрҙәрме?!. Һәр хәлдә, ауыл яҙмышын билдәләүсе мәктәптәр балаларға мохтаж булып ҡала килә.
…Дөрөҫөн генә әйткәндә, баш­ҡорт ауылдарында өҫтәрәк телгә алған проблемалар һуңғыһы түгел. Әйтәйек, ҡайһы бер башҡорт ауылдарында юл асфальтлауға мохтаж, көрәш буйынса секциялар эшләмәй, донъя чемпиондарын үҫте­рерлек тренерҙар сит тараф­тарға эшкә юлланырға мәжбүр – был урындағы фермер, ҡорол­тай ағзаһы Ҡасим Ишембаевтың әсенеүҙәре.
Әлбиттә, проблемалар етерлек. Әммә һәр ваҡыт юғарынан талап итеп, власты әрләп кенә ултырыр заман түгел бөгөн. Халҡың өсөн үҙең нимә эш­ләнең? Тәү сиратта бына ошо һорауға яуап бирергә кәрәк. Хәйер, өйҙә ултырып ҡына хәбәр һатыуҙан ни фәтүә һуң?! Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева милләттәштәренә:
– Эшләп йөрөйөк, күреп йөрө­йөк, етешһеҙлектәрҙе барлап йө­рөйөк. Иң мөһиме – берҙәм булайыҡ, – тип юҡҡа ғына мө­рә­жәғәт итмәне был сарала. Ысынлап та, тәү сиратта ошо һорауға яуап бирәйек әле: халҡың өсөн үҙең нимә эшләп ҡараның?..
Ошондай уҡ сараны Ишембай башҡорттары ла үткәрҙе. Тел мәсьәләһенә туҡталғанда, эш бына нисек тора: райондың 2000-дән ашыу уҡыусыһы белемде башҡорт телендә ала – быға ҡыуанмау мөмкин түгел. Тағы бер мәғлүмәт: быйылғы башҡорт теленән тоталь диктант яҙыуҙа 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан – был да иғтибарға лайыҡ. Етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, уңыштары ме­нән район данын ғына түгел, мәғариф өлкәһендә республиканы ла алға әйҙәгән Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты башҡорт телен пропагандалауҙа, уны һаҡлауҙа сикһеҙ эш башҡара. Әммә ошо уҡ белем усағында был йәһәттән төрлө проблемалар бар. Мәҫәлән, корпоратив статистика мәғлүмәттәре буйынса, башлан­ғыс класс уҡыусыларын тәрбиә­ләгән 145 ата-әсәнең 8 проценты (12 кеше) балалары менән башҡортса бөтөнләй һөйләш­мәй, ғөмүмән, туған телде аңламай ҙа. Шулай булғас, балаларға ни ҡала һуң? Баяғы һорау йәнә иҫкә төшә. Хәйер, бер өмөт күңелде йылыта: әлеге ата-әсәләрҙең балалары тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһы аша үткәндә башҡортса белмәһә лә, икенсегә күскәс, маңҡорт ата-әсәһен үҙе өйрәтә башлай. Тик, әйтерһең, тел бер уҡытыусыға ғына кәрәк.
Шуныһын билдәләргә кәрәк: һөйләшеү эшлекле булды. Атап әйткәндә, аныҡ тәҡдимдәр ҙә әйтелде. Мәҫәлән, Ишембай ра­йоны территориаль йәмәғәт үҙидара­лыҡтары менән дан ҡаҙан­ған. Әммә бер Смаҡай менән генә сикләнергә ярама­ғанына инанды сарала район башҡорттары. Йәнә бер мәсьәлә – урындағы бер ауыл халҡы ерҙең юл менән бергә ҡуртымға бирелгәнлеге арҡаһында бе­сәнле­генә 1 километр урынына 7 километр аша урап йөрөргә мәжбүр.
Экологик хәлдәр ҙә борсой ҡоролтай ағзаларын. Районда төҙөләсәк сүп-сар полигоны һаулығыбыҙға зыян килтер­мәҫ­ме, тип уйлана улар.
…Нисек кенә булмаһын, һай­ланған делегаттар IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында әлеге мәсьәләләрҙе күтәреп сығасаҡ. Тимәк, боҙ ҡуҙғаласаҡ, әлегә шуныһына хушһынырға ҡала.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 334

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521