Шишмә лә рәхмәт әйтте26.09.2015
Шишмә лә рәхмәт әйтте “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе тарафынан тормошҡа ашырылған “Реаль эштәр” проекты республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышындағы ҡала һәм райондарҙа ла уңышлы дауам итә: юлдар, спорт майҙансыҡтары төҙөкләндерелә, социаль объекттар, һыу үткәргестәр, урам яҡтыртыу ҡорамалдары йүнәтелә.

Һуңғы өс айҙа Яңауыл райо­нында ла халыҡсан проектҡа ярашлы байтаҡ файҙалы эш башҡарылды. Мәҫәлән, ҡалала — дүрт, ауылдарҙа алты уйын һәм спорт майҙансыҡтары яңыртылды. Махсус ҡоролмаларҙы һатып алыуға һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә яраш­лы урынлаштырыуға республика бюджетынан бер миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо.
“Реаль эштәр” проекты райондың Вәрәш һәм Сибәҙе ауылдарындағы һыу үткәргестәрҙең иҫкергән өлөштә­рен яңыртырға, Ҡармандағыһын төҙөк­ләндерергә ярҙам итте. Яңы уҡыу йылы башланыуға Ҡаймашабаш һәм Шүдек ауылдарындағы мәктәптәрҙә, Орловкалағы “Миләшкәй” балалар баҡ­саһында, шулай уҡ Йөгәмештә һәм Истәктәге мәҙәниәт усаҡтарында тәҙрә блоктары яңыртылды. Үрге Барабановка ауылында клуб түбәһе ҡайтанан ябылһа, Ахтиялда күңел асыу үҙәгенең ихатаһы рәшәткәләнде.
Шишмә лә рәхмәт әйттеПроектҡа нигеҙләнеп башҡарылған эштәрҙә күп биләмәләрҙә йәшәүселәр­ҙең үҙҙәренең дә әүҙем ҡатнашыуы ҡыуаныслы. Аҡылбай ауылы халҡы клуб биләмәһен ҡойма менән уратыу­ҙың уртаһында булһа, ҡыҙылъярҙар ауылдарының йәшел зонаһын кәртәләп алды.
Тиҙҙән килеп етәсәк көҙгө ҡараң­ғы­лыҡ Киҫәкҡайын ауыл Советы билә­мәһендәге Бәҙрәш разъезы ауылы һәм Первомайский ауыл Советына ҡараған Сусаҙы-Ябалаҡта йәшәүселәр өсөн әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмаясаҡ – бындағы урамдарҙы яҡтыртыу ҡорамалдары тулыһынса яңыртылды.
Һаналған эштәр — проект башлан­ғанда һайлаусыларҙан йыйылған 25 на­каздың тулыһынса үтәлеүе һөҙөм­тәһе. Районда йәшәүселәрҙең теләктә­рен тормошҡа ашырыу өсөн 3,3 мил­лион һумдан ашыу аҡса тотонолһа, шуның 2,6 миллионы республика бюджетынан бүленгән.
Партияның төбәк бүлексәһе башланғысы Краснокама ра­йонының Яңы Аҡтанышбаш ауыл халҡына ла оло ҡыуаныс алып килде. Бында үҙенең тәмле, таҙа һыуын ке­шеләргә йөҙ йылдан артыҡ өләшкән шишмә һәм уның янындағы барыһы­ның да яратҡан ял итеү, күңел асыу урыны булған майҙан төҙөкләнде­релде. Инеште хәҙер танырлыҡ та түгел: ул заманса материалдар менән кәртәләп алынған, ер ҡуйынынан ағып сыҡҡан тәңгәленә махсус ҡапҡасы булған ҙур диаметрлы торба ултыр­тыл­ған, һыу алыу урынына япма ҡоролған. Эштәрҙең тамамланыуы айҡанлы яңыртылған шишмәне асыу тантанаһы булды. Төрлө быуын вәкил­дәре һәм ҡунаҡтар ҡатнашҡан рәсми өлөштән һуң халҡыбыҙҙың “Киленгә һыу юлы күрһәтеү” йолаһын сағыл­дырған фольклор байрамы үткәрелде.
Шишмә лә рәхмәт әйтте—“Реаль эштәр” проекты шишмәне төҙөкләндереп, уның тирә-яғын матур­ларға ярҙам итте. Бер быуаттан ашыу саф һыуы менән ҡыуандырған инеше­беҙ тағы күп йылдар кешеләргә хеҙмәт итәсәк, барыһын да үҙенә әйҙәп тора­саҡ. Был – беҙҙең өсөн иҫтәлекле ваҡиға, — тип ауылдаштарының уртаҡ шатлығын белдерҙе хеҙмәт ветераны Рәйсә Ҡәйүмова.






Вернуться назад