Ауыл өсөн хеҙмәт йылы уңыштан уңышҡа ҡәҙәр ваҡыт менән иҫәпләнә. Игенсенең һәр көнө ер тураһында хәстәрлек менән үтә. Бөгөн инде беҙ уның һөҙөмтәләрен барлайбыҙ. Күпселек майҙандарҙа гектар ҡеүәте утыҙ центнерҙан да юғарыраҡ булды. Ашлыҡтың сифаты яҡшы. Ә игенсе өсөн бер генә йыл да ул теләгәнсә уңай килмәйҙер, моғайын. Быйыл яҙ оҙаҡҡа һуҙылды, көндәр көйһөҙ торҙо. Әлеге шарттарҙа баҫыу эштәрен бик ҡыҫҡа ваҡытта башҡарып сығырға кәрәк ине. Был осраҡта игенсенең оҫталығы менән бер рәттән техника паркының ҡеүәтле булыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Район хужалыҡтары техника паркын нығытыуға ҙур иғтибар бүлә. Һуңғы йылдарҙа ғына улар заманса утыҙ иген урыу комбайны менән тулыланды. Быйыл 250 миллион һумлыҡ ауыл хужалығы машиналары һәм механизмдары һатып алынды. Техника етерлек булғас, хужалыҡтар, нигеҙҙә, баҫыу эштәрен тулыһынса үҙ көстәре менән башҡарып сыға. Элек баҫыуҙарҙың күпселегендә МТС комбайндары уңыш йыйһа, бөгөн уларҙың өлөшөнә ни бары һигеҙ-ун процент тура килә. Артабан да матди-техник базаны нығытыу хәстәрлеге күрелә.
Заманса техника һәм технологиялар игенселектә фән ҡаҙаныштарына нигеҙләнеп, алдынғы алымдар ҡулланырға мөмкинлек бирә. Әйтәйек, беҙ республикала тәүгеләрҙән булып “Ноу-Тилл” технологияһына юл астыҡ. Хәҙер ул йылдан-йыл киңерәк ҡулланыла. Быйыл иген майҙандарының яртыһында тиерлек баҫыу эштәре әлеге технология буйынса үткәрелде. Һөҙөмтәлә, классик технология буйынса эшкәртелгән майҙандар менән сағыштырғанда, уңыш икеләтә тиерлек юғары булды.
Быйыл республикала гектар ҡеүәтен 28 центнерҙан арттырыуға өлгәшкән ике райондың береһе — беҙ, мәләүездәр. Быға йыл дауамында әҙерләндек. Әле йыл башланғас та, баш ҡаланан фән белгестәрен саҡыртып, аграр уҡыуҙар ойошторҙоҡ, заманса технологияларҙы, алдынғы тәжрибәне үҙләштерҙек, белемде яңырттыҡ. Әлбиттә, үҙебеҙҙең район баҫыуҙарында башланғыс алған “Ноу-Тилл” технологияһы иғтибар үҙәгендә булды.
Һәр яңылыҡ ныҡлап тамыр йәйһен өсөн тейешле шарттар кәрәк. Шуға, яҙ башланыуға, хужалыҡтар яңы технология талап иткән сәскестәр ҡайтартты, булғандарын үҙгәртеп көйләне. Сәсеү материалы юғары кондицияға еткерелде. Яҡшы орлоҡ — уңышҡа ышаныслы нигеҙ. Һуңғы йылдарҙа беҙ уның юғары сифатлы, мул уңыш бирергә һәләтле элиталы сорттарын ғына сәсәбеҙ. Үҙебеҙҙә юғары продукциялы сәсеү материалы етештергән өс орлоҡсолоҡ хужалығы булыуы айырыуса отошло.
Беҙҙең район республикала майлы культуралар етештереү буйынса ла алдынғылар рәтендә. Көнбағыштың юғары уңыш бирә торған гибридтары был культура сәсеүлектәренең яртыһынан күберәк майҙанын алып тора. Уларҙың уңышы, сортлы көнбағыш сәсеүлектәре менән сағыштырғанда, гектарынан уртаса биш-һигеҙ центнерға юғары. Көнбағыштың тулайым йыйымы егерме мең тонна тәшкил итте.
Ғорурланып әйтергә мөмкин, район игенселәре үҙ данын юғары тота. Быйылғы урып-йыйыу — быға асыҡ миҫал. Баҫыуҙарҙан 147 мең тонна юғары сифатлы ашлыҡ йыйып алдыҡ. Был уңышҡа республикала билдәле “Ашҡаҙар”, “Сухайлы” ауыл хужалығы етештереү предприятиелары иң ҙур өлөштө индерҙе. Район буйынса бөртөклөләрҙең тулайым йыйымының 26 проценты улар өлөшөнә тура килә. Хужалыҡ игенселәре быйыл һәр гектарҙан уртаса 40 центнерға яҡын уңыш йыйып алды. Етәксе И. Хәлитовтың ҙур ойоштороу оҫталығы, замандан бер аҙымға алда барыуы хаҡында һөйләй был һандар. Салауат исемендәге хужалыҡ игенселәре лә ашҡаҙарҙар менән кемуҙарҙан эшләй. Уларҙа гектар ҡеүәте 39,1 центнер тәшкил итте. Хужалыҡ етәксеһе С.Ғәйнуллин салауаттарҙың данын күтәреүгә ҙур тырышлыҡ һала. Алдынғылар рәтендәге “Дружба” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (етәксеһе А. Алмашев), “Иҙел” агрофирмаһы (Д. Ғәбитов), “Трудовик” ауыл хужалығы предприятиеһы (Т. Вахитов), “Старт” коллектив хужалығы (И.Шәрипов), шәхси эшҡыуар В.Акшенцев хаҡында ла маҡтау һүҙҙәре әйтергә кәрәк.
Беҙҙең игенселәр шуға инанған: тырыш хеҙмәт һалһаң, бәрәкәтле Мәләүез ере күпте бирергә һәләтле.
Аркадий ШАФИҠОВ,
ауыл хужалығы идаралығының
баш агрономы.