Телдә генәме икән эш?!13.11.2015
Урындағы ҡоролтайҙарҙың башҡарма комитеттары 21ноябрҙә Өфөлә уҙасаҡ оло йыйынға делегаттар һайлау менән генә мәшғүл түгел, милләтебеҙҙе үҫтереүгә бәйле һәр проблема уларҙың иғтибар үҙәгендә. Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондарындағы башҡорт ҡоролтайҙарының ошо көндәрҙә уҙғарылған ултырыштары – быға асыҡ миҫал. Кәңәшмәләрҙә тел, ер һәм иман мәсьәләләре күтәрелде.
Стәрлетамаҡ районында башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә бәйле ҡанундар теүәл үтәлеп килә, “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Закон ғәмәлгә ашырыла. Бөтә мәктәптәрҙә лә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары белемдәрен даими камиллаштыра, конкурстарҙа еңеү яулай. Муниципалитеттың 29 мәктәбендә йәмғеһе 35 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы белем бирә. Урындағы ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Роберт Кәримов ошо мәғлүмәттәрҙе телгә алды.
– Халҡыбыҙҙың милли йолаларын тергеҙеү буйынса ла эҙмә-эҙлекле эш атҡарыла, – тине ул. – “Ҡаҙ өмәһе”, һабантуйҙар, шәжәрә байрамдары даими үткәрелә.
Милли үҙаңды һаҡлап ҡалыу туған телде, мәҙәниәтте ҡурсалауға ғына ҡайтып ҡалмай, әлбиттә. Халҡыбыҙҙы ҡазалар һағалап ҡына тора: эскелек, эшһеҙлек, йәш милләттәштәребеҙҙең ауылдарҙан күпләп китеүе. Был күренеш Айыусы ауылын да урап үтмәгән. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Хәмдиә Вахитова ошо хаҡта һөйләне. Хәйер, демография һәм урбанизация мәсьәләләре бер Айыусыға ғына ҡағылһа икән ул. Райондың бер генә ҡул бармаҡтары менән иҫәпләп сығырлыҡ башҡорт ауылдарының һәммәһенә хас был проблема. Улай ғына ла түгел, ауылда йәшәп тә, балаларын ҡала интернаттарында урыҫса уҡытҡан ата-әсәләр юҡ түгел. Был күренеш бигерәк тә уйландыра: үҙҙәре теләп ебәрәме улар ҡалаға сабыйҙарын, әллә мәжбүрҙәрме?!. Һәр хәлдә, ауыл яҙмышын билдәләүсе мәктәптәр балаларға мохтаж булып ҡала килә.
…Дөрөҫөн генә әйткәндә, башҡорт ауылдарында өҫтәрәк телгә алған проблемалар һуңғыһы түгел. Әйтәйек, ҡайһы бер башҡорт ауылдарында юл асфальтлауға мохтаж, көрәш буйынса секциялар эшләмәй, донъя чемпиондарын үҫтерерлек тренерҙар сит тарафтарға эшкә юлланырға мәжбүр – был урындағы фермер, ҡоролтай ағзаһы Ҡасим Ишембаевтың әсенеүҙәре.
Әлбиттә, проблемалар етерлек. Әммә һәр ваҡыт юғарынан талап итеп, власты әрләп кенә ултырыр заман түгел бөгөн. Халҡың өсөн үҙең нимә эшләнең? Тәү сиратта бына ошо һорауға яуап бирергә кәрәк. Хәйер, өйҙә ултырып ҡына хәбәр һатыуҙан ни фәтүә һуң?! Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева милләттәштәренә:
– Эшләп йөрөйөк, күреп йөрөйөк, етешһеҙлектәрҙе барлап йөрөйөк. Иң мөһиме – берҙәм булайыҡ, – тип юҡҡа ғына мөрәжәғәт итмәне был сарала. Ысынлап та, тәү сиратта ошо һорауға яуап бирәйек әле: халҡың өсөн үҙең нимә эшләп ҡараның?..
Ошондай уҡ сараны Ишембай башҡорттары ла үткәрҙе. Тел мәсьәләһенә туҡталғанда, эш бына нисек тора: райондың 2000-дән ашыу уҡыусыһы белемде башҡорт телендә ала – быға ҡыуанмау мөмкин түгел. Тағы бер мәғлүмәт: быйылғы башҡорт теленән тоталь диктант яҙыуҙа 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан – был да иғтибарға лайыҡ. Етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, уңыштары менән район данын ғына түгел, мәғариф өлкәһендә республиканы ла алға әйҙәгән Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты башҡорт телен пропагандалауҙа, уны һаҡлауҙа сикһеҙ эш башҡара. Әммә ошо уҡ белем усағында был йәһәттән төрлө проблемалар бар. Мәҫәлән, корпоратив статистика мәғлүмәттәре буйынса, башланғыс класс уҡыусыларын тәрбиәләгән 145 ата-әсәнең 8 проценты (12 кеше) балалары менән башҡортса бөтөнләй һөйләшмәй, ғөмүмән, туған телде аңламай ҙа. Шулай булғас, балаларға ни ҡала һуң? Баяғы һорау йәнә иҫкә төшә. Хәйер, бер өмөт күңелде йылыта: әлеге ата-әсәләрҙең балалары тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһы аша үткәндә башҡортса белмәһә лә, икенсегә күскәс, маңҡорт ата-әсәһен үҙе өйрәтә башлай. Тик, әйтерһең, тел бер уҡытыусыға ғына кәрәк.
Шуныһын билдәләргә кәрәк: һөйләшеү эшлекле булды. Атап әйткәндә, аныҡ тәҡдимдәр ҙә әйтелде. Мәҫәлән, Ишембай районы территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтары менән дан ҡаҙанған. Әммә бер Смаҡай менән генә сикләнергә ярамағанына инанды сарала район башҡорттары. Йәнә бер мәсьәлә – урындағы бер ауыл халҡы ерҙең юл менән бергә ҡуртымға бирелгәнлеге арҡаһында бесәнлегенә 1 километр урынына 7 километр аша урап йөрөргә мәжбүр.
Экологик хәлдәр ҙә борсой ҡоролтай ағзаларын. Районда төҙөләсәк сүп-сар полигоны һаулығыбыҙға зыян килтермәҫме, тип уйлана улар.
…Нисек кенә булмаһын, һайланған делегаттар IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында әлеге мәсьәләләрҙе күтәреп сығасаҡ. Тимәк, боҙ ҡуҙғаласаҡ, әлегә шуныһына хушһынырға ҡала.