1968 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетын тамамлағас, мине Хәйбулла районына эшкә ебәрҙеләр һәм “Аҡъяр” игенселек совхозының баш ветеринар табибы итеп тәғәйенләнеләр. Иген совхозы булып һаналһа ла, унда бик күп һыйыр малы, ҡуй, сусҡа һәм йылҡы ла үрсетелде. Райондың ҙур хужалыҡтарының береһе ине ул. Йәмғеһе 14 500 баш һарығы булды.Хәйбулла районында алты совхоз һәм һигеҙ колхоз иҫәпләнде. Шул хужалыҡтарҙың барыһында ла һарыҡ үрсеттеләр. Көтөүлектәр етешмәһә лә, “Фрунзе” колхозында ла өс меңгә яҡын мал булды. 1984 йылда районда ҡуй күп ине: Матрайҙа — 16 000, Маҡанда — 11 200, Хәйбуллала — 13 000 баш. Ә инде “Таналыҡ” совхозында 21 меңгә етте.
Совет осоронда беҙҙең район һарыҡсылыҡ буйынса республикабыҙҙа алдынғылар рәтендә ине. Колхоз һәм совхоздар, шулай уҡ шәхси хужалыҡтар ошо йүнәлештәге эшмәкәрлеген киң йәйелдерҙе.
Ғөмүмән, һарыҡ тотоуҙың файҙаһы һәм әһәмиәте һанап бөткөһөҙ. Бер нисәһен генә әйтеп үтәйем: ите — иң туҡлыҡлы аҙыҡтарҙың береһе, аҡһымы буйынса һыйыр һәм сусҡа итенә тиң. Һөтө туҡлыҡлы һәм еңел үҙләштереүсәнлеге менән айырылып тора. Ҡуйылығы — 7-10 процент. Яҡшы сыр яһау өсөн ҡулла- ныла. Аҡһымға ла бик бай. Тиреһенән йылы, еңел тун, бүрек тегәләр. Ә инде бер-өс көнлөк ҡаракүл тоҡомло бәрәстекенән ҡиммәтле пальто, яға, кәпәс тегергә мөмкин. Йөнөнөң файҙаһы иһә һанап бөтөрлөк түгел. Мәҫәлән, Роман тоҡомло ҡуйҙыҡынан бәйләнгән кейемдәр йылы ла, еңел дә, матур ҙа. Һарыҡ тунын юҡҡа ғына һары алтынға тиңләмәгәндәр.
Һарыҡ түҙемле, сыҙамлы булыуы һәм хәрәкәтсәнлеге менән дә айырылып тора. Тештәре үткер. Ашҡаҙаны ҡылған бесәнде, һалам кеүек тупаҫ аҙыҡты тиҙ үҙләштерә. Шуға ла һарыҡ тәбиғәттәге 800 төр ҡырағай үҫемлектең 400-өн ашай, һыйыр малы — 150, ат 90 төрҙө генә үҙләштерә. Тибен ваҡытында аттар һәр ваҡыт алдан, тояҡтары менән ҡарҙы таҙартып, үләндәрҙең өҫкө өлөшөн көйшәп бара. Улар артынан һарыҡтар үҫемлекте тамырына тиклем ашап йөрөй.
Ҡуй уртаса 10-12 йыл йәшәй. Шулай ҙа уны биш-ете йәштән оҙағыраҡ тоторға ярамай, юғиһә ҡарт һарыҡтың һөҙөмтәлелеге әҙәйә. Мәҫәлән, ите ҡаты була, тиреһе сырышып, йөнө ҡойола башлай.
Һарыҡ иртә өлгөрөүсән. Быуаҙлыҡ осоро — биш ай. Бәрәсен өс-дүрт ай имеҙә. Әгәр һөтөн һауырға кәрәк булһа, ике-өс ай имеҙеү ҙә етә. Йөҙ баш ҡуйҙан 120-140 бәрәс алырға мөмкин.
Һарыҡсылыҡ колхоз һәм совхоздарҙа айырыуса 1960 — 1990 йылдарҙа алға китте. Үткән быуаттың аҙағында Башҡортостанда барлығы 1 миллион 200 мең самаһы ҡуй иҫәпләнгән. Бигерәк тә Баймаҡ, Хәйбулла, Учалы, Әбйәлил һәм Ейәнсура райондары был тәңгәлдә дан ҡаҙанды. Шул иҫәптән 1990 йылда Хәйбулла районының шәхси хужалыҡтарында 35 000 ваҡ мал булды.
Ленин орденлы “Матрай” совхозының билдәле һарыҡ көтөүсеһе Нәбиулла Ниғәмәтов 25 йыл ғүмерен ошо эшкә бағышлай. Заманында һәр ҡуйҙан 4,5-5 килограмм йөн алыуға өлгәшә. Уның күкрәген Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары һәм бер нисә миҙал биҙәй.
Йыл һайын һарыҡ ҡырҡыу йолаһы үҙе бер байрам була. Тәүге йылдарҙа барыһы ла ҡул көсө менән башҡарыла торғайны.
— Һәр хеҙмәткәр көнөнә 70-әр килограмм йөн ҡырҡты, ә норма 55 ине, — тип һөйләй торғайны йөн ҡырҡыу пунктының келәт мөдире Г. Әбйәлилова. — Мәҫәлән, Рабиға Йолошева биш көндә 200 һарыҡ ҡырҡып, 700 килограмм йөн алды, шуның менән үҙ планын ике тапҡырға арттырып үтәне.
Төккә бәйләнгән йөн вагондарға тейәлеп, Ҡазан йөн туҡыу фабрикаһына оҙатыла ине. Элек йөн һәм тире йыйыу пункттары булды. Хатта ат егеп, өй буйынса шәхси хужалыҡтарҙан тире йыйҙылар.
...Оло юлдан үтеп барғанда, ҡылған яландары диңгеҙ кеүек тулҡынланып ята. Көтөүлектәр иркен, бейек булмаған тау итәктәре, боролоп-боролоп аҡҡан ваҡ шишмәләр күҙгә ташлана. Ниңә хәҙер элекке колхоз һәм совхоздарҙың буш торған һарыҡ биналарын арзан хаҡҡа һатып алып, мал үрсетмәҫкә? Теләк булһа, мәсьәләгә иғтибар көсәйһә, тармаҡтың киләсәге өмөтлө булыр тигән ышаныс бар. Барыһына ла эш табылыр. Быйылғы Ҡуй йылында һүҙҙән эшкә күсеп, теорияны практика менән бәйләйек, һарыҡсылыҡты үҫтереүгә тотонайыҡ.
Вәсил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
хеҙмәт ветераны.