Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Түҙергә, өйрәнергә, камиллашырға!
Э-эй, хыялыймын инде, хыялый! Гел генә мөғжизә донъяһында түгел, ысынбарлыҡта ла йәшәргә кәрәк, тип үҙемә күпме тылҡыһам да, барыбер зәңгәр күктә йөҙөргә, әкиәти мөхәббәт хаҡында уйланырға, бар нәмәне аҡтан-аҡ итеп күрергә ғәҙәтләнгәнмен...

Бөгөн 4 сентябрь. Ятаҡ бүлмәһендә дә­рес әҙерләргә ултырғас, китап-дәфтә­ремде асып та өлгөрмәнем, тыуған ауылым, яҡындарым тураһындағы йылы хәтирәләргә бирелеп, тағы мөғжизә иленә юлландым. Их, бер сәғәткә генә булһа ла ғәзиз йортобоҙға, атай-әсәйем янына бер ултырып сәй эсер өсөн генә әйләнеп ҡайтырға ине.
Төйәгем, туғандарым, өләсәйҙәр, күрше­ләр, дуҫтар... Уларҙың береһе лә алтындан ҡойолмаған, әммә һәммәһе лә күңелгә шул ҡәҙәр яҡын, ҡәҙерле. Һағындырған. Ә автобустан төшөп, Өфө асфальтына аяҡ баҫыу менән йөрәк жыу итеп ҡалды. Ҡала. Университет. Яңы тормош. Нисәмә йыл буйы хыялланып көткән студент тормошо башланыуын һиҙмәй ҙә ҡалдым кеүек. Хәҙер инде “дөйөм ятаҡ” төшөнсәһе менән ныҡлап, тәфсирләп танышыр ваҡыт етте. Ниндәй ҡыҙҙар эләгер икән бүлмәбеҙгә тип уйлана инем, шөкөр, иҫ китерлек “ҡурҡыныс”тар юҡ – улар ҙа минең кеүек ауылдан килгәндәр. Бишәүләп йәшәйәсәкбеҙ.
Ашарға әҙерләү, иҙән йыуыу кеүек эштәрҙе алмашлап, сират буйынса баш­ҡарасаҡбыҙ. Их, ошо ваҡытта ауылда булһам, һәр нәмәне йүгереп йөрөп, өйрәнелгәнсә әҙерләр инем дә шат йылмайып башҡа мәшәҡәттәргә сумыр инем. Ә бында миңә ҡыйыулыҡ етеңкерәмәй: аш бүлмәһенә башҡалар янына сығып макарон бешереп тороу ҙа көсөргәнеш талап итә, етмәһә, унда төрлө курстарҙан егет-ҡыҙҙар, ағай-апайҙар туп-тулы. Улар үҙ нәмәһен бер кемдән ҡурҡып, оялып тормай, этешә-төртөшә бешереп ала ла шарт баҫып бүлмәһенә инеп юғала. Ошондай саҡта минең дә шулай батыр, бошмаҫ булғым килә. Ярай, II-III курсҡа етһәм, бәлки, был хыялым тормошҡа ашып ҡуйыр, кем белә?!
Әсәйем оҙатҡанда: “Ҡыҙым, тәүге йылда ҡыйыныраҡ ул, түҙерһең инде. Кешегә насар ҡарама, һәр ҡайһыһы менән тәртипле, ихлас мөғәмәләлә бул. Күңелеңде бысратма, намыҫыңды һаҡла”, – тигәйне. Ҡәҙерлемдең бер кәңәше лә яҙыҡ түгел, гел дөрөҫ һәм яҡшы юл күрһәтә. Тимәк, өлкән курстағылар яман ҡарап, эре ҡыланһа ла, мин уларға гел тыныс һәм матур итеп өндәшәсәкмен. Бер ҙә генә талашып, төртөшөп, мөнәсәбәт асыҡлап йөрөгөм килмәй, киреһенсә, хыялымда йәшәгән үҙем – наҙлы, нәзәкәтле, көләс леди – булып ҡалырға ине ул. Түҙергә, өйрәнергә, камиллашырға! “Бәй­лә­нештә” социаль селтәрендәге яҙмалар өйрәтә бит, уңышлы булыу өсөн план яҙырға, күҙ алдында теүәл картина йөрө­төргә кәрәк. Маҡсат – үҙемде боронғо, классик киноларҙағы ҡатын-ҡыҙ кеүек тәрбиәле, матур итеп тотоу, камиллыҡҡа ынтылыу.
Бына бит, яңыраҡ ҡына хыялый­лығыма аптырап ултыра инем, әле унан эшлекле фекер килтереп сығарҙым! Былай булғас, хәҙер тиҙ генә конспект яҙып бөтәм дә сәсемә кисә Интернетта күргән матур прическаны яһап ҡарайым. Ярай, хуш. Осрашҡанға тиклем.

Фәһемле фекерҙәр

Йәштәрҙә һиҙелһен
ҡарт­тарҙың аҡылы,
Ҡарттарҙа һаҡланһын
йәш кеше асылы.
(Риф Мифтахов).

* * *
Аҡты – аҡ, ҡараны ҡара тип әйтә белеү ҙә – егетлек.
(Рәшит Шәкүр).

* * *
Бала саҡта аҡса тоторға өй­рәнмәгән кеше олоғайғас та аҡса тота алмай.
(Ризаитдин Фәхретдин).

* * *
Бәхет йәш түккәнгә кил­мәй, тир түккәнгә килә.
(Ғәбит Садиҡов).

* * *
Трибунала тамаҡ ярған­сы, утынлыҡта утын яр­һаңсы.
(Ҡадир Әлибаев).


Автор: ӘМИНӘ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519