Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һарыҡ тун — һары алтын
1968 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетын тамамлағас, мине Хәйбулла районына эшкә ебәрҙеләр һәм “Аҡъяр” игенселек совхозының баш ветеринар табибы итеп тәғәйенләнеләр. Иген совхозы булып һаналһа ла, унда бик күп һыйыр малы, ҡуй, сусҡа һәм йылҡы ла үрсетелде. Райондың ҙур хужалыҡтарының береһе ине ул. Йәмғеһе 14 500 баш һарығы булды.
Хәйбулла районында алты совхоз һәм һигеҙ колхоз иҫәпләнде. Шул хужалыҡтарҙың барыһында ла һарыҡ үрсеттеләр. Көтөүлектәр етешмәһә лә, “Фрунзе” колхозында ла өс меңгә яҡын мал булды. 1984 йылда районда ҡуй күп ине: Матрайҙа — 16 000, Маҡанда — 11 200, Хәй­бул­лала — 13 000 баш. Ә инде “Тана­лыҡ” совхозында 21 меңгә етте.
Совет осоронда беҙҙең район һарыҡсылыҡ буйынса респуб­ликабыҙҙа алдынғылар рәтен­дә ине. Колхоз һәм совхоздар, шулай уҡ шәхси хужалыҡтар ошо йүнәлештәге эшмәкәрлеген киң йәйелдерҙе.
Ғөмүмән, һарыҡ тотоуҙың фай­ҙаһы һәм әһәмиәте һанап бөткө­һөҙ. Бер нисәһен генә әйтеп үтә­­йем: ите — иң туҡлыҡлы аҙыҡтарҙың береһе, аҡһымы буйынса һыйыр һәм сусҡа итенә тиң. Һөтө туҡлыҡлы һәм еңел үҙләштереүсәнлеге менән айырылып тора. Ҡуйылығы — 7-10 процент. Яҡшы сыр яһау өсөн ҡул­ла­­- ныла. Аҡһымға ла бик бай. Тире­һе­нән йылы, еңел тун, бүрек тегә­ләр. Ә инде бер-өс көнлөк ҡа­ра­күл тоҡомло бәрәстекенән ҡим­мәтле пальто, яға, кәпәс те­гергә мөмкин. Йөнөнөң фай­ҙаһы иһә һанап бөтөрлөк түгел. Мәҫә­лән, Роман тоҡомло ҡуйҙыҡынан бәй­лән­гән кейемдәр йылы ла, еңел дә, матур ҙа. Һарыҡ тунын юҡҡа ғы­на һары алтынға тиңлә­мәгәндәр.
Һарыҡ түҙемле, сыҙамлы булыуы һәм хәрәкәтсәнлеге менән дә айырылып тора. Тештәре үткер. Ашҡаҙаны ҡылған бесәнде, һалам кеүек тупаҫ аҙыҡты тиҙ үҙләштерә. Шуға ла һарыҡ тәби­ғәт­тәге 800 төр ҡырағай үҫем­лектең 400-өн ашай, һыйыр малы — 150, ат 90 төрҙө генә үҙләш­терә. Тибен ваҡытында аттар һәр ваҡыт алдан, тояҡтары менән ҡарҙы таҙартып, үләндәрҙең өҫкө өлөшөн көйшәп бара. Улар артынан һарыҡтар үҫемлекте тамырына тиклем ашап йөрөй.
Ҡуй уртаса 10-12 йыл йәшәй. Шулай ҙа уны биш-ете йәштән оҙағыраҡ тоторға ярамай, юғиһә ҡарт һарыҡтың һөҙөмтәлелеге әҙәйә. Мәҫәлән, ите ҡаты була, тиреһе сырышып, йөнө ҡойола башлай.
Һарыҡ иртә өлгөрөүсән. Быуаҙ­лыҡ осоро — биш ай. Бәрәсен өс-дүрт ай имеҙә. Әгәр һөтөн һауырға кәрәк булһа, ике-өс ай имеҙеү ҙә етә. Йөҙ баш ҡуйҙан 120-140 бәрәс алырға мөмкин.
Һарыҡсылыҡ колхоз һәм сов­хоздарҙа айырыуса 1960 — 1990 йылдарҙа алға китте. Үткән быуаттың аҙағында Башҡортос­танда барлығы 1 миллион 200 мең самаһы ҡуй иҫәп­ләнгән. Бигерәк тә Баймаҡ, Хәйбулла, Учалы, Әбйә­лил һәм Ейәнсура райондары был тәңгәл­дә дан ҡаҙанды. Шул иҫәптән 1990 йылда Хәйбул­ла районының шәхси хужалыҡ­тарында 35 000 ваҡ мал булды.
Ленин орденлы “Матрай” сов­хозының бил­дәле һарыҡ көтөүсе­һе Нәбиулла Ниғәмәтов 25 йыл ғүмерен ошо эшкә бағышлай. Заманында һәр ҡуйҙан 4,5-5 килограмм йөн алыуға өлгәшә. Уның күкрәген Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары һәм бер нисә миҙал биҙәй.
Йыл һайын һарыҡ ҡырҡыу йолаһы үҙе бер байрам була. Тәүге йылдарҙа барыһы ла ҡул көсө менән башҡарыла торғайны.
— Һәр хеҙмәткәр көнөнә 70-әр килограмм йөн ҡырҡты, ә норма 55 ине, — тип һөйләй торғайны йөн ҡырҡыу пунктының келәт мөдире Г. Әбйәлилова. — Мәҫә­лән, Рабиға Йолошева биш көндә 200 һарыҡ ҡырҡып, 700 килограмм йөн алды, шуның менән үҙ планын ике тапҡырға арттырып үтәне.
Төккә бәйләнгән йөн вагондарға тейәлеп, Ҡазан йөн туҡыу фабри­каһына оҙатыла ине. Элек йөн һәм тире йыйыу пункттары булды. Хат­та ат егеп, өй буйынса шәхси хужалыҡ­тар­ҙан тире йыйҙылар.
...Оло юлдан үтеп барғанда, ҡылған яландары диңгеҙ кеүек тулҡынланып ята. Көтөү­лектәр иркен, бейек булмаған тау итәк­тәре, боролоп-боролоп аҡҡан ваҡ шишмәләр күҙгә ташлана. Ниңә хәҙер элекке колхоз һәм совхоз­дарҙың буш торған һарыҡ биналарын арзан хаҡҡа һатып алып, мал үрсетмәҫкә? Теләк булһа, мәсьә­ләгә иғтибар көсәйһә, тармаҡтың киләсәге өмөтлө булыр тигән ышаныс бар. Барыһына ла эш табылыр. Быйылғы Ҡуй йылында һүҙҙән эшкә күсеп, теорияны практика менән бәйләйек, һарыҡсы­лыҡты үҫтереүгә тотонайыҡ.


Вәсил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
хеҙмәт ветераны.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 1 237

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 970

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 161

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 267

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 1 085

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 1 276

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 1 062

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 349

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 372

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 309

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 318

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 263