Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәләүездәр сифат яҡлы
Мәләүездәр  сифат яҡлы Ауыл өсөн хеҙмәт йылы уңыштан уңышҡа ҡәҙәр ваҡыт менән иҫәпләнә. Игенсенең һәр көнө ер тураһында хәстәрлек менән үтә. Бөгөн инде беҙ уның һөҙөмтәләрен барлайбыҙ. Күпселек майҙандарҙа гектар ҡеүәте утыҙ центнерҙан да юғарыраҡ булды. Ашлыҡтың сифаты яҡшы.


Ә игенсе өсөн бер генә йыл да ул те­лә­гәнсә уңай килмәйҙер, мо­ғайын. Быйыл яҙ оҙаҡҡа һуҙылды, көндәр көйһөҙ торҙо. Әле­ге шарт­тарҙа баҫыу эштәрен бик ҡыҫҡа ваҡытта башҡарып сығырға кәрәк ине. Был осраҡта игенсенең оҫта­лығы менән бер рәттән техника паркының ҡеүәтле булыуы ҙур әһә­миәт­кә эйә. Район хужалыҡтары техника паркын нығытыуға ҙур иғтибар бүлә. Һуңғы йылдарҙа ғына улар заманса утыҙ иген урыу комбайны менән тулыланды. Быйыл 250 миллион һумлыҡ ауыл хужа­лығы машиналары һәм механизмдары һатып алын­ды. Техника етерлек булғас, хужа­лыҡ­тар, нигеҙҙә, баҫыу эштәрен тулыһынса үҙ көс­тәре менән башҡарып сыға. Элек ба­ҫыуҙарҙың күпселегендә МТС комбайндары уңыш йыйһа, бөгөн уларҙың өлөшөнә ни бары һигеҙ-ун процент тура килә. Артабан да матди-техник базаны нығытыу хәстәрлеге күрелә.
Заманса техника һәм технологиялар иген­селектә фән ҡаҙа­ныш­тарына нигеҙләнеп, алдынғы алым­дар ҡулланырға мөмкинлек бирә. Әйтәйек, беҙ республикала тәүгеләр­ҙән булып “Ноу-Тилл” технологияһына юл астыҡ. Хәҙер ул йылдан-йыл киңерәк ҡулланыла. Быйыл иген майҙандарының яртыһында тиерлек баҫыу эштәре әлеге технология буйынса үткә­релде. Һөҙөмтәлә, классик технология буйынса эшкәртелгән май­ҙандар менән сағыштырғанда, уңыш икеләтә тиерлек юғары булды.
Быйыл республикала гектар ҡеүәтен 28 центнерҙан арттырыуға өлгәшкән ике райондың береһе — беҙ, мәләүездәр. Быға йыл дауамында әҙерләндек. Әле йыл башланғас та, баш ҡаланан фән белгестәрен саҡыртып, аграр уҡыу­ҙар ойошторҙоҡ, заманса техноло­гия­ларҙы, алдынғы тәжрибәне үҙләш­терҙек, белемде яңырттыҡ. Әлбиттә, үҙебеҙҙең район ба­ҫыуҙарында башланғыс алған “Ноу-Тилл” технологияһы иғтибар үҙәгендә булды.
Һәр яңылыҡ ныҡлап тамыр йәйһен өсөн тейешле шарттар кәрәк. Шуға, яҙ башла­ныуға, хужалыҡтар яңы технология талап иткән сәскестәр ҡайтартты, булған­дарын үҙгәртеп көйләне. Сәсеү материа­лы юғары кондицияға еткерелде. Яҡшы орлоҡ — уңышҡа ышаныслы нигеҙ. Һуңғы йылдарҙа беҙ уның юғары сифатлы, мул уңыш бирергә һәләтле элиталы сорттарын ғына сәсәбеҙ. Үҙебеҙҙә юғары продукциялы сәсеү материалы етештергән өс орлоҡсолоҡ хужалығы булыуы айырыуса отошло.
Беҙҙең район республикала май­лы культуралар етештереү буйынса ла алдынғылар рәтендә. Көнбағыштың юғары уңыш бирә торған гибридтары был культура сәсеүлек­тәренең яртыһынан күбе­рәк майҙанын алып тора. Уларҙың уңышы, сортлы көнбағыш сәсеү­лектәре менән сағыштырғанда, гектарынан уртаса биш-һигеҙ цент­нерға юғары. Көнбағыштың тулайым йыйымы егерме мең тонна тәшкил итте.
Ғорурланып әйтергә мөмкин, район иген­се­ләре үҙ данын юғары тота. Быйылғы урып-йыйыу — быға асыҡ миҫал. Баҫыуҙарҙан 147 мең тонна юғары сифатлы ашлыҡ йыйып ал­дыҡ. Был уңышҡа республикала билдәле “Ашҡаҙар”, “Сухайлы” ауыл хужалығы етеш­тереү предприятиелары иң ҙур өлөштө ин­дер­ҙе. Район буйынса бөртөк­лөләрҙең ту­ла­йым йыйымының 26 проценты улар өлөшөнә тура килә. Хужалыҡ игенселәре быйыл һәр гектарҙан уртаса 40 центнерға яҡын уңыш йыйып алды. Етәксе И. Хә­ли­товтың ҙур ойоштороу оҫта­лығы, замандан бер аҙымға алда барыуы хаҡында һөйләй был һан­дар. Салауат исемендәге хужалыҡ игенселәре лә ашҡаҙарҙар менән кемуҙар­ҙан эшләй. Уларҙа гектар ҡеүәте 39,1 центнер тәшкил итте. Хужалыҡ етәксеһе С.Ғәй­нуллин са­ла­уаттарҙың данын күтәреүгә ҙур ты­рыш­лыҡ һала. Алдынғылар рә­тен­дәге “Дружба” яуаплылығы сик­ләнгән йәмғиәте (етәксеһе А. Ал­машев), “Иҙел” агрофирмаһы (Д. Ғәбитов), “Трудовик” ауыл хужа­лығы предприятиеһы (Т. Вахитов), “Старт” коллектив хужалығы (И.Шәрипов), шәхси эшҡыуар В.Ак­шенцев хаҡында ла маҡтау һүҙҙәре әйтергә кәрәк.
Беҙҙең игенселәр шуға инанған: тырыш хеҙмәт һалһаң, бәрәкәтле Мәләүез ере күпте бирергә һәләтле.

Аркадий ШАФИҠОВ,
ауыл хужалығы идаралығының
баш агрономы.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521