Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шишмә лә рәхмәт әйтте
Шишмә лә рәхмәт әйтте “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе тарафынан тормошҡа ашырылған “Реаль эштәр” проекты республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышындағы ҡала һәм райондарҙа ла уңышлы дауам итә: юлдар, спорт майҙансыҡтары төҙөкләндерелә, социаль объекттар, һыу үткәргестәр, урам яҡтыртыу ҡорамалдары йүнәтелә.

Һуңғы өс айҙа Яңауыл райо­нында ла халыҡсан проектҡа ярашлы байтаҡ файҙалы эш башҡарылды. Мәҫәлән, ҡалала — дүрт, ауылдарҙа алты уйын һәм спорт майҙансыҡтары яңыртылды. Махсус ҡоролмаларҙы һатып алыуға һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә яраш­лы урынлаштырыуға республика бюджетынан бер миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо.
“Реаль эштәр” проекты райондың Вәрәш һәм Сибәҙе ауылдарындағы һыу үткәргестәрҙең иҫкергән өлөштә­рен яңыртырға, Ҡармандағыһын төҙөк­ләндерергә ярҙам итте. Яңы уҡыу йылы башланыуға Ҡаймашабаш һәм Шүдек ауылдарындағы мәктәптәрҙә, Орловкалағы “Миләшкәй” балалар баҡ­саһында, шулай уҡ Йөгәмештә һәм Истәктәге мәҙәниәт усаҡтарында тәҙрә блоктары яңыртылды. Үрге Барабановка ауылында клуб түбәһе ҡайтанан ябылһа, Ахтиялда күңел асыу үҙәгенең ихатаһы рәшәткәләнде.
Шишмә лә рәхмәт әйттеПроектҡа нигеҙләнеп башҡарылған эштәрҙә күп биләмәләрҙә йәшәүселәр­ҙең үҙҙәренең дә әүҙем ҡатнашыуы ҡыуаныслы. Аҡылбай ауылы халҡы клуб биләмәһен ҡойма менән уратыу­ҙың уртаһында булһа, ҡыҙылъярҙар ауылдарының йәшел зонаһын кәртәләп алды.
Тиҙҙән килеп етәсәк көҙгө ҡараң­ғы­лыҡ Киҫәкҡайын ауыл Советы билә­мәһендәге Бәҙрәш разъезы ауылы һәм Первомайский ауыл Советына ҡараған Сусаҙы-Ябалаҡта йәшәүселәр өсөн әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмаясаҡ – бындағы урамдарҙы яҡтыртыу ҡорамалдары тулыһынса яңыртылды.
Һаналған эштәр — проект башлан­ғанда һайлаусыларҙан йыйылған 25 на­каздың тулыһынса үтәлеүе һөҙөм­тәһе. Районда йәшәүселәрҙең теләктә­рен тормошҡа ашырыу өсөн 3,3 мил­лион һумдан ашыу аҡса тотонолһа, шуның 2,6 миллионы республика бюджетынан бүленгән.
Партияның төбәк бүлексәһе башланғысы Краснокама ра­йонының Яңы Аҡтанышбаш ауыл халҡына ла оло ҡыуаныс алып килде. Бында үҙенең тәмле, таҙа һыуын ке­шеләргә йөҙ йылдан артыҡ өләшкән шишмә һәм уның янындағы барыһы­ның да яратҡан ял итеү, күңел асыу урыны булған майҙан төҙөкләнде­релде. Инеште хәҙер танырлыҡ та түгел: ул заманса материалдар менән кәртәләп алынған, ер ҡуйынынан ағып сыҡҡан тәңгәленә махсус ҡапҡасы булған ҙур диаметрлы торба ултыр­тыл­ған, һыу алыу урынына япма ҡоролған. Эштәрҙең тамамланыуы айҡанлы яңыртылған шишмәне асыу тантанаһы булды. Төрлө быуын вәкил­дәре һәм ҡунаҡтар ҡатнашҡан рәсми өлөштән һуң халҡыбыҙҙың “Киленгә һыу юлы күрһәтеү” йолаһын сағыл­дырған фольклор байрамы үткәрелде.
Шишмә лә рәхмәт әйтте—“Реаль эштәр” проекты шишмәне төҙөкләндереп, уның тирә-яғын матур­ларға ярҙам итте. Бер быуаттан ашыу саф һыуы менән ҡыуандырған инеше­беҙ тағы күп йылдар кешеләргә хеҙмәт итәсәк, барыһын да үҙенә әйҙәп тора­саҡ. Был – беҙҙең өсөн иҫтәлекле ваҡиға, — тип ауылдаштарының уртаҡ шатлығын белдерҙе хеҙмәт ветераны Рәйсә Ҡәйүмова.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Сайыр
    Сайыр от 29.09.2015, 10:25
    Сәлимовҡа ней булған? Мәжитов гәзит сығара башланы. Бахырҡай, тоже ҡала малайы ахыры."Шишмәгә-һыу артынан" тип гәзит башына беҙҙең телде белмәгән шыр наҙан (ҡала ерендә үҫкән) кеше яҙа инде. Урыҫ ҡына һыу артынан-за водой йөрөй, руль артында-за рулем ултыра. Башҡорт һыу артынан йөрөмәй, һыуға йөрөй, бара; рулдә ултыра. "Юлдаш"тың сәнғәт институтын бөткән наҙан алып барыусылары ғына руль артында йөрөй. Ҡыҙҙар артынан ғына йөрөйҙәр, Мәжитов туған!

  2. Ябай уҡыусы
    Ябай уҡыусы от 07.10.2015, 11:46
    Тоталар ҙа бәйләнәләр гәзиттәге хаталарға! Бынау Сайыр тигәне бигерәк инде. Декретта ултырамы икән әллә - ваҡыты күп шикелле. Әллә редакция хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен шулай заманса алымдар менән "пиарить" итәме? Юрый хата сығаралар ҙа... Улай икән - креативығыҙҙы хуплайым.
    Мулла - ҡатаһыҙ, гәзит хатаһыҙ булмаҫ. Юҡ-бар менән булып, псевдонимға ышыҡланып ҡотҡо таратып ятҡансы, ярҙам итегеҙ "Башҡортостан"ға: үҙегеҙ уҡымлы, хатаһыҙ мәҡәләләр алып барығыҙ, тәҡдимдәрегеҙҙе әйтегеҙ, гәзиткә яҙылып, уның тиражын арттырығыҙ. Бына шул булыр егетлек.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523