Түҙергә, өйрәнергә, камиллашырға!03.10.2015
Э-эй, хыялыймын инде, хыялый! Гел генә мөғжизә донъяһында түгел, ысынбарлыҡта ла йәшәргә кәрәк, тип үҙемә күпме тылҡыһам да, барыбер зәңгәр күктә йөҙөргә, әкиәти мөхәббәт хаҡында уйланырға, бар нәмәне аҡтан-аҡ итеп күрергә ғәҙәтләнгәнмен...
Бөгөн 4 сентябрь. Ятаҡ бүлмәһендә дәрес әҙерләргә ултырғас, китап-дәфтәремде асып та өлгөрмәнем, тыуған ауылым, яҡындарым тураһындағы йылы хәтирәләргә бирелеп, тағы мөғжизә иленә юлландым. Их, бер сәғәткә генә булһа ла ғәзиз йортобоҙға, атай-әсәйем янына бер ултырып сәй эсер өсөн генә әйләнеп ҡайтырға ине.
Төйәгем, туғандарым, өләсәйҙәр, күршеләр, дуҫтар... Уларҙың береһе лә алтындан ҡойолмаған, әммә һәммәһе лә күңелгә шул ҡәҙәр яҡын, ҡәҙерле. Һағындырған. Ә автобустан төшөп, Өфө асфальтына аяҡ баҫыу менән йөрәк жыу итеп ҡалды. Ҡала. Университет. Яңы тормош. Нисәмә йыл буйы хыялланып көткән студент тормошо башланыуын һиҙмәй ҙә ҡалдым кеүек. Хәҙер инде “дөйөм ятаҡ” төшөнсәһе менән ныҡлап, тәфсирләп танышыр ваҡыт етте. Ниндәй ҡыҙҙар эләгер икән бүлмәбеҙгә тип уйлана инем, шөкөр, иҫ китерлек “ҡурҡыныс”тар юҡ – улар ҙа минең кеүек ауылдан килгәндәр. Бишәүләп йәшәйәсәкбеҙ.
Ашарға әҙерләү, иҙән йыуыу кеүек эштәрҙе алмашлап, сират буйынса башҡарасаҡбыҙ. Их, ошо ваҡытта ауылда булһам, һәр нәмәне йүгереп йөрөп, өйрәнелгәнсә әҙерләр инем дә шат йылмайып башҡа мәшәҡәттәргә сумыр инем. Ә бында миңә ҡыйыулыҡ етеңкерәмәй: аш бүлмәһенә башҡалар янына сығып макарон бешереп тороу ҙа көсөргәнеш талап итә, етмәһә, унда төрлө курстарҙан егет-ҡыҙҙар, ағай-апайҙар туп-тулы. Улар үҙ нәмәһен бер кемдән ҡурҡып, оялып тормай, этешә-төртөшә бешереп ала ла шарт баҫып бүлмәһенә инеп юғала. Ошондай саҡта минең дә шулай батыр, бошмаҫ булғым килә. Ярай, II-III курсҡа етһәм, бәлки, был хыялым тормошҡа ашып ҡуйыр, кем белә?!
Әсәйем оҙатҡанда: “Ҡыҙым, тәүге йылда ҡыйыныраҡ ул, түҙерһең инде. Кешегә насар ҡарама, һәр ҡайһыһы менән тәртипле, ихлас мөғәмәләлә бул. Күңелеңде бысратма, намыҫыңды һаҡла”, – тигәйне. Ҡәҙерлемдең бер кәңәше лә яҙыҡ түгел, гел дөрөҫ һәм яҡшы юл күрһәтә. Тимәк, өлкән курстағылар яман ҡарап, эре ҡыланһа ла, мин уларға гел тыныс һәм матур итеп өндәшәсәкмен. Бер ҙә генә талашып, төртөшөп, мөнәсәбәт асыҡлап йөрөгөм килмәй, киреһенсә, хыялымда йәшәгән үҙем – наҙлы, нәзәкәтле, көләс леди – булып ҡалырға ине ул. Түҙергә, өйрәнергә, камиллашырға! “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге яҙмалар өйрәтә бит, уңышлы булыу өсөн план яҙырға, күҙ алдында теүәл картина йөрөтөргә кәрәк. Маҡсат – үҙемде боронғо, классик киноларҙағы ҡатын-ҡыҙ кеүек тәрбиәле, матур итеп тотоу, камиллыҡҡа ынтылыу.
Бына бит, яңыраҡ ҡына хыялыйлығыма аптырап ултыра инем, әле унан эшлекле фекер килтереп сығарҙым! Былай булғас, хәҙер тиҙ генә конспект яҙып бөтәм дә сәсемә кисә Интернетта күргән матур прическаны яһап ҡарайым. Ярай, хуш. Осрашҡанға тиклем.
Фәһемле фекерҙәр
Йәштәрҙә һиҙелһен
ҡарттарҙың аҡылы,
Ҡарттарҙа һаҡланһын
йәш кеше асылы.
(Риф Мифтахов).
* * *
Аҡты – аҡ, ҡараны ҡара тип әйтә белеү ҙә – егетлек.
(Рәшит Шәкүр).
* * *
Бала саҡта аҡса тоторға өйрәнмәгән кеше олоғайғас та аҡса тота алмай.
(Ризаитдин Фәхретдин).
* * *
Бәхет йәш түккәнгә килмәй, тир түккәнгә килә.
(Ғәбит Садиҡов).
* * *
Трибунала тамаҡ ярғансы, утынлыҡта утын ярһаңсы.
(Ҡадир Әлибаев).